Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2025, 13:36

Һабаҡташтар осрашты

Мәктәп – бала саҡ һәм үҫмер йылдар иҫтәлеген һаҡлап, йылдар дауамында үҙенә саҡырып, ололап ҡаршы алыусы тыуған, йылы, изге усаҡ. Мәктәпте тамамлап, оҙаҡ йылдар үткәс,  һабаҡташтарың менән осрашыу – иң ҡыуаныслы мәл.Синыфташтарың, уҡытҡан  уҡытыусыларың, күңелдә онотолмаҫ хәтирә булып һаҡланған мәктәп йылдары!!!Оноторлоҡмо ни!?

Һабаҡташтар осрашты
Һабаҡташтар осрашты

 Беҙҙең Бөрйән районының Яуымбай мәктәбендә 7 март көнө мәктәбебеҙҙе 30, 25, 20, 15,10, 5  йыл элек 9 – 11-се синыфты тамамлаусылар менән  “Һабаҡташтар осрашыуы”  үтте.
   Мәктәбебеҙҙе тамамлап, бөгөнгө көндә ауылда һәм төрлө яҡтарҙа балҡып эшләп йөрөүсе уңышлы фермерҙарыбыҙ, юғары белемле табип, уҡытыусы, тәрбиәсе, фән кандидаттары һәм башҡа һөнәр эйәләре, матур йәшәп, илебеҙгә лайыҡлы балалар тәрбиәләп, матур ғаиләләре менән данлы  уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланырлыҡ!


     Сара бер үк ваҡытта күңелле лә, моңһоу ҙа булды. Күңелле, сөнки был көндө улар барыһы ла моңһоҙ бала саҡ һәм матур йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтҡандай булдылар. Ә инде ғүмерҙең аҡҡан һыу кеүек шәп үтеүе һәм мәктәп йылдарына бары тик хәтирәләр аша елеп ҡайтып килергә мөмкин булыуы бер аҙ уҡыусыларыбыҙҙың күңелен моңһоулата кеүек ине.
  Килгән ҡунаҡтар өсөн иң тәүҙә  мәктәп, кластар буйлап экскурсия ойошторолдо,     2005 йылғы сығарылыш уҡыусылары үҙҙәре уҡыған  кластарына инеп,  махсус хәрби операция барышында һәләк булған ҡаһарман ауылдашыбыҙ, класташтары  Инсур Вәли улы Кинйәкәевты иҫләп, иҫтәлектәре менә бүлештеләр, парталарына ултырып фотоға төшөп, кластарында оҙаҡ булдылар.
Тап улар мәктәп музейын тулыландырып,  кластары хаҡында иҫтәлекле фотоальбом эшләп алып килгәндәр.
  Тәғәйен мәлдә мәктәп етәксеһе Зилә Марат ҡыҙы Зәкирова сараны асып, килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләне, изге эшкә үҙ фәтихаһын бирҙе, мәктәптең үткәненә, бөгөнгөһөнә байҡау яһап, кәләсәккә пландары менән таныштырып үтте.


   Саҡырылған ветеран уҡытыусыларыбыҙ - уҡыусыларыбыҙҙың остаздары, оло тормош юлына аяҡ баҫтырыусылары Айһылыу Сабирйән ҡыҙы Мәсәғүтова, Зилә Хәкимйән ҡыҙы Хәйбуллина, Айгөл Ғәлимйән ҡыҙы Сәлихова, Айгөл Кәрим ҡыҙы һәм Рәмил Кәрим улы Билаловтар, ҡортсолоҡ серҙәренә өйрәтеүсе уҡытыусы Мөжәүир Ҡотлоғәлләм улы Назаров, Рәсимә Марат ҡыҙы Сәлихова, Хәлиҙә Мазһар ҡыҙы Назарова, Фаяз Бирғәле улы Гизәтуллиндар иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр, мәктәптең элекке данлыҡлы директоры Марат Ғизетдин улы Муллағолов хаҡында бик күп маҡтау һүҙҙәре әйтелде был сарала.


Был матур сарала ҡатнашыусы мөғәллимдәр үҙҙәре уҡытҡан, тәрбиә биргән уҡыусыларынан ҡәнәғәт, уҡыусылары бөгөнгө заманда юғалып ҡалмаған, һәр береһе тормошта уңған, эштәре, ғаиләләре, балалары бар. Улар   бер - береһе, уҡытыусылары менән даими рәүештә бөгөн дә бәйләнештә булыуҙары бик ҡыуаныслы. Мәктәпте тамамлағандан һуң, нисәмә йыл үтһә лә, барыһы ла шул уҡ матур, аҡыллы, йәш, шат күңеллеләр. Иң мөһиме - бына ошо!


   Рәмил, Рәил Ҡарасуриндар, Филиә Тимерғәлина - Шәрипова, Гөлнара Шәрәфетдинова, Ләйсән Медаева, Артур Латыпов, Ләйсән Медаева, Ализа Ғөбәйҙуллина, Айгиз Ғөбәйҙуллин, Сынбулат Буранбаев мәктәп йылдарының  ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән бүлештеләр.
  Сараны  быйылғы сығарылыш уҡыусыларыбыҙ класс етәкселәре Зифа Ғаяз ҡыҙы Ғәбделхәева менән бергә матур итеп алып барҙылар. Килгән ҡунаҡтарыбыҙға уларҙың концерт номерҙары сағыу бүләк булды.


Бына шулай өҫтәл артында матур әңгәмәләшеп, үткәндәргә әйләнеп ҡайтып, мәктәпкә, тәғәйен ҡиммәтле бүләк  тапшырып, уҡытҡан уҡытыусыларын ҙурлап, рәхмәттәрен белдереп,
иҫтәлеккә фотоға төшөп, һабаҡташтар менән осрашыуҙарҙа алдағы йылдарҙа ла осрашырға һүҙ ҡуйышып:
  - Аралашып, хәлдәрҙе белешеп, ярҙамлашып йәшәүгә бер нәмә лә етмәй. Иң ҡәҙерлеһе шул!
Тауҙар менән тауҙар осраша алмай,
Кеше менән кеше осраша.
Күрешмәһәк килер көндәр аша,
Осрашырбыҙ әле биш йылдан!.. - тип, күңелдәре булып, матур сараны ойоштороусыларға рәхмәттәр белдереп, таралышты мәктәбебеҙ ҡарлуғастары.
Инде йолаға әүерелгән дүртенсе йыл үткәрелгән был матур осрашыу дауамлы булыуын теләргә ҡала.

Сәйҙә Сәйәхова,
Яуымбай мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса етәксе урынбаҫары

Һабаҡташтар осрашты
Һабаҡташтар осрашты
Һабаҡташтар осрашты
Һабаҡташтар осрашты
Һабаҡташтар осрашты
Һабаҡташтар осрашты
Һабаҡташтар осрашты
Һабаҡташтар осрашты
Һабаҡташтар осрашты
Һабаҡташтар осрашты
Автор: Альфия Янтурина
Читайте нас