Новости
19 Марта 2025, 09:06

«Госуслуги» порталында 1-се класҡа ғариза ҡараламалары асылды

Ғаризалар 2025 йылдың 1 апреленән йәки мәктәп ҡарары буйынса унан алдараҡ ҡабул ителә башлай. Ғаризаның ҡараламаһын әленән тултырып ҡуйғанда, ҡабул итеү кампанияһына старт бирелгән көндө «Ебәрергә» тигән төймәгә баҫырға ғына ҡала.

«Госуслуги» порталында 1-се класҡа ғариза ҡараламалары асылды«Госуслуги» порталында 1-се класҡа ғариза ҡараламалары асылды
«Госуслуги» порталында 1-се класҡа ғариза ҡараламалары асылды

📝Ҡараламаны түбәндәге һылтанма буйынса үтеп тултырырға кәрәк.

Сервиста ғаризаны ҡасан бирергә кәрәклеген хәтергә төшөрөүсе кире иҫәп таймеры бар - ул ҡараламаны яҙып бөткәс ҡабыҙыла. Ҡабул итеү кампанияһы башланыуға бер көн ҡалғас, «Госуслуги» һеҙҙе өҫтәмә рәүештә иҫкәртәсәк.

Баланы 1-се класҡа уҡырға алыу ғариза яҙыу сиратына ҡарап башҡарыла – кем иртәрәк ғариза яҙған, шуның балаһы алдараҡ ҡабул ителә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас