Новости
9 Апреля 2025, 05:17

26 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙасаҡ

Башҡортостанда апрель айында Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу бер матур йолаға әүерелде.

26 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙасаҡ26 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙасаҡ
26 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙасаҡ

Диктант иртәнге сәғәт 11.00 БЮТ каналында тура эфирҙа башланасаҡ. Шул ваҡытта офлайн-майҙансыҡтарҙа ла яҙыу мөмкинлеге бар.

Онлайн яҙыусылар 28 апрелгә тиклем диктантты яҙа ала. bashdictant.ru сайтында улар өсөн тура эфирҙың яҙмаһы ҡуйыласаҡ.

???? Диктантты яҙып бөткәс, эштәрегеҙҙең фотоһын йәки сканын телеграмдағы @bash_dictant_bot ботына йәки bashdictant2024@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас