Новости
13 Апреля 2025, 13:10

Һ. Дәүләтшинаның “Һырға һабағы” хикәйәһендә халыҡ ижады сағылышы

Г.Н. ҠАСҠЫНОВА, Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы доценты, филология фәндәре кандидаты

Һ. Дәүләтшинаның “Һырға һабағы”  хикәйәһендә халыҡ ижады сағылышыҺ. Дәүләтшинаның “Һырға һабағы”  хикәйәһендә халыҡ ижады сағылышы
Һ. Дәүләтшинаның “Һырға һабағы” хикәйәһендә халыҡ ижады сағылышы

1933 – 1935 йылдар – Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар тормошоноң Йылайыр игенселек совхозы менән бәйле осоро. Ғөбәй Дәүләтшин бында сәйәси бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнһә, Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы совхоздың “Орлоҡ фабригы” гәзитенә әҙәби хеҙмәткәр булып урынлаша.

“Һылыуҡай – пионерка”, “Партизан” (“Ялҡынлы йылдар” тигән хикәйәнән бер киҫәк) хикәйәләре, “Айбикә”, “Башаҡтар тулҡыны” повестары менән башҡорт әҙәбиәтендә ярайһы уҡ танылып өлгөргән әҙибә бында ла артабан яҙыласаҡ ҙур күләмле әҫәре өсөн материалдар туплай башлай. Көньяҡ башҡорттары менән ихлас аралаша, тамырҙарын барлай, ҡасандыр үҙҙәренең Ырғыҙ буйҙарына тап ошо төбәктән күсеп китеүҙәрен, ырыу башының Ярат тигән кешегә барып тоташҡанын иҫкә ала.

Яҙыусының 1935 йылда ижад ителгән “Һырға һабағы” хикәйәһендә асыҡ сағылыуынса, халыҡ тормошон, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен төптән белгән яҙыусының ижад багажы Көньяҡ Урал башҡорттарының ерле халыҡ ижады үрнәктәре менән дә байый.

Тотошлайы тиерлек хәтирәгә ҡорол ған был хикәйәлә бирелгән ваҡиғалар Ирәндектең бейек ҡаяларын ярып сыҡ ҡан Ҡыҙыл йылғаһын һыулаған баш ҡорттарҙың XIX быуат аҙағы – XX быуат баштарындағы тормош-көн күреше, ыҙан-йолалары тураһында бә йән итә. Ун йәше тулып, ун бергә ге нә сыҡҡан Юлдаш исемле ҡыҙ бала күҙ легенән башта “ҡарсыға моронло, япрай ҡашлы, үткер ялтыр түңәрәк күҙле, асыраҡ яңаҡлы, сал һаҡаллы” йәки “был тырғы ямаҡ”, “шыҡылһыҙ” ҡарт рәүешендә һүрәтләнгән, ғүмер һуңын да күкһәү ауырыуына һабышып киткән Байрамбай ҡарттың йыры уҙып барған ғүмерҙең фанилығына үке неү формаһын ала.

Ҡыҙыл ғына буйы ҡыҙыл ҡырсын,

Ҡыҙыл ҡырсын буйлап йүгерҙем.

Уҙып ҡына киткән был ғүмергә

Бүреккенәмде һалып һыҙғырҙым.

Ҡыҙыл ғына һыуы өйрәк, ҡаҙ,

Өйрәктәре осоп, ҡаҙ ҡалды.

Беҙ йырламай, дуҫтар, кем йырлаһын,

Беҙ күрмәгән нужа аҙ ҡалды.

Ә.М. Сөләймәнов билдәләгәнсә, “Халыҡ йырҙары Һәҙиә Дәүләтшинаға эске кисерештәрен тәрәндән асырға, һүрәтләү сараларһыҙ һәм автор та суир лауҙарһыҙ ғына ла образдарҙы пси хологик

яҡтан нигеҙләргә мөм кин лек бирә”.

Байрамбайҙың буласаҡ ҡоҙаһы менән алдараҡ “үҙҙәренең ат та ры, малдары,көтөүҙәре, төл кө, бү ре гә сабыуҙары,ҡош-ҡорт атыу ҙары ту ра һында ҡыҙып-ҡыҙып” һөй лә шеү ҙә ре уларҙың ҡасандыр ер һелкетеп баҫ ҡан уҙамандар бул ғанлығын хә бәр итә. Ҡартайып мөс һөҙләнә төш кәс тә, ҡыҙыу холҡо арҡаһында улы Тимербайҙы туҡмап ярһыуын ба ҫыуы, ир ҡорона тулған улының ал дын да, ниһайәт, үҙенең көсһөҙлөгөн та ныуы ваҡиғаһы ла йырҙа сағылған үкенес мотивын көсәйтеп ебәрә. Ошо ситуация Тимербайҙың ярһыу на ту раһы атаһы Байрамбайҙан

бирелгәнен дә төҫмөрләтә.

Ҡыҙыл буйы башҡорттарының йәйләүгә күсеү ваҡиғаһын һүрәтләгәндә яҙыусыға быуаттар буйы ҡалыплашҡан ҡобайыр традициялары ярҙамға килә:

“Иртәнсәк бөтә ил зыҡ ҡубып, байҙар көтөүкөтөү йылҡыларын сырҡыратып, һыйырҙарын мөңрәтеп, һарыҡ-кәзәләрендөрһөлдәтеп, ҡатын, бала-саға, әбей-бабайҙы арба-кырандастарға тейәп, егет-еләндәр һыбай, мал ҡыуып, илдән сығып киттек”. Сағыштырығыҙ:

Йылҡылары сырҡырап,

Һыйырҙары мөңөрәп,

Ҡуй-һарығы ҡуңырап,

Көтөү-көтөү йөрөгән...

Һәҙиә Дәүләтшина халыҡ юморына хас лаҡап-ҡушамат тағышыу күренешен дә үҙ әҫәрендә уңышлы файҙалана.

Әйткәндәй, яҙыусының 1934 йылда “Ҡыҙыл Баймаҡ” гәзитендә баҫылып сыҡҡан “8 март ударницаларына” тип аталған шиғырында ла хикәйәгә аналогик күренеште күҙәтергә мөмкин.

“Һырға һабағы”(1935) “8 март ударни цаларына” (1934)

Шулай урыҫ араһында күп йөрөп киткәс, ҡартая баш лағас, халыҡ араһында “урыҫ Тимербай” тигән исем күтәргәс, үҙ илебеҙгә, үҙ башҡортобоҙға ҡайтып көн итәйек, тигән булып, үҙебеҙҙең

ауыл ға ҡайтып, Көнсы уаҡ байҙың йылҡы көтөүен алған булдыҡ “Ҡайтсы, балам, – тине әсәм бахыр,

– Үҙ башҡортоң өсөн эшләрһең”.

“Урыҫ булып ҡайтҡан Мәхейән”, – тип, Мыҫҡыл итеп көлөп ҡалдылар Тимәк, “Урыҫ Тимербай” ҙа, “Урыҫ Мәхейән” дә урыҫ араһында күп йөрөп шымарған, нужа һурпаһын күп һемергән кешеләр. Был лаҡап-ҡушаматтарҙың асылы социаль тигеҙ һеҙлеккә килеп тоташа.

“Һырға һабағы” хикәйәһендә халыҡ теленә хас тапҡыр һүҙҙәрҙең иркен ҡулланыуы күҙәтелә. “Ғүмер эсендә бер юл төшөп, ат маңлайы терәп, тирмәмә туҡтағанһың икән, улай ҡоро ауыҙ сығыу ярамаҫ”, – тип, китергә йөрөгән ерҙән туҡтатып ҡуя Байрамбайҙы Юлдаштың атаһы. “Юлдаш, һиңә бөгөн бата ҡылдыралар, беҙгә барып ултыр”, – тине (Алтын еңгә – Г.Ҡ.). “Ашағаным да аш булманы, ит менән тире араһына китте” (Юлдаш). “Әпсәң бер ҡайтып әйләнмәнеме ни, сурҡаҡ”, “Ҡарғалай ҡалҡҡандан биреп ашай торғайнылар”, “Ни бала булып рәхәт күрелмәне, ни йәш ғүмерең нужа менән заяға үтте”, – тигән репликалар ҙа авторҙы хәбәр сурытыуҙан арындыра, беҙҙең алдыбыҙға күпте күргән, балаларын, ейәнсәрен яратҡан әбей образын килтереп баҫтыра.

“Атайым, ҡарттың ҡараһы юғалғас, үҙ алдына һөйләнгән һымаҡ... ”, “Юлдаш әбей, ейәнсәренең ҡараһы күҙенән юғалғансы, уң ҡулын маңлайына ҡуйып текләпторҙо”, “Мәрйендең ҡараһы юғалғас ҡына ул, урынынан ҡуҙғалып, көрһөндө” һөйләмдәре алыҫлаша барған кешене һүрәт ләүҙең халыҡ телендә ҡалыплашҡан фор маһын бирә. Урта урал, һаҡмар, ырғыҙ башҡорттарының теленә хас “сәйен” һүҙе (“тик лем” һүҙенең синонимы – Г.Ҡ.) бер-нисә тапҡыр ҡабатлана: “Көҙгә сәйен йәй ләнек”, “Мин бөгөн ҡайтмайым, төн гә сәйен эшләйбеҙ”.

“Мәрйенем бармаҡ буйы ғына ине”,

“билалы типкән турғай балаһы һымаҡ”,

“әҙәм ҡулы тейгеһеҙ аҫау”, “бер әңгәһәрҙәй

ҡола бейәһе”, “көрпөлдәк саң, “һумала һымаҡ ҡара сәстәр” кеүек халыҡсан һүрәтләү саралары хикәйәнең геройҙары телен һутлы, ҡотло яңғырата.

“Һәҙиә Дәүләтшина әрләшеү һәм ҡарғыш һүҙҙәренә лә эстетик функция йөкмәтә белә”, – тип билдәләп үткәйне Ә.М. Сөләймәнов. “Уның уң яғында ултырған Юлдаш әбей һәр бер осраған бала һайын, өрөп, юлға арҡыры сыҡҡан һәр бер эт һайын, һәр бер бороу һайын: “Арҡыры йүгереүе ни һуң инде, сусҡаның!” – тип ҡыпылдап бара”.

Кескәй ауылдаштарын яҡын күргән бригадир әбейҙең ошо рәүешле уларҙа асыуһыҙ ғына орошоуы был.

Тимербайҙың: “Ана, ер йотһон, һөтөңдө эсермәһәң, ошо ҡолоноңдан яҙҙырырмын!”, “Әгәр шул бейәнең ҡолонон аша маһам, антым башыма етһен!” – тигән әйтеүҙәре Байрамбай ҡарттан күскән сәмсел тәбиғәте, үҙ һүҙендә тора белеү кеүек сифаттарына ишара.

Юлдаш әбейҙең: “Үсемде алдым ҡырғырҙарҙан, үсемде алдым! Колхозғына килеп сыҡҡайны, бөтәһен бер ҡуңысҡа тығып оҙаттыҡ. Ишбайҙың үҙе лә ана әллә ҡайҙа үлеп ҡалған, ти әле. Беҙҙекен аҡса биреп үлтерткәйне, үҙе лә язаһын алды, ҡәһәр һуҡҡыры!.. ”, – тип әйтеүенә лә яҙыусы хәҡиҡәттең барыбер тантана итерен уҡыусыға еткереү бурысын йөкмәткән.

Хикәйәлә мәҡәлдәр ҙә күп ҡул ланыла: “Байлыҡ яраштыра, юҡлыҡ һуғыштыра” (Байрамбайҙың улын туҡмауы ваҡиғаһына ҡарата), “Ҡалған эш кә ҡар яуа” (картуфты сәсеп бөтөрөү кәрәклегенә ишара), “Юлсының юлда бар ғаны яҡшы” (Байрамбай), “Алдырыр көн яҙҙырыр” һәм башҡалар.

Персонаждар ауыҙынан әйттерелгән һынамыштар ҙа авторҙың ерле халыҡтың йәнле һөйләү телен, башҡорт халҡының көнкүрешен яҡшы белеүен дәлилләй: “Бер һауын һөт бер йомғаҡ май бит ул”, “Үлән моронлаған саҡта малдың яланда булыуы яҡшы, тиҙ һимереүсән була ул”, “Ул нужа үҙәгеңә үтһә, бер ҙә уҡып тора торғаны юҡ, донъя үҙе өйрәтә икән”, “Күҙ нурғынаңды ашап бөтә инде был аҡҡа текләп ултырыуҙарың”.

Тимербай менән Юлдаштың ҡыҙҙары Көмөшбикәне Көнсыуаҡ ҡарттың Ишбай исемле оло улының дүртенсе бисәлеккә һоратыу ваҡиғаһы фольк лорға бәйле ассоциация ярҙамында һынлана: “Ҡалайтып берҙәнбер генә ҡыҙыңды аждаһалай өс бисә өҫтөнән ҡырҡ биш йәшлек кешегә бирәһең”. Ишбайҙың Тимербайға мыҫҡыл лап хәбәр ҡушыуы ла социаль ти геҙһеҙлеккә һуҡтырыр ассоциация рәүешендә: “Эй, Тимофей ағай, был тиклем таштар бурап, ен бикләргә уйлай һыңмы ни, малың ҡайҙа?”. Йәғни, “яҙыусы көнкүреш мөхитен генә хеҙмәтләндереүгә тәғәйен фольклор күренештәрен социаль йөкмәткеле итеүгә ирешә”.

Бер ҡолондо тотонғандан Әләк сәй байҙың етмеш8һикһән баш йылҡыһына бер ни ҙә булмаҫ, тип иҫәпләгән Сулпан менән Ҡолтап ҡарттың халыҡсан әмәл табыуы ла ҡыҙыҡлы итеп һүрәтләнә: “Аҡһырғаҡ ҡайнатып тороп, ҡолондо тотоп алып, бахырҙың танауына бөрккәндәр. Ҡолон, бахыр, зыр түңәрәк әйләнә башлаған. Кемеһелер Әләксәйгә сапҡан. Ҡолоноң ауырый ҙа, ҡолоноң ауырый, әйләнсек булған, ни эш ләтәбеҙ инде, тигәндәр”. Юлдаш әбейҙең: “Һыртынский тигән ҡаҙаҡ урыҫы ауылының йылҡыһын көттөк”, – тип аныҡлап ҡуйыуы ваҡиғаларҙың географик урынын, ситуацияның ысын ерлеген асыҡлап ҡуя.

Символика фольклорҙа мөһим роль уйнаған кеүек, хикәйәлә лә ҡыҙыҡлы символдарҙы урынлы ҡуллана белә Һәҙиә Дәүләтшина. Мәҫәлән, Юл даштарҙың тирмәһенә Байрамбай ҡарт әкиәттәрҙәгесә өс тапҡыр килә, өсөнсө килгәнендә бата ҡылдырта. “Ҡыҙыл билдә” колхозының Ҡыҙыл һыуы күпере” тигән һүҙбәйләнеш иһә “ҡыҙыл ҡырсынлы”, моңло-зарлы Ҡыҙыл йылғаһының яңы тормош символына әйләнеүен һынландыра.

Автор башҡорт йолаларын төптән белә: Байрамбай ҡарт тәүге килгәнендә буласаҡ килененә һырға һабағы итеп егерме тинлек ҡыя сапҡан көмөш тәңкә, икенсе тапҡыр көмөш сытыралы, ысын аҡыҡ ҡашлы, баштарына егерме бишәр тинлек иҫке аҡсалар таҡҡан ҡуш сулпылар бүләк итә.

“Һырға һабағы” хикәйәһендә һирәк осрар яңғыҙлыҡ исемдәрҙең ҡулланылыуы ла иғтибарға лайыҡ: Нүкә инәйем, Алтын еңгәм, Сәтүк тигән бер оҫта ҡурайсы егет, Айҙын еңгәм, Сәйрүш баяр, Ҡолтап ҡарт, Сөләк кейәү. Был исемдәр ба ры һы ла Юлдаш әбей өсөн тәбиғи, Мәрйендәр быуыны өсөн бер аҙ яты раҡ яңғырашлы. Ырғыҙ буйы башҡорттарының ауыҙ-тел ижады гәүһәрҙәре рухында тәрбиәләнгән Һәҙиә Дәүләтшина, яҙмыш ҡушыуы буйынса Баш ҡортостан дың хәҙерге Баймаҡ, Әбйәлил,Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы башҡорттары менән тығыҙ аралашып йәшәгән ике йыл дәүерендә, үҙен ерле фольклор традицияларын ҡыҙыҡ һынып өйрәнеүсе, айырым өлгөләрҙе әҫәрҙәрендә теркәп, киләсәк быуынға еткереүсе, уларҙы кәрәкле кимәл дә генә “цитаталап”, “йәшерен фольк лорлыҡ” кеүек алымды уңышлы файҙаланыусы һәләтле яҙыусы итеп таныта.

 

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас