Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2025, 11:38

Һөйләп – аҡыл сәстек, тыңлап – фәһем алдыҡ

Курған өлкәһенең Сафакүл урта мәктәбендә Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығына арналып йәш быуынды илһөйәрлек рухта тәрбиәләү бурысы ҡуйған тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында төбәк-ара семинар булып уҙҙы.

Һөйләп  – аҡыл сәстек, тыңлап – фәһем алдыҡ
Һөйләп – аҡыл сәстек, тыңлап – фәһем алдыҡ

Аҫыл аҡыл эйәһе Мостай Кәримдең «Ғилем, һөнәр өләшкәндә арта», тигән фекерен майҙан хужалары тәҡдим иткән программа менән иҫбатланы. Сөнки йыйын алдынғы технология ярҙамында берҙәй заманса һулыш бирерҙәй бер фокусҡа таплап эшлекле һәм йөкмәтекеле уҡыуҙарҙы күрһәтте. Икенсе класс уҡысыһынан алып фән кандидаты сығышына саҡлы ҡоласты үҙ эсенә алған тормошсан ғилми-практик семинарҙы тыңлап фәһем алды зал.  

Район мәғариф бүлеге начальник урынбаҫары Айһылыу Закирова, Ҡурған башҡорттары ҡорбашы Зария Абдуллина һәм Сафакүл урта мәктәбе директоры Наталья Кузнецова  сарала ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләне. Уҡыусылар әҙерләгән  патриотик рухтағы тамаша күңелдәргә хуш килде.  «Йәш тикшеренеүселәр» – 2 класс уҡыусыһы Элиза Фәйзуллина менән 9 класс уҡыусыһы Артём Камалов сығыштары семинарға үҙенсә төҫ бирһә, Сафакүл мәктәбенән Әҙелина Йәнтурина М.Ғафуриҙең "Ҡыҙыл байраҡ" һәм Һөләймән мәктәбенән Йәнгелина Бикмөхәмәтова М.Кәримдең «Һәйкәл» шиғырын яттан һөйләп ишеттереү ҙә үҙенсә йәнле тәжрибә булды.

Уҡыу-уҡытыу практикаһына йәнле һәм заманса бер йәнлелек – теливизион-шоу рухында «Йәштәр» менән «Ололар» командалары араһында интеллектуаль уйын семинар эшен тағын да үҙенсә илһамландырып ебәрҙе. «Бөйөк Ватан һуғышы» темаһын тәрәнәйтеп, тарих, география һәм хәрби дисциплина буйынса сәмләнеп, «яғалашып бил һынашты» ике быуын вәкиле. Һөҙөмтәлә ололар командаһы 23:17 иҫәп менән йәштәргә өлгө күрһәтте.

Райондың туған тел уҡытыусылары майҙан тотто. Сафакүл урта мәктәбенән Альбина Уразова менән «Шишмәкәй» балалар баҡсаһынан Рәбиғә Вәлиева, Һөләймән урта мәктәбенән Йәлил Садыков, Ялан урта мәктәбенән Илһөйәр Хисмәтуллина үҙ тәжрибәләре менән бүлеште. Докладсылар үҙ эштәрен яҡлап төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр. 

Силәбе һәм Куған өлкәләре туған тел уҡытыусылар ассоциация етәксеһе Зимфера Шафранская «Яҡташ яугир-шағирҙар» тигән сығышы яугир-шағирҙар Ҡадир Даян менән Хәй Мөхәмәтйәров тормошона арналһа, Аҡмулла әҙәби берекмә етәксеһе Ҡамса Мортазин «Еңеү – һәр һалдаттың бурысы» тигән презентацияһын яугир-әҙип Яныбай Хамматов ижадына һәм уның «Тыуған көн» тарихи-биографик романына бағышланы. 112-се Башҡорт атлы дивизияны, Советтар Союзы геройҙары генерал Шайморатов, Шакирйән Мөхәмәтйәнов, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемдәрен хөрмәтләп иҫкә алды вариҫтары.

Байрамдар алдынан йәнле төбәк-ара семинар үҙ эшенә йомғаҡ яһаны. Башҡортостан Республикаһының уҡытыусылар ассоциация исеменән рәхмәт хаттары тапшырылды. Сафакүлдә уҡытыусылар семнарын йолаға әйләндереп кескәй балалар тормошон йәнләндереү маҡсатында «Йәғәфәрова уҡыуҙары» тигән яңы проекты тормошҡа ашырырға тигән ҡарар ҡабул итте йыйын.

 

 Кинйә

Һөйләп  – аҡыл сәстек, тыңлап – фәһем алдыҡ
Һөйләп  – аҡыл сәстек, тыңлап – фәһем алдыҡ
Һөйләп  – аҡыл сәстек, тыңлап – фәһем алдыҡ
Һөйләп  – аҡыл сәстек, тыңлап – фәһем алдыҡ
Һөйләп  – аҡыл сәстек, тыңлап – фәһем алдыҡ
Һөйләп  – аҡыл сәстек, тыңлап – фәһем алдыҡ
Һөйләп  – аҡыл сәстек, тыңлап – фәһем алдыҡ
Һөйләп  – аҡыл сәстек, тыңлап – фәһем алдыҡ
Һөйләп  – аҡыл сәстек, тыңлап – фәһем алдыҡ
Һөйләп – аҡыл сәстек, тыңлап – фәһем алдыҡ
Автор: Альфия Янтурина
Читайте нас