Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март , 15:02

Генерал йондоҙо

З.Н. БАЙБУЛАТОВА, Кумертау ҡалаһының 5-се мәктәбе уҡытыусыһы

Генерал йондоҙо
Генерал йондоҙо

(V класс)

Маҡсат. Уҡыусыларға Шайморатов генерал хаҡында билдәле факттарҙы еткереү; милли үҙаң, рухи'әхлаҡи, гражданлыҡ позицияһын формалаштырыу; илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: мультимедиялы проектор, экран, «Шайморатов генерал» йыры, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында видеоматериалдар.

Үткәреү формаһы: квиз элементтары менән әҙәби'тарихи һүрәтләмә.

Сара барышы

  • Ойоштороу мәле.

– Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар!Бөгөн беҙ һеҙҙең менән тарихҡа сәйәхәт итербеҙ. Юлға сығыр алдынан экранға ҡарап, барыр юлыбыҙҙы билдәләйек. 

Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,

Бер битеңдә — моңһоу ай һаман,

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән әсе йәш тама...

(Мостай Кәрим.)

– Мостай Кәримдең был шиғыр өҙөгөндә нимә тураһында һүҙ бара? (1941– 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү тураһында.)

– Бөйөк Еңеү бик күп ҡорбандар менән яуланған. Яугирҙарыбыҙҙың фиҙаҡәр леге, батырлығы, етәкселектең дөрөҫ идара итеүе ҙур еңеүгә алып килде. Генералдарҙың алдан күреүсәнлеге, хәрби тәжрибәһе еңелмәҫкә, алға барырға ярҙам итте. (Шайморатов генерал тураһында видео ҡарала. )

– Батырҙары булған халыҡ бәхетле.

Шайморатов генерал кеүек батыры булған халыҡ икеләтә бәхетле. Тап ошо батырҙар беҙҙе ҙур бер ғаилә кеүек берләштерә, уйланырға, тарихты хәтерләргә һәм аңларға өйрәтә, йәшәргә көс бирә.

Беҙҙең бөгөнгө сарабыҙҙың темаһы – «Генерал йондоҙо».

  • Командалар менән таныштырыу.

– Бөгөнгө сара квиз элементтары менән әҙәби-тарихи һүрәтләмә формаһында үтәсәк. Шуға күрә беҙ алдан уҡ ике команда ойошторҙоҡ. Улар үҙҙәренең белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күр һәтәсәк.

– «Салауат» һәм «Урал батыр» командаларын сәләмләйек!

– Уҡыусылар, һорауҙарға яуап биргәндә иғтибарлы булыуығыҙ һорала, сөнки ҡайһы яуаптар һорау эсендә үк бирелә. Һәр дөрөҫ яуап өсөн бер пазлалаһығыҙ. Аҙаҡ һеҙ унан кәрәкле һүрәтте килтереп сығарырһығыҙ.

– Бик матур ул Ҡырмыҫҡалы районының Биштәкә ауылы (хәҙер Шайморатов ауылы тип атала). Ул хозур тәбиғәтле Шкиль йылғаһы буйында урынлашҡан. (Экранда күрһәтелә.)

(Ҡурай моңо ағыла.)

Уҡыусы:

Башҡортостан!

Ҡара тупраҡ – ҡара ерем,

Ул бит мине тыуҙырған да,

Ул бит мине уңдырған да,

Ул бит мине туңдырған да,

Ул бит мине һөйөндөргән,

Ул бит мине көйөндөргән,

Ашатҡан һәм кейендергән.

(Н. Нәжми.)

– Миңлеғәле Шайморатов 1899 йылдың 15 авгусында элекке Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Биштәкә ауылында батрак ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән.

1-се һорау. Миңлеғәле Шайморатов ҡайҙа һәм ҡасан тыуған? (Уҡыусыларҙың яуабы.)

Уҡытыусы:

– Миңлеғәле уртаса буйлы, киң яурынлы, янып торған ҡара күҙле, өндәшмәҫ, һәм шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡһыныусан була. Ул һау'сәләмәт, көслө, йылғыр малай булып үҫә. Һәр эште еренә еткереп

башҡара, биргән һүҙендә тора белә. Бала сағы ауыр үтә: атаһы Волга, Кама, Ағиҙел йылғаларында бурлак булып эшләй, ә Миңлеғәлегә ун йәш булғанда, әсәһе үлә, ғаиләнең көнитмеше тағы ла ауырлаша.

Балалар тамаҡ хаҡына байыраҡ күршеләренә батрак булып яллана. (Экранда һүрәттәр күрһәтелә бара.) 

2-се һорау. Бурлак, батрак һүҙҙәре нимәне аңлата? Алдығыҙҙа ятҡан аңлатмалы һүҙлектән мәғәнәһен табып уҡып ишеттерегеҙ. (Уҡыусыларҙың яуабы.)

– Миңлеғәле бик зирәк малай була, уҡырға ярата, әммә ауыл мәктәбенә йөрөргә ваҡыты булмай һәм мәлендә башланғыс белем алыуҙан мәхрүм ҡала.

Ул күп китаптар уҡый, айырыуса күренекле хәрби етәкселәр, полководецтар, уларҙың походтары менән ҡыҙыҡһына.

3-сө һорау. Миңлеғәле ниндәй хәрби етәкселәр тураһында уҡый? (Александр Невский, Александр Суворов, Михаил Кутузов.)

– Миңлеғәленең иң яратҡаны ат булған. Ғаиләнең ат алырлыҡ аҡсаһы булмағас, малай күрше-күләндең аттарын ҡарап, уларҙы эйәрләп өйрәткән, хатта һабантуй сабышына ла әҙерләгән.

Әҙерәк үҫә төшкәс, һабантуй ярыштарында ҡатнаша башлай ул. Бер ваҡыт еңеү яулап, көмөш самауыр менән бүләкләнә. (Фотоһүрәттәр күрһәтелә.)

– Ваҡыт үтә, Миңлеғәле егет булып үҫеп етә. Бөйөк Октябрь революцияһын ул «Урал» пароходында ҡаршы ала. Хәҙер инде ул киң яурынлы, иғтибарлы, киҫкен ҡарашлы матросҡа әйләнгән.

1919 йылдың 18 июнендә Өфөнө аҡ гвардиясыларҙан азат иткә, Миңлеғәле Шайморатов үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына инә. Ул 270'се уҡсылар полкына рядовой ҡыҙылармеец итеп тәғәйенләнә. (Экранда фотолар күрһәтелә.)

19 йәштән үҙен армия хеҙмәтенә бағыш лап, Миңлеғәле Шайморатов данлы хәрби юл үтә. Уның белемгә ынтылышы көслө була, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтыла. Миңлеғәле бер нисә

тапҡыр командирҙар өсөн курстар үтә, аҙаҡ М. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны алтын миҙалға тамамлай һәм Ҡыҙыл Армия Генерал штабының күренекле фигураһына әйләнә. М. Шайморатов бер нисә сит тел өйрәнә. Уға сит телдәр еңел бирелә. Константин Симонов яҙыуынса, ул инглиз, ҡытай, татар, уйғыр һәм ҡаҙаҡ телдәрен яҡшы белгән, француз телен аңлаған. Тап шуға күрәлер ҙә «хөкүмәттең айырым заданиелары буйынса ярты донъяны гиҙеп сыға. Ҡайҙа ғына ебәрһәләр ҙә – Төркиә, Ҡытай, башҡа илдәргә, ул патриот һәм ышаныслы коммунист булып ҡала.

Һорау. М. Шайморатов нисә йәшендә Ҡыҙыл Армия сафына инә? (Уҡыусыларҙың яуабы.)

– 1941 йылда беҙҙең илебеҙгә немец-фашист армияһы баҫып инә. (Слайдтар яңыртыла.)

4-се һорау. Бөйөк Ватан һуғышының тулыһынса датаһын әйтегеҙ. (Яуаптары.)

– Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән М. Шайморатов фронтҡа ебәрелә.

1941 йылдың 25 декабрендә Өфөгә килеп, Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы төҙөй һәм үҙе был дивизияның командир-генералы була. (Фотоһүрәттәр.)

5-се һорау. Нисә йыл элек Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы төҙөлгән?

(Уҡыусылар яуабы.)

– Башҡортостан яугирҙары Дон буйынан алып Эльба ярҙарына тиклем 4000 мең саҡрым һуғышсан юл үтә. Һуғыштағы ҡаһарманлыҡтары өсөн ул 15 тапҡыр Юғары Баш командующий бойороҡтарында телгә алына. Дивизияға 1943 йылдың 21 сентябрендә, башҡорт атлылары азат иткән ҡала хөрмәтенә, Чернигов исеме бирелә.

  • Үҙ аллы эш. Һәр команда үҙенең алдында ятҡан картала Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының хәрби юлын билдәләй. (Хәрби юл документы бирелә, унда ҡала исемдәре яҙылған. Уҡыусыларҙың эше тикшерелә.)

– Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында Миңлеғәле Шайморатовтың абруйы әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур була. Һалдаттар һәм офицерҙар уның етәкселегендә һуғышыуҙы үҙҙәре өсөн оло мәртәбә

тип иҫәпләй. Фронттағы иң ауыр шарттарҙа ла ул яугирҙар тураһында хәстәрлек күрергә тырыша, бүтән командирҙарҙан да шуны талап итә. Дивизияның 3860 яугиры орден һәм миҙалдар менән наградлана, шуларҙың 78-е – Советтар Союзы Геройы, бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры булып таныла. Был тиклем геройҙы Ҡыҙыл Армияның башҡа бер берләшмәһе лә бирмәй.

6-сы һорау. Нисә яугирға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә? (Уҡыусылар яуабы.) 

– Дивизия Сталинград фронтында танкылар, самолеттар менән ҡоралланған фашист ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышып, тиҫтәләрсә ауыл-ҡалаларҙы азат итә. Ул Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов һәм 2-се дәрәжә Кутузов ордендары менән бүләкләнә. Баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә башҡорт яугирҙары хөрмәтенә 15 тапҡыр салют бирелә.

1943 йылдың 23 февралендә дошман тылына үткәрелгән рейд барышында халыҡ геройы ил азатлығы хаҡына яу ҡырында батырҙарса һәләк була.

7-се һорау. Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының ниндәй наградалары бар?

Командалар, сират буйынса сығып таҡтаға наградаларҙы беркетегеҙ. (Уҡыусылар эшләй.)

– Илебеҙ абруйын, данын күтәргән, уны яҡлар, ҡурсалар өсөн йәнен дә аямаған шәхестәребеҙҙең береһе – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор

Миңлеғәле Шайморатовтың исемен халыҡ бер ваҡытта ла онотмай. Һүҙ сәнғәтен генә алып ҡарағанда ла, арҙаҡлы шәхесебеҙ хаҡында йырҙар ижад ителде, легендалар тыуҙы, романдар, повестар, поэмалар, драмалар, публицистик яҙмалар, очерктар яҙылды, сәхнәләрҙә уның трагик образы, көслө рухы сағылдырылды. (Уҡытыусы Ҡадир Даян шиғыры “Шайморатов генерал” хаҡында, йырҙың популярлығы, шағирҙың ошо көндәрҙә тыуыуына 115 йыл тулыуы хаҡында һөйләп үтә.)

2022 йылдың 11 октябрендә баш ҡалабыҙ Өфөнөң Совет майҙанында генерал Шайморатовҡа монументаль композиция асылды. (Экранда күрһәтелә. Ә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан Владимир Путин Бөйөк Ватан һуғышында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн беҙҙең яҡташыбыҙға Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен бирҙе. Батыр исеме һәр саҡ беҙҙең йөрәктә буласаҡ.

– Ә хәҙер дөрөҫ яуаптар өсөн алған пазлдарҙы таҡтаға һүрәт итеп йыйып элегеҙ. Нимә килеп сыҡты? (Был Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың алтын миҙалы.)

– Бөгөнгө ҡатнашып ултырған командаларыбыҙға ҙур рәхмәт!

Ә хәҙер бергәләп «Шайморатов генерал» йырын башҡарып, сарабыҙҙы тамамлайыҡ!

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: