“Был күңелем, ахыры, шулай йырлай...”
(Рәми Ғариповтың «Һабантурғай» шиғырын өйрәнеү)
Маҡсат: Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады буйынса белемдәрҙе тәрәнәйтеү.
Бурыстар:
Дәрес төрө: яңы материал менән танышыу дәресе.
Предмет буйынса һөҙөмтәләр: тема буйынса яңы һүҙҙәрҙе, төшөнсәләрҙе үҙләштереү, системалаштырыу, омоним, синонимдарҙы ҡабатлау, тасуири уҡырға өйрәнеү.
Метапредмет буйынса һөҙөмтәләр: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү, үҙ белемеңде баһалау.
Шәхси һөҙөмтәләр: тәбиғәттең матурлығын күрә, тоя белергә өйрәнеү, ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу.
Предмет-ара бәйләнеш: әҙәбиәт, тел, халыҡ ижады, мәҙәниәт, зоология, музыка.
Уҡытыу методы: проблемалы уҡытыу, тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү, проект алымдары (логик-мәғәнәүи модель төҙөү), электрон белем биреү ресурсын ҡулланыу (электрон дәреслек).
Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, сығыш яһау, дәфтәрҙә яҙма эш, һүҙлек менән эш, тәржемә итеү, тасуири уҡыу, ИКТ ҡулланыу.
Принциптар: системалылыҡ, эҙмә-эҙлелек, теория һәм практика берлеге, шәхси.
Яңы термин-төшөнсәләр: сәйәхәт, сәйәхәт итеү, һабантурғай, һабансы.
Йыһазландырыу: компьютер, дәреслек, шәхси карточкалар, һүҙлектәр.
Дәрес барышы
I.Психологик инеш.
Психологик кәйеф шарттары булдырыу.
– Һаумыһығыҙ!
– Һаумыһығыҙ! Һаумы әле!
Ниндәй йылы һүҙ икән!
Һәр күңелде иретерлек,
Һәр кемгә лә үҙ икән! (М. Дилмөхәмәтов)
(Уҡыусылар шиғыр юлдарын экрандан уҡый.)
Фонетик-артикуляцион күнегеү. Тиҙәйткестәр.
1.Таҡта ҡаҡма, ҡапҡа ҡаҡ!
Ҡапҡа ҡаҡма, тотҡа ҡаҡ.
– Уҡыусылар, беҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә нимәләр эшләйбеҙ? Ошо һүрәттәрҙе ҡарап, һөйләмдәр төҙөп әйтегеҙ. (Слайдта һүрәттәр.)
– Эйе, бөгөн дә беҙ башҡортса әҫәрҙәр уҡырбыҙ, күнегеүҙәр эшләрбеҙ, яҙырбыҙ, һорауҙарға яуап бирербеҙ. Тағы ла беҙҙе бер эш көтә. Һүрәттәргә ҡарап нимә эшләрбеҙ икәнлеген әйтегеҙ. (Уҡыусылар яуап бирә.)
– Дөрөҫ, бөгөн беҙҙе сәйәхәт көтә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресендә беҙ ниндәй, кемдең иленә сәйәхәт итә алабыҙ? “Буталған хәрефтәр”-ҙән ошо һорауға яуап табайыҡ: МИРӘ АҒИРВОП (Рәми Ғарипов.)
III. Дәрестең маҡсатын һәм бурыстарын билдәләү.
– Беҙ бөгөн Рәми иленә, уның ижади донъяһына сәйәхәт итербеҙ.
Рәми Ғарипов исеме һеҙгә танышмы? Уның тураһында нимәләр беләһегеҙ? Ошо таблицала билдәләйек. Шағир тураһында нимә белергә теләйһегеҙ? Икенсе графаға яҙып ҡуяйыҡ. («Беләм – белгем килә - белдем» таблицаһын тултырыу).
|
Беләм |
Белгем килә |
Белдем |
|
|
|
|
– Шулай итеп, беҙ Рәми Ғарипов тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеп, нығытып системаға һалырбыҙ, яңы шиғыры менән танышырбыҙ.
Ә сәйәхәт итер өсөн нимә кәрәк? Йомаҡты сисеп, яуапты әйтәйек.
Уғы әйләнә тегендә, бында,
Төньяҡ-көньяҡты күрһәтә беҙгә. (Компас.)
– Дөрөҫ! Ә беҙҙең «компас»ыбыҙ бик серле (ЛСМ-ды күрһәтә). Серҙең нимәлә икәнлеген дәрес һуңында әйтербеҙ.
– К-1. Кем?
– Бында беҙ кем ул Рәми Ғарипов һорауына яуап биреп, яуаптарҙы ошо уҡта билдәләп үтергә тейешбеҙ.
Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов – күренекле башҡорт шағиры,тәржемәсе һәм журналист, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
(Бер уҡыусы алдан әҙерләп килгән сығышын уҡый, яуаптар координатала билдәләнә.)
К-2. Ҡайҙа?
– Р. Ғарипов ҡайҙа тыуған, йәшәгән, уҡыған? Кем белә?
Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Һуғыш бөтөүҙең икенсе йылында тыуған ауылында етенсе класты тамамлағас, ул Өфөгә килеп 9-сы башҡорт мәктәбенә уҡырға инә, шул мәктәп янындағы интернатта тәрбиәләнә. Урта мәктәпте тамамлап сыҡҡас, Башҡортостан Яҙыусылар союзы тәҡдиме буйынса, М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға керә. (Уҡыусы алдан әҙерләп килгән сығышын уҡый, яуаптар координатала билдәләнә: Салауат районы, Өфө, Мәскәү һүҙҙәре.)
К-3. Ҡасан?
– Ул ҡасан тыуған, вафат булған, беренсе китабы нисәнсе йылда сыҡҡан?
(12.02.1932 й. – тыуған, 1954 й. – тәүге китабы, 20.02.1977 й. – вафат булған.)
Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә тыуған. Әҙәбиәт институтында диплом эше булған тәүге китабы — “Йүрүҙән” исемле шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда донъяға сыҡҡан. Рәми Ғарипов 1977 йылда Өфөлә вафат булған. (Уҡыусы сығышын уҡый, яуаптар координатала билдәләнә.)
К-4. Нимә?
– Шағир булараҡ Р. Ғарипов ниндәй жанрҙарҙа ижад иткән?
(Координатала шиғыр, поэма, ҡобайыр, йыр һүҙҙәре билдәләнә.)
Рәми Ғарипов бик күп шиғырҙар, ҡобайырҙар һәм бер нисә поэма авторы. Уның ҡайһы бер шиғырҙары йыр булараҡ билдәле. Р. Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған “Таңғы йыр”, “Минең йондоҙом”, “Сыңрау торна”, “Үтте лә китте йәшлегем”, “Кәкүк”, “Салауат батыр”, “Йыуаса”, “Аға һыуҙар” йырҙарын яратып тыңлайҙар.
Ял минуты.
– Уҡыусылар, 5-се координатала эш башлар алдынан, беҙ үтелгән темаларҙы иҫкә төшөрәйек. Үткән дәрестә ниндәй әҫәрҙәр уҡыныҡ? Улар нимә тураһында ине?
– Эйе, тәбиғәттең иң сихри йыл миҙгеле – яҙ башланды. Яҙын бөтә тәбиғәт уяна, яңы үлән сыға, шуға ла боронғолар Яңы йылды яҙын билдәләгәндәр. Бына бөгөн 21 март – Наурыз байрамы, астрономик календарь буйынса Яңы йыл. Башҡортостанда ҡыш 20 ноябрҙән 20 мартҡа тиклем һуҙыла, бөгөн яҙ башлана тип иҫәпләнә.
– Яҙҙың үҙенсәлектәрен һанап сығығыҙ. Беҙгә ниндәй ҡоштар килә? Һеҙ уларҙы нисек ҡаршы алаһығыҙ?
– Иң беренсе ҡара ҡарғалар килә, Мәсәғүттә быйыл ҡара ҡарғалар 5-6 мартта килде. Һуңыраҡ сыйырсыҡтар, башҡа ҡоштар ҡайта.
– Хәҙер ребусты сисеп, яҙын осоп ҡайта торған ҡоштоң исемен әйтегеҙ.
Грамматик теманы ҡабатлау:
– «Һабантурғай» һүҙе нисек яһалған? Нисә тамыр? Бындай һүҙҙәр нисек атала? Миҫалдар килтерегеҙ?
– Һабантурғай – турғай самаһы ҡошсоҡ, үҙенең моңло тауышы менән күптәрҙе арбай. Ялан, болон, баҫыуҙарҙа йәшәй, төрлө бөжәктәр, үлән емештәре менән туҡлана. Улар – күсмә ҡоштар. Иң беренсе булып, ҡар иреп бөтмәҫ үк, ата һабантурғайҙар осоп килә, йәшәргә ер һайлай, шунан инә һабантурғайҙар күренә башлай. Йыл яҡшы булһа, ике тапҡыр бала сығаралар. Ике аҙна эсендә ҡошсоҡтары сыға, тәүҙә һуҡыр була. Осорға белмәһәләр ҙә, 10 көндән ояларҙан китәләр: оҙон үлән араһында йәшәйҙәр, уларҙы ата-әсәһе ҡарай, ашата. Ә бына моңло итеп тик ата һабантурғай ғына һайрай ала икән.
К-5. «Һабантурғай».
– Ҡоштар тураһында бик күп шиғырҙар, әҫәрҙәр бар. Бөгөн беҙ дәрестә Р. Ғариповтың «Һабантурғай» шиғырын уҡырбыҙ. (Таҡтала 5-се координата асыла, һабантурғай ниндәй ҡош икәнлеген шиғыр юлдары менән билдәләнә.)
«Һабантурғай» шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү өҫтөндә эштәр (http://www.kitap-ufa.ru/information/books/bash_yazik_for_5_klass_hajin.pdf -электрон уҡыу ҡулланмаһын файҙаланыу):
А. Һүҙлек эше: һабантурғай – жаворонок, һабансы – игенсе, земледелец; уҡтай – как стрела, туптай – как мяч, уттай – как огонь.
Б. Проблемалы һорау. Һабантурғай ни өсөн ҡыуана? (Уҡыусылар һорауға яуап эҙләй.)
В. Шиғырҙы төрлө алымдар менән уҡыу.
Уҡытыусының шиғырҙы яттан һөйләүе, уҡыусыларҙың үҙ аллы, һуңынан «сылбырлап» уҡыуы, тасуири уҡыу конкурсы ойоштороу.
Г. Һорауҙарға яуап биреү, йөкмәткеһен аңлатыу, үҙләштереү.
Шиғырҙан омонимдарҙы табыу (яҙ, күк). Һайрай, нурлай һүҙҙәренә синонимдар яҙыу. (Һүҙлектәр менән практик эш башҡарыла.)
Д. Релаксация.
– Хәҙер ял итеп алайыҡ, һабантурғай моңон тыңлайыҡ. (Уңайлы ултырып, күҙҙәрҙе йомоу, йәйге көндө иҫкә төшөрөү.)
(Сығанаҡ: https://www.youtube.com/watch?v=obKTlGU0yEA)
Ж. Шиғыр буйынса һығымта:
– Ҡоштар – беҙҙең ҡанатлы дуҫтар тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Улар күпме зарарлы бөжәктәрҙе юҡ итә, үҙҙәренең моңло тауыштары менән беҙҙе ҡыуандыра. Шуға ла уларға ҡарата һаҡсыл ҡарашта булырға кәрәк. Һаҡсыл ҡараш тигәнде нисек аңлайһығыҙ? (Уҡыусылар аңлата.)
К-6. Кем? нимә? тураһында.
Шулай итеп Р.Ғарипов нимә тураһында яҙған? Үҙенең ижадын кемгә арнаған? (Яуаптарҙы координатала билдәләү.)
К-7. Ниндәй?
– Р. Ғарипов ниндәй шиғырҙар яҙған? (Синонимдар һүҙлегенән ҡарап яҙыу, координатала билдәләү.)
К-8. Нисек?
– Башҡортостандың халыҡ шағиры тураһында хәтер нисек һаҡлана? Уның исеме менән беҙҙең республикала нимәләр бәйле?
Хәтер (Сығанаҡ: https://ba.wikipedia.org/wiki):
(“Гимназия, йорт-музей, премия, марафон, флешмоб” һүҙҙәрен координатала билдәләү.)
VII. Дәресте йомғаҡлау.
– Хәҙер беҙҙең «компас»та логик бәйләнеш булдырырға кәрәк (уҡытыусы күрһәтә, уҡыусылар билдәләй). Беҙҙең «компас»-тың сере нимәлә? Эйе, «компас»-тың сере – белем, беҙ уның ярҙамында Рәми Ғариповтың ижадына сәйәхәт ҡылып, белем алдыҡ!
– Шулай итеп, Рәми Ғарипов тураһында нимәләр белдегеҙ? Ошо таблицала билдәләйек. (Беләм – белгем килә – белдем» таблицаһын тултырыу.)
VIII. Рефлексия. Уҡыусыларҙы баһалау.
Һөйләмдәрҙе дауам итеп, йә тултырып әйтегеҙ.
Мин бөгөн дәрестә …. белдем.
Мин … аңланым.
Миңә … оҡшаны.
Ошо белемдәрҙе …. ҡуллана алам.
– Бөгөн дәрестә әүҙем эшләгән уҡыусыларға мин «5»-ле, «4»-ле билдәләре ҡуям! Һеҙ бик тырышып эшләнегеҙ, афарин! (Баһалар ҡуйыла.)