-6 °С
Ҡар
Педагогик йүнәлешле юғары һәм урта профессиональ белем биреү уҡыу йорттары студенттары араһында үткәрелгән һөнәри оҫталыҡ конкурсында маҡсатлы, эшһөйәр, үҙҙәренә һәм буласаҡ һөнәрҙәренә талапсан ҡараған йәштәр ҡатнашты.
Улар Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт ҡала гимназияһында дәрестәр үткәрҙе, «иң яҡшы теоретик» конкурс этабын үтте. Шулай уҡ уларҙың «Буласаҡ уҡытыусы медиавизиткаһы» баһаланды.
Конкурс иртәгә лә дауам итә. Дәртле, сәмле студенттарға уңыштар юлдаш булһын!