Ҡунаҡтарҙы байрамса кәйеф тыуҙырған милли көйҙәр уйнап, ҡурайсылар ансамбле ҡаршы алды. Күңелле моңдар көйөнә шат йылмайып буласаҡ беренселәр асыҡ дәрескә йүнәлде. Йыл буйына тырышып әҙерлек дәрестәренә йөрөгән буласаҡ беренселәр телмәр үҫтереү дәресендә әүҙем ҡатнашып, алған һөнәрҙәрен, белемдәрен ҡул күтәреп яуап бирергә тырышты, уҡытыусылары К.И. Хисаева менән "Йомро икмәк" ("Колобок") әкиәтенең яңы версияһын, әкиәт геройҙары әҙерләгән һынауҙарҙы ентекле, дөрөҫ итеп үтәп, төҙөнө.
Артабан атай-әсәйҙәр һәм балалар белем һәм ижад мәктәбе буйлап сәйәхәткә сыҡты. Киң һәм яҡты гимназия коридоры буйлап Робототехника түңәрәге эшмәкәрлеге, художество һәм ҡул эштәре түңәрәктәренең күргәҙмәләре ойошторолған ине. Ҡурайсылар түңәрәге класы, спорт залы, китапхана, шулай уҡ заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған технология кабинеттары айырыуса иғтибарға лайыҡ.
Ниһайәт, ҡунаҡтар тамаша залына уҙҙы. Бында ла буласаҡ беренселәр үҙҙәрен һынатманы, атай-әсәйҙәрҙе ҡыуандырып, матур итеп йыр йырланы һәм тасури итеп шиғыр һөйләп күрһәтте. “Тамыр” йыр-моң ансамбле әҙерләгән музыкаль сығыш һәм гимназияла уңышлы эшләп килгән “Аҡбуҙат” бейеү коллективы (Етәксеһе: Р.Р. Вәлиев) әҙерләгән "Дуҫлыҡ" бейеүе күңелдәргә хуш килде. Гимназияның директоры С.М. Уйылданова уҡыу шарттары, туҡланыу системаһы менән таныштырып үтте, буласаҡ "егерменселәргә" алда көтөлгән уҡыуҙарында уңыштар теләп ҡалды.