Тәбәктә ижади көстәрҙе туплап әҙәбиәтте һәм туған телде үҫтереүгә арналған сараның программыһы бай, ә сара үҙе үтә тулҡынландырғыс булды. Тәүҙә түңәрәк өҫтәл артында саҡырылған яҙыусылар менән «Аҡ ҡауырһын» әҙәби түңәрәк ағзалары араһында йәнле һәм эшлекле һөйләшеү барҙы. Унан һуң бергәләп башҡорт телендә Халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнаштылар. Артабан әҙәби сара музыкаль яҡтан биҙәлеп, олуғ әҙип һәм күренекле романист Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланды.
Йән әүрәтер һоҡланғыс тарихи ҡаһармандар галерияһын тыуҙырған яугир-әҙип Яныбай Хамматов ижады халҡыбыҙ күңелен яулаған аҫыл йәдкәр. Был юлы ижади проект үҙенең диҡҡәтен халҡыбыҙҙың аҫыл улдары – Советтар Союзы геройҙары Александр Матросов–Мөхәмәтйән Шакирйәнов, «дала бөркөтө» Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин батырлығы тирәһенә тупланы. Яҙыусының тарихи-биографик «Тыуған көн» хәрби прозаһы үҙәккә ҡуйылды.
Бала саҡта Граждандар һуғышы ҡаһармандары, сафҡа баҫып ҡулына ҡорол алғас Матросов батырлығы менән рухланған «Ғәли бәһлеүәндәй» Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин героикаһын, уның тормошо һәм йәшәйеш асылын сағылдырған роман-ҡисса буйынса йәшкиҙәйеп һөйләшкәс тә, яугир-әҙип васыят иткәнсә «Еңеү – һәр һалдаттың бурысы» тигән ҡарарға килде зал ...
Тулҡынландырғыс сарала яҙылып китеп Яҙыусылар берлеге ағзалары – Өфөнән Рәшиҙә Рәис, Әбйәлилдән Айһылыу Йәғәфәрова һәм Силәбенән Ҡамса Мортазин хәс тә «өс таған» ише, ишләп-ҡушлап ихлас ҡатнашты.
Таһыллығы етеп, Силәбе, Әбйәлил, Ҡыҙыл буйы башҡорттарын хәс ҡаһармандарса мөғжизәле «Аҡ ҡауырһын» тирәләй туплап, рәттән өсөнсө тапҡыр «Атайсал» проектын бойомға ашырыусы әүҙем йәмәғәтсе Сафинә Нуриәхмәт ҡыҙы Хәкимоваға сикһеҙ рәхмәттәрен белдерҙе рухташтары. Әгәр ҙә былтыр ул милли батырыбыҙ Салауат Юлаев рухына бағышланһа, быйыл иһә «мәғәниттәр» беренсе булып халыҡ яҙыусыһы, яугир-әҙип Яныбай Хамматов рухында Миңлеғәле батыр исемен ҡәҙерләп иҫкә алды.
Был тарихи датаға бағышланған әҙәби һәм мәҙәни сараны әҙерләүселәр Силәбе башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Кинйә