Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
11 Март , 14:05

"Тыңлағыҙ, уҡытыусы һөйләй!"

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе һәм педагогик хеҙмәт ветерандарын социаль селтәрҙә "Тыңлағыҙ, уҡытыусы һөйләй!" конкурсында ҡатнашырға саҡыра.

"Тыңлағыҙ, уҡытыусы һөйләй!"
"Тыңлағыҙ, уҡытыусы һөйләй!"

Был конкурс уҡытыусының белем һәм тәрбиә биреү, балаларҙы ватансыл рухта, күренекле шәхестәр һәм батырҙар өлгөһөндә тәрбиәләүгә ҡарата үҙ фекерен, кисерешен еткереү сараһы.

Конкурста ҡатнашыу шарттары:
- шиғыр йәки башҡа поэтик жанрҙағы әҫәрҙе башҡарып видео төшөрөү (үҙегеҙҙең йәки башҡа авторҙың әҫәре булырға мөмкин);
- эссе яҙып, видеояҙма әҙерләү.

Конкурс этаптары:
1. Видеояҙмаларҙы әҙерләп, ошо постҡа беркетеү (ФИО, эш урыны һәм вазифаһын күрһәтеү мотлаҡ.)
Ижади эштәр 2025 йылдың 25 мартына тиклем ҡабул ителә.
2. Эксперттар баһаһы: жюри тәҡдим ителгән бөтә видеоматериалдарҙы баһалаясаҡ һәм ике номинацияла еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.
3. Тамашасылар һөйөүе номинацияһы еңеүселәрен билдәләү: ҡатнашыусылар өсөн тамашасылар призына тауыш биреүҙәр 2025 йылдың 28 марты,12:00 сәғәткә тиклем дауам итә.
4. Конкурс еңеүселәрен бүләкләү.

Внимание, педагоги! Журнал "Башҡортостан уҡытыусыһы" ("Учитель Башкортостана") объявляет конкурс "Слушайте, говорит учитель!"

Приглашаем вас, учителей, воспитателей, ветеранов педагогического труда, принять участие в творческом конкурсе. Этот конкурс призван донести свое мнение относительно просвещения, а также воспитания детей в патриотическом духе, на примере выдающихся личностей и батыров.

Условия участия:
Подготовить видеовыступление и прикрепить под данным постом.

Этапы конкурса:
1. Участники записывают видео и прикрепляют его под данным постом, обязательно указав своё ФИО, место работы и должность. Работы принимаются до 25 марта 2025 года.
2. Жюри конкурса оценит все представленные видеоматериалы и определит победителей в двух номинациях — "Стих" и "Эссе".
3. Голосование за участников на зрительский приз продлится до 28 марта 2025 года 12:00.
4. Награждение победителей конкурса.

Ждём ваши работы.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: