Новости
17 Апреля 2025, 05:42

Яҙыусы Жәлил Кейекбаев ижадын өйрәнеү

Л.Р. БИКТАШЕВА, Өфө ҡалаһының 75-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе

Тема. “Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ ҡалған?”

Маҡсат. Ж. Кейекбаев ижадында төрлө хайуан образдары аша кеше сифаттарын сағылдырыу. Башҡорт те лендә дөрөҫ һөйләшергә, үҙ фекереңде әйтә белергә өйрәнеү. Тыуған илде һө йөргә, тәбиғәтен, хайуандарын ҡәҙерләргә, туған телде, ихтирам итергә өйрәнеү.

Белем биреүсе: “Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ ҡалған?” әкиәтенең йөкмәткеһен асыҡ ларға.

Үҫтереүсе: башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, үҙ фекереңде әй тә белергә өйрәтеү.

Тәрбиәүи: Тыуған илде һөйөргә, тәбиғәтен, хайуандарын ҡәҙерләргә, туған телде ихтирам итергә өйрәтеү.

Йыһазландырыу: Ж. Кейекбаев портреты, китаптар теҙмәһе, экран. Оригами яһау өсөн шаблондар, фломастер (балалар һанына ҡарап).

Үткәрелеү ваҡыты: 30 минут.

Шөғөл барышы

– Һаумыһығыҙ балалар! Әйҙәгеҙ әле шөғөлдө сәләмләү менән башлайыҡ!

Һаумыһығыҙ, һаумы, һаумы!

Һаулашам, сәләм бирәм,

Һаумы тигән һәйбәт һүҙҙе

Бар донъяға таратам!

– Хәҙер беҙ артикуляцион күнегеүҙәр эшләп алайыҡ әле.

 

Экранда артикуляцион күнегеүҙәр.

Баҡа, фил, ҡоймаҡ, буяусы, теш таҙартыу, сынаяҡ.

(Балалар һәр бер күнегеүҙе аңлаталар һәм күрһәтәләр.)

– Афарин! Яҡшы! Балалар, әйҙәгеҙ йомаҡ сисеп алайыҡ әле. Кемегеҙ әйтер яуабын?

Аҫрамай ҙа умарта,

Балды бик8бик ярата.

Ҡышын ярата йоҡоно,

Яҙғаса тормай ята. (Экранда оҙон ҡойроҡло айыу һүрәте.)

Айыу тип әйткәс ишек шаҡыйҙар.

Айыу. Һаумыһығыҙ балалар, исемем8

де ишетеп килдем һеҙгә. (Айыуҙың ҡойроғо юҡ.)

Балалар. Һаумыһығыҙ.

Тәрбиәсе. Балалар, айыуыбыҙ һүрәттәге айыуға оҡшағанмы? (Эйе.)

Ул ниндәй? (Ҙур, һоро, ҡурҡыныс, оҙон йөнлө.) Тағын берәй айырмаһын күрәбеҙме? (Эйе, был айыуҙың ҡойроғо юҡ.) Ә ҡайҙа булды икән ул уның ҡойроғо?

Айыу. Ә яуапты, балалар, һеҙ Жәлил ағай Кейекбаевтың “Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ ҡалған?” тигән әкиәтен тыңлағас, әйтә алырһығыҙ. Иғтибар менән әкиәтте тыңлағыҙ. Ә миңә ҡайтырға ваҡыт.

Балалар. Һау бул, Айыу.

Айыу. Һау булығыҙ, балалар (сығып китә).

Тәрбиәсе. Иғтибар менән әкиәтте тыңлайбыҙ, балалар.

Тәрбиәсе әкиәтте уҡый, таҡтаға мнемотаблицаларҙы теҙә.

Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ ҡалған?

Айыу бал яратҡан. Балһыҙ йәшәй ҙә алмаған. Гел генә бал ашауҙы уйлаған да торған. Бал ҡорттары мыжғып торған ағас ҡыуышын күрһә, айыуҙың шатлығы эсенә һыймаған. Ул ағас башына менә. Умартаны пыр туҙҙыра. Бал ашар ға тотона икән. Бал ҡорттары айыуҙы һырып ала лар. Сағырға уй лайҙар. Ләкин бул дыра алмайҙар. Сөнки айыуҙың йөнө оҙон, бал ҡорттарының саҡҡысы ҡып-ҡыҫҡа.

Бал ҡорт тары айыуҙың йөнө араһына уралып бөтәләр. Айыу ағастан төшә лә ергә ятып аунай башлай. Бал ҡорттары иҙелә лә бө тәләр. Шунан һуң айыу солоҡтағы бал менән рәхәтләнеп һыйлана икән, ти.

Бер ваҡыт урманға утын ҡырҡырға бер кеше килгән икән. Ағас башында бал ашап ултырған айыуҙы күреп ҡалған.

Үҙе бал ашай, ти, үҙе йөнтәҫ оҙон ҡойроғо менән бал ҡорттарын ҡыуа икән, ти.

– Һин, тайыш табан, ҡорттарҙы ҡырып, әҙер балды ашап йөрөйһөң икән әле!

Муйыныңды өҙөрмөн! – тип ҡысҡырған кеше. Ул айыуға балтаһын һелтәгән. Ләкин балта айыуҙың муйынына түгел, ә ҡойроғона тейеп, уны сабып өҙгән.

Шулай итеп, айыу ҡойроғо менән хушлашҡан. Шунан бирле айыу ҡойроҡһоҙ йөрөй, ти.

Жәлил Кейекбаев

1988 йыл.

Әкиәтте уҡып бөткәс, тәрбиәсе һорауҙар бирә:

  1. Әкиәт оҡшанымы? 2. Төп геройҙары кемдәр, әйтегеҙ әле? (Айыу, бал ҡорттары, кеше.) 3. Айыу ни эшләй?

(Ағас башына менә, бал ашай.) 4. Айыуҙың ҡойроғо ҡайҙа була? (Кеше балтаһын һелтәй, ул ҡойроҡҡа тейә, ҡойроҡ өҙөлөп төшә.)

– Афарин, балалар. Был әкиәтте бөйөк яҙыусы Жәлил Кейекбаев яҙған. Ул Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында тыуған. Ул балаларҙың әкиәт яратыуын белеп, һеҙҙең өсөн бик күп әкиәттәр

яҙып ҡалдырған. Күп әкиәттәрендә хайуандар сағылған. Беҙ ул әкиәттәр менән киләһе дәрестәрҙә танышыуҙы дауам итербеҙ.

Физминут.

Айыу килә алпан-толпан,

Ҡуян килә һикереп,

Төлкө килә яйлап баҫып,

Айыу килә үкереп.

– Әйҙәгеҙ, тикшереп үтәйек әле,

ҡырағай хайуандарҙы яҡшы беләһегеҙме икән? Йомаҡтар ҡойоп алайыҡ, балалар.

  1. Йәйен – урманда батша,

Ҡышын – ҡарҙан да аҫта. (Айыу.)

  1. Көлтә-көлтә ҡойроғом,

Болғай-болғай барырмын.

Һарайҙарға инеп мин,

Тауыҡ, себеш урлармын. (Төлкө.)

– Афарин, балалар, башҡорт телендә лә ҡырағай хайуандар атамаларын бик яҡшы беләһегеҙ. Бөгөнгө дәрестең төп ваҡиғаларын иҫкә төшөрөп үтәйек әле. 

(Таҡта алдына сығып, бала, мнемотаблица ярҙамында әкиәтте һөйләй.)

– Ә хәҙер әкиәттең төп геройына арнап, ҡағыҙҙан бөгөп, оригами ысулы менән айыу яһайыҡ. Айыуҙы эшләп бөткәс, фломастер менән күҙҙәрен төшөрәбеҙ.

Йомғаҡлау.

– Ҡарағыҙ але, балалар, ниндәй айыубашын эшләнек беҙ һеҙҙең менән. Ҡағыҙ айыуыбыҙ әкиәттәге айыуға оҡшанымы?

(Эйе, оҡшаған. Бигерәк матур килеп сыҡты.) 

Балаларҙың эштәренә ҡыҫҡаса ана8

лиз яһау.

– Дәрес оҡшанымы? Айыу ыңғай

об размы, киреме? Ни өсөн? (Айыу

–кире образ, ул уҫал, яуыз, ҡомһоҙ. Ул бал ҡорттарын туҙҙырҙы, балдарын аша ны.)

– Ул үҙенең ҡомһоҙлоғо арҡаһында ҡойроҡһоҙ ҡалды ла инде. Шуның өсөн, балалар донъяла дуҫ, татыу, бер-береңде ихтирам итеп, ярҙам итеп йәшәргә кәрәк. Дәрес бик күңелле үтте. Һау булығыҙ!

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас