Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2025, 18:32

Тәрән белемле уҡытыусы, ғалимә һәм талапсан етәксе

Г.Ә. БАСИРОВА, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, филология фәндәре кандидаты

Тәрән белемле уҡытыусы,  ғалимә һәм талапсан етәксе
Тәрән белемле уҡытыусы, ғалимә һәм талапсан етәксе

Бына өс тиҫтә йылдан ашыу Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы фән ниинновацион идаралығының фундаменталь ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү секторының баш ғилми хеҙмәткәре, башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының башҡорт филологяһы кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор Зөһрә Иҙрис ҡыҙы Сәләхова яңы быуат шәхесен булдырыуға бар тырышлығын һала. З.И. Сәләхованың белем бирә белеү һәләте, ғилемгә ынтылышы, ҡыйыулығы, ғәҙеллеге уның ғаиләһенән килә. Атаһы, Иҙрис Язар улы Аҡъюлов, XIX быуат баштарында киң билдәлелек яулаған Ырымбур ҡалаһындағы Каруан-һарайҙы (Башҡорт халыҡ мәғарифы институтын) тамамлап, Бөйөк Ватан һуғышын үтеп, яу ҡырынан әйләнеп ҡайтҡас, үҙен мәктәптә балаларға белем биреүгә, уларҙы тәрбиәләүгә бағышлай. Әсәһе – Бөйөк Ватан һуғышы ауырлыҡтарын үҙ иңендә ирҙәрсә күтәреп үткәргән, илгә мең изге лек килтергән фронтовик, Һабыр ауы лының хөрмәтле кешеләренең береһе – Сәғиҙә Аҡъюлова.

З.И. Сәләхова Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында тыуып үҫеп, Йылайыр районының Һабыр урта мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң, уҡытыусы һөнәрен үҙләштереү маҡсаты менән 1978 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға юллана. Ул филология факультетында рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт те ле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы квали фикацияһын ала. Артабан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы балалар баҡсаһында тәр биәсе, мәктәп-интер натта, ҡала мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. Стәрлетамаҡ ҡа ла һының 18-се гимназияһында эшләү осоронда “Башҡорт теле һәм әҙәбиә те уҡытыусыһы – 1997” төбәк-ара бәйгеһендә ҡатнаша һәм Гран-при яулай. З.И. Сәләхованың дәресе фантазияға бай, ҡыҙыҡлы булыуы менән айырылып тора. Дәресен стандарт дәрес итеп үткәреү ме нән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай, төрлө яңы формаларға нигеҙләнеп, яңы техно ло гиялар ҡулланыуы, мауыҡтырғыс эш төрҙәре эҙләүе, уҡыусылар менән еңел аралашыуы һәм тиҙ генә уртаҡ тел табыуы дәрестә ҡатнашыусы рус балаларының да, жюри ағзаларының да күңеленә хуш килә.

Бынан тыш үҙең менән таныш тырыу, үҙ предметыңа маҡтау йыры йырлау, класс сәғәте үткәреү, тест һорауҙарына (башҡорт теле һәм әҙә биә те, методика, этнопедагогика, этно пси хология, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса) яуап биреү кеүек эш төрҙәрен башҡарыуҙа ла һы нат май уҡытыусы.

Башҡортостан мәғариф министры урынбаҫары М.Б. Юлмөхәмәтов етәкселегендәге талап сан жюри ағзалары (улар иҫәбен дә абруйлы профессорҙар М.В. Зәйнуллин, М.Х. Иҙелбаев, Б.Б. Ғафаров, Д.С. Тикеев һәм 12 мәктәп уҡытыусыһы) 43 конкурсант араһынан иң юғары баһаға тап Зөһрә Иҙрис ҡыҙын лайыҡлы тип таба.

Стәрлетамаҡ педагогия колледжын да эшләү осоронда “Уҡыу-уҡытыу методик комплекстары” асыҡ республика смотр-конкурсында ла еңеүсе булып өлгөрә. Уҡытыусы һөнәренең бар этаптарын да үтеп, 2006 йылдан алып Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында (хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы) өлкән уҡытыусы, доцент, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса декан урынбаҫары, башҡорт филологияһы факультеты деканы, башҡорт теле кафедраһы мөдире вазифаларын башҡара. З.И. Сәләхова ҡайҙа ғына эшләмәһен, үҙен компетентлы, инициативалы, ғәҙел, абруйлы хеҙмәткәр итеп таныта Уҡытыусы – изге һөнәр. Ниндәй ге нә үҙгәрештәр булыуға ҡарамаҫтан, З.И. Сәләхова эшенә һәр саҡ тоғро ҡала. Ил яҙмышы, уның киләсәге үҙе тәрбиәләгән йәш быуынға тапшырылыуын яҡшы аңлай. Шуға Зөһрә Сәләхова студенттар, уларҙың ата-әсәләре, коллективы менән йыш осраша, бай тәжрибәһе менән йомарт уртаҡлаша. Үҙен ысын мәғәнәһендәге уҡытыусы итеп таныта. Ул – башҡорт филологияһы факультеты башҡорт теле кафедраһының төп белгес тә ренең береһе. Башҡорт лингвистикаһы буйынса бер нисә төп теоретик дисциплина алып бара.

Был дис циплиналар буйынса уҡыуметодик комплекстар эшләнә һәм интернетта урынлаштырыла. З.И. Сәләхова курс һәм сығарылыш квалификация эштәренә етәкселек итә. Материалды тәрән белеүе, үҙе белгәнде аудиторияға матур, әҙәби тел менән еткерә алыуы, үҙенә, студенттарға, магистранттарға, аспиранттарға талапсанлыҡ – педагогтан ҙур оҫталыҡ талап иткән сифаттар.

З.И. Сәләхованың ғилми хеҙ мәттәре айырым иғтибарға лайыҡ. Ғали мәне башҡорт теленең лексикаһы һәм морфологияһы, структур һәм функциональ лингвистика, лингво-культурология мәсьәләләре ҡыҙыҡһындыра. Зөһрә Сәләхова 2004 йылда “Хәҙерге башҡорт телендә хөрмәтләү саралары” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын, 2013 йылда башҡорт телендә йүнәлешлек категорияһын функ циональ-семантик планда өйрәнеп докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конференцияларын ойоштора һәм ун да әүҙем ҡатнаша. Ғалимәнең 7 монографияһы, 8 уҡыу ҡулланмаһы, 300-ҙән ашыу ғилми мәҡәләһе баҫылып сыға. Кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияларына оппонент булып сығыш яһай, рецензиялар яҙа. Студенттар, магистранттар, аспиранттар менән етәкселек итеп, башҡорт теленең мөһим өлкәләрен өйрәнеүгә ҙур көс һала. Уның етәкселегендә Ғиззәтов Радик “Башҡорт телендә ер эшкәртеү лексикаһы” темаһына канди датлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай, 9 аспирант ғилми докладтарын уңыш лы яҡлап, “Уҡытыусы-ғилми эҙләнеүсе” дипломына лайыҡ була.

Кафедрала магистранттар, аспирант тар, уҡытыусылар өсөн ғилми-методик семинар менән етәкселек итә. “Фән, мәҙәниәт, мәғариф донъяһы” халыҡ-ара ғилми журналына (тармаҡ: филология фәндәре) килгән ғилми мәҡәләләрҙе тышҡы эксперт баһалау институты ағзаһы булып тора. Материалдарҙы асыҡ матбуғатта баҫтырыу мөмкинлеген билдәләү буйынса ӨФТУ СФ эксперт ко миссияһы составында эшләй. З.И. Сәләхова заман менән бергә атлаусы, яңылыҡтарға ынтылыусы, тырыш, киң эрудициялы уҡытыусығалимә һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр өҫтөндә.

Зөһрә Сәләхованың педагогик оҫталығы, ойоштороу һәләте башҡорт филологияһы факультеты деканы булып эшләгәндә сағыу күренә. Уның етәкселегендә факультетта уҡыу-методик, ғилми һәм тәрбиәүи эш юғары кимәлдә ойошторола, һөҙөмтәлә йыл йомғаҡтары буйынса факультет йыл һайын призлы урындар яулай. Эшләгән осоронда З.И. Сәләхова үҙен һәр ваҡыт яуаплы ҡарарҙар ҡабул итеүгә әҙер булған юғары квалификациялы белгес, етәксе итеп күрһәтә. Үҙенә ышанып тапшырылған факультет менән оҫта етәкселек итә, вазифа бурыс тарын үтәүгә етди ҡарай. З.И. Сәләхова үҙен ғәҙел, яуаплы, талапсан итеп күрһәтә. Уның эшләү осоронда башҡорт филологияһы факультетында бик күп үҙгәрештәр була: Төркиәнең Ғәзи университеты, Ҡаҙағстандың Ҡарағанда “Болашаҡ” университеты, К. Жубанов исемендәге Аҡтүбә төбәк дәүләт университеты, Алтай Республикаһының Таулы-Алтай дәүләт университеты, Ҡалмыҡ дәүләт универ ситеттары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлә. Студенттар алда һаналып үтелгән вуздарҙа стажировка үтһәләр, уҡытыусылар белем дәрен камиллаштыра, уртаҡ ғилми эштәр башҡара, сит ил, Рәсәй студент-магистранттарына лекция уҡый, белемдәре менән бүлешә. Таулы Ал тай университетында үткән Рәсәй халыҡтары телдәре һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала студенттары һәр саҡ призлы урындар яулай, төрлө номинацияларҙа еңеүсе була.

Әлеге көндә З.И. Сәләхова Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы фәнни-инновацион идаралығы фундаменталь ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү секторының баш ғилми хеҙмәткәре вазифаһын башҡара, башҡорт филологияһы кафедраһын етәкләй, ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәй. Кафедрала бөтә коллективтың берҙәм һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеген

булдырыуға ҙур көс һала. З.И. Сәләхованың етәксе булараҡ үҙен сә леге булып хеҙмәткәрҙәргә һәм студенттарға толерантлы мөнәсәбәт, уларҙың проблемаларын төшөнөү һәм хәл итә белеүһә ләте тора.

З.И. Сәләхова етәкләгән кафедра Башҡортостан Республикаһының көньяғындағы ҡала һәм район мәғариф бүлектәре менән тығыҙ хеҙмәттәш лек итә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Кейекбаев уҡыуҙары” Республика конференцияһын (38-сө гимназия), Ломоносов уҡыуҙарын (18-се гимназия) ойоштороуҙа ҡатнаша.

Коллегалары, аспиранттары һәм студенттары араһында хөрмәт һәм абруй ҡаҙанған ғалимә йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнап йәшәй: төрлө йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы терминологик комиссияның рәйесе урынбаҫары, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы” Законды ғәмәлләштереү буйынса Стәрлетамаҡҡа ла башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиә те янындағы комиссия ағзаһы вази фаларын башҡара. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса “Йыл уҡытыусыһы” ҡала һәм республика кон курсында жюри составында ҡатнаша.

Ул – Башҡортостан Республикаһы башҡорт ҡа тын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаһы. З.И. Сәләхова – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 1997” Республика һәм Төбәк-ара конкурсында Гран-при яулаусы, “Уҡыу һәм тәрбиә методик комплекстары” асыҡ республика смотр-конкурсында еңеүсе (2002 й.), “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсының “Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә” номинацияһында еңеүсе (2020 й.). 

Күп йыллыҡ тырыш һәм фиҙаҡәр эшмәкәрлеге өсөн З.И. Сәләхова Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәғарифбүлеге, Стәрлетамаҡ ҡала Советының президиумы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф минис тр лы ғының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министр лығының почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде, “Баш ҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” исеменә лайыҡ булды.

Ошо көндәрҙә хөрмәтле етәксе, билдәле ғалимә, абруйлы уҡытыусы Зөһрә Иҙрис ҡыҙы Сәләхова күркәм юбилейын билдәләй. Бар энергияһын, көсөн, белемен туған тел һәм уның яҡты киләсәгенә арнаған уҡытыусыға ижади ҡомар, уңыштар ғына юлдаш булһын! Яуаплы эшегеҙҙә сабырлыҡ, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ теләйбеҙ!

Автор: Альфия Янтурина
Читайте нас