Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
11 Март , 14:13

Күңелдәре күлдәй ятышлы ине...

Ҡ.Д. МОРТАЗИН, Силәбе өлкәһенең М. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе, филология фәндәре кандидаты, С. Юлаев ордены кавалеры

Күңелдәре күлдәй ятышлы ине...
Күңелдәре күлдәй ятышлы ине...

Быйыл СССР һәм Башҡортостан Яҙыу сылар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, шағир һәм музыкант Рамаҙан Шәғәлиевтың тыуыуына 90 йыл тула.

Рамаҙан Нурғәли улы Шәғәлиев 1935 йылдың 1 февралендә Силәбе өлкәһенең Мөслим ауылында тыуа. 1952 йылда тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Силәбелә ФЗО мәктәбендә

крансы һөнәрен үҙләштерә. 1954 йылда хеҙмәт юлын Силәбе металлургтар заводында башлай. Бер үк ваҡытта эшсе йәштәрҙең киске мәктәбендә уҡый. Унан һуң Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1959 йылда Силәбе ҡалаһының Металлургтар мәҙәниәт һарайында «Айгөл» халыҡ ансамблен ойоштора. Уның менән теүәл 40 йыл етәкселек итә. 2024 йылда данлы коллектив 65 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы билдәләне.

«1975 йылда халыҡ ансамбле исеменә лайыҡ була. Мәртәбә өҫтәгәндер. Коллективҡа исем кәрәк. Конкурс иғлан иткәс, тәҡдимдәр күп булды. Шул йылдарҙа театр сәхнәһендә Мостай Кәримдең «Айгөл иле» драмаһы бара ине. Әҫәр беҙгә көслө тәьҫир итте. Бергә йыйылып һөйләшкәс, ошо исемде һайланыҡ. Һәм ул әле лә һоҡландырғыс «Айгөл!» – тип һөйләгәйне ансамблдең тарихы тураһында.

Мәғариф өлкәһендә халыҡтың рухи ҡаҙаныштарына нигеҙләнгән этник мәҙәниәт тигән фәнни'практик һәм идеологик йүнәлеш әле ҡалҡып сыҡһа, «Айгөл» ансамбле быуаттар аманаты кеүек йөрәк ауаздарын, халыҡтың йыр-моң тулы ижад юлын дауам итә.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре – журналист Урал Сафиуллин, ҡурайсы Радик Заһиров, йырсы Факиһа Сафина, режиссёр Маһитап Вәлитова, уҡытыусы Дарвин Таһиров, Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Хәниф Ғималдинов, Гөлнур Искәндәрова тынмаҫ рухи-мәҙәни яу уҙамандары, ысынында, сәнғәтле «Айгөл иле» илселәре – Рамаҙан Шәғәлиев тигән остаздың рухташтары ла, уҡыусылары ла.

«Айгөл» – үҙе үк ихлас йырлап, сафлыҡ бөркөп торған доғалы исем. Мәғрифәт һәм мәҙәниәт юлында күңелдәрҙе күктәргә әйҙәр мең ҡисса, тим. Ут-ғәрәсәтле XX быуаттан ялҡынлы цифрлаштырылған XXI быуатҡа аманат, музыкант Р.Н. Шәғәлиев тарафынан сәнғәтебеҙгә ҡойолған рухи һәйкәл.

Рамаҙан Шәғәлиевтың олатаһы Хәлил Сафый улы – Беренсе Империалистик һуғышта яраланып ҡайтҡан офицер, Георгий тәреһе менән бүләкләнгән шәхес. Егәрле, изге күңелле, уңған кеше. Ауылда балта оҫтаһы, тимерсе, ат үҫтереүсе, мейес сығарыусы, йөн эшкәртеп кейеҙ, быймабаҫыусы ине тип иҫләй яҡташтары. Ул үҙе эшләп алған скрипкала уйнап тирә-яҡта таныла.

Рамаҙан ағайҙың музыкаға ылығыуына олатаһы ҙур йоғонто яһай. Мәктәптә уҡыған йылдарында гармун алып мунсала уйнарға өйрәнгән саҡтары ла була. Һуңынан скрипкала уйнарға өйрәнгеһе килгәс, олатаһы уға үҙенең ғүмер буйы ҡәҙерләп йөрөткән скрипкаһын бүләк итеп шатландыра.

1962 – 1982 йылдарҙа Рәсәй төбәктәрендә өлгөлө башҡорт һәм татар яҙыусыларын туплаған Муса Йәлил исемендәге әҙәби берекмәнең етәксеһе була.

Рамаҙан ағай, асылда, ҡыҙыу, ут кеше булды, әйтһә, яндырып әйтә ине.

«Маяҡ» касафаты ғәзиз ерен өткән кеүек, ул да шул утты мең ҡат кискән зат. Беҙ уның менән етмеш йәшлек юбилейы айҡанлы әңгәмә ҡорғанда: «Минең атайы  яғынан туғандарым береһе лә

алтмыш йәшкә лә етмәй, яҡты донъя менән йәшләй хушлашҡан», – тигәйне эстән һыҙып. Тыуған тупрағына Ҡыштым аварияһы килтергән экологик фажиғә хаҡында былай тип яҙҙы:

Ерҙә, һыуҙа ең

һыҙғанып һынаныҡ атом көсөн.

Уның көсөн яу ҡырында

Нисек ҡулланыр өсөн.

Хәҙер эштәр киреһенсә,–

Ул беҙҙең көстө һынай.

Ҡанлы тырнаҡтары менән

Беҙҙе тереләй тунай.

«Мин алты баланан торған ишле ғаиләлә үҫтем. Атайым һуғыштан ҡаты яраланып, I төркөм инвалиды булып ҡайтты. Шуға тормош михнәттәрен бала саҡтан татып үҫергә тура килде. Бала саҡтағы тәүге шиғырым ана шул ҡәһәрле һуғышҡа арналғайны. Бәлки, шуғалырҙа шиғырҙарымда тормоштоң йәмһеҙ күренештәрен тәнҡитләйем, етешһеҙлектәрҙе фашлайым,» – тип һөйләгәйне

үҙенең тормошо тураһында.

Уның ижады һүҙгә һаран, тос фекерле булды, ҡыҫҡалыҡҡа ынтылды. Ике, дүрт юллыҡ афористик шиғыр стилен һайланы, уны нығыраҡ үҙ итте. Заман үҙгәреү менән кешенең асылы үҙгәрмәй,

туған телде һаҡлау бурысы бер ҡасан да артҡы планға күсмәй, тип әйтә килде йәштәргә. 

Телен һаҡлап ҡалыусы –

Илен һаҡлап ҡалыусы, –

тип васыят әйтеп ҡалдырҙы аҡһаҡал ике юллыҡ шиғырында. 1982 йылдан алып Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине. Лирик поэзия, сатира һәм юмор, балалар өсөн әҫәрҙәр өҫтөндә эшләне, мөнәжәттәр ижад итте. Ул барлығы – 18 китап авторы. Байтаҡ шиғырҙары төрлө әҙәби йыйынтыҡтарға, шулай уҡ «Литература России. Южный Урал» (2003 йыл) уҡыу хрестоматияһына ингән. Билдәле тәржемәсе Сергей Борисов уның йөҙ биткә яҡын шиғырын рус теленә тәржемә итте. Милли әҙәбиәтте үҫтереүгә индергән өлөшө һәм ижади уңыштары өсөн Башҡортостандың Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла, Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ҡадир Даян исемендәге әҙәби премияларына лайыҡ була.

1997 – 2001 йылдарҙа Силәбе башҡорттары башҡарма комитеты рәйесе, танылған ил ағаһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тәлғәт Ғәйнетдин улы Хәйеров Ҡоншаҡ районының Почётлы гражданины тигән исем алған шәхестең эшмәкәрлеген юғары баһалап:

«Рамаҙан Нурғәле улы – эҙләп тә һирәк осрай торған, башҡорт халҡының сағыу таланты, самородок», – тип атаны.

«Мин һәр ваҡыт Рамаҙан ағайға һоҡланып ҡарай инем. Ауылда үҫкән тыныс холоҡло егет бөтә өлкә интеллигенция вәкилдәре менән яҡшы мөнәсәбәттә йәшәне, ойоштороу һәләте ҙур булды. Башҡорт һәм татар халҡын бергә туплап үҙенең тарихын, телен, сәнғәтен оноторға юл ҡуйманы. Тәрән мәғәнәле шиғырҙары менән йәштәрҙе, балаларҙы тәрбиәләүгә көсөн, ваҡытын йәлләмәне. Туғандарға, ауылдаштарға яҡын булды, ауырлыҡтар килһә, ғаиләһе менән бергә күтәрергә ашыҡты.

Уның изгелек шишмәһе баҡыйлыҡҡа күскәнгә ҡәҙәр һайыҡманы, урыны ожмахта булһын», – тип иҫкә алғайны уның яҡты иҫтәлеген Яңы Мөслим ауылынан яҡташы Шәрифә Вакилова (Сафина).

 

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: