Новости
9 Апреля 2025, 06:43

Ҙур юғалтыу

Башҡортостан йәмәғәтселеге ҙур юғалтыу кисерҙе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфөнөң Ә. Исҡужин исемендәге туғыҙынсы музыка мәктәбе директоры Әхиәт Ғәйетбаев вафат.

Ҙур юғалтыуҘур юғалтыу
Ҙур юғалтыу

 

Әхиәт Ғәйетбаев 1961 йылдың 10 ғинуарында Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуған. Музыкаға һөйөү бала сағынан уҡ, тыуған мөхитендә һеңеп үҫкән: Әхиәттең атаһы скрипкала уйнаған, әсәһе башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған.

1970 йылдар аҙағында Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ингән, унда билдәле ҡурайсы Ғата Сөләймәновта белем алған. Уҡыуын тамамлағандан һуң, Баймаҡ музыка мәктәбендә уҡытҡан, бер үк ваҡытта «Ирәндек»халыҡ бейеү ансамблендә ҡурайсы-аккомпаниатор булып сығыш яһаған. Гастролдәр менән улар Советтар Союзының төрлө төбәктәрендә, шулай уҡ Бельгияла, Италияла, Францияла һәм башҡа сит илдәрҙә сығыш яһаған.

1997 йылдан Әхиәт Ғәйетбаев Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалы директоры урынбаҫары була, 2007 йылдан баш ҡаланың 9-сы балалар музыка мәктәбен етәкләй. Уның етәкселегендә уҡыу йорто яңы һулыш ала, юғары кимәлгә күтәрелә. Ғәйетбаев учреждениеға педагог, музыкант һәм халыҡ йырсыһы Әҙеһәм Исҡужиндың исемен биреүгә өлгәшә, ә 2020 йылдан мәктәп яңы бинаға күсә. Ул эшләгән осорҙа уғыу йортонда ҡурай, думбыра, торба, электрон музыка, эстрада вокалы кластары асыла, рус һәм башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәре һәм оркестрҙары, өлкән һәм кесе кластар хоры ойошторола.

2013 йылда 9-сы балалар музыка мәктәбе “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе” конкурсы йомғаҡтары буйынса иң шәп музыка мәктәбе тип таныла, 2017 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 предприятиеһы һәм ойошмаһы” конкурсының “100 иң яҡшы өҫтәмә белем биреү учреждениеһы” номинацияһында еңеү яулай.

Арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың туғандарының һәм яҡындарының юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Мәрхүм менән хушлашыу 10 апрелдә, 13.00 сәғәттә Баймаҡ районының Буранбай ауылында үтәсәк.








 







Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас