Новости
15 Мая 2025, 04:52

Иң ҡиммәтле милли мираҫ – тәрбиә һабаҡтары

Римма Баймырҙина, Башҡортостан республикаһының мәғариф алдынғыһы

Иң ҡиммәтле милли мираҫ – тәрбиә һабаҡтарыИң ҡиммәтле милли мираҫ – тәрбиә һабаҡтары
Иң ҡиммәтле милли мираҫ – тәрбиә һабаҡтары

Ейәнсура районында «III Бураҡаева уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Уны Ейәнсура районы муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлеге һәм Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты, шулай уҡ «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге региональ башҡорт йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо. Сара өсөнсө йыл ошо уҡыу йортонда үтә.

Мәғариф һәм фән министрлығы милли мәғариф бүлеге начальнигы Розалия Рәсих ҡыҙы Сәфиуллина һәм «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни ойошмаһы рәйесе Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова конференцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, эштәрендә уңыштар теләп сығыш яһаны. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов «Бураҡаева уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияның оло әһәмиәткә эйә булыуын, киләсәк быуын тәрбиәләү эшендә дөрөҫ йүнәлеш биргән сара икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

«Йәншишмәнән һыу алып, үлгәндәрҙе терелтеү өсөн тыуған батырмын...» секцияһында тыуған төбәктәрендә сыҡҡан шәхестәрҙең тормош юлы һәм халҡына хеҙмәте тураһында бәйән ителде. Был ғилми-эҙләнеү эштәре уҡыусылар уҡытыусылар менән бергә башҡарылған. Сығыштарҙы иһә фәҡәт уҡытыусылар тәҡдим итте. Әйтәйек, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы  Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Гөлнур Насип ҡыҙы Нафиҡова «Яҡташым – химик, уйлап табыусы һәм шағирә»  Әлмира Талха ҡыҙы Бикҡолова тураһында, Баймаҡ ҡалаһының 5-се  урта мәктәбенең уҡытыусыһы Венера Морат ҡыҙы Ҡасҡыноаның «Бейеүсе, рәссам, яугир Әхмәтхан Ҡарасурин», Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге гимназия уҡытыусыһы Юлиә Мирғәли ҡыҙы Айдашеваның «Ейәнсураның данлыҡлы ер кешеһе Йомалин»,   Йылайыр районы Матрай мәктәбе уҡытыусыһы Ҡаҙаҡҡова Әлфиә Ғәббәс ҡыҙының «Әнүәр Ярмулла улы Ҡаҙаҡбаевтың ҡаҙаныштары» тураһында сағыу сығыштары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Конференцияла буласаҡ уҡытыусылар ҙа ҡатнашыуы оло әһәмиәткә эйә, тимәк һөнәренең эшмәкәрлеген дөрөҫ йүнәлеш итеп алған.  Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһының I курс студенткаһы Илүзә Янбаева (етәксеһе башҡорт филологияһының кафедра мөдире, педагогия фәндәре кандидаты Сәлимә Айбулат ҡыҙы Таһирова)  «Мәрйәм Бураҡаеваның «Арғымаҡ» китабында башҡорт халыҡ педагогикаһы принциптарының сағылышы» темаһын төплө өйрәнгән. Башҡорт филологияһының кафедра мөдире, педагогия фәндәре кандидаты Сәлимә Айбулат ҡыҙы Таһирова иһә  «Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың металингвистик компетенцияларын формалаштырыу» (Мәрйәм Бураҡаеваның «Арғымаҡ» китабы нигеҙендә) сығышы уҡытыусылар өсөн бик фәһемле булды. Секцияларҙа тыуған яғын, ауылын, районын төрлө яҡлап үҫтереүгә күп көс һалған, әммә исемдәре яйлап онотола башлаған күренекле шәхестәрҙең исемдәрен ҡайтарыуға һәм ҡасандыр «перспективаһыҙ» мөһөрө һуғылған ауылдар яҙмышы тураһында сығыштар тыңланылды.

Шулай уҡ яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның журналистик эшмәкәрлегенең әһәмиәте. Бында «Оло Эйек ҡыҙы», «Арғымаҡ» китаптарына ингән «Мөһөрлө ауылдар” мәҡәләһе нигеҙендә сығыштар икенсе секцияла сағыллыш тапты. «Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге» хәбәрсеһе Айгөл Рәжәп ҡыҙының, Стәрлетамаҡ районы Яңы Отрадовка мәктәбенең йәш уҡытыусыһы Азалиә Ғәзим ҡыҙы Ибраһимованың, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге гимназия уҡытыусылары Гөлбаныу Ирек ҡыҙы Исмәғилеваның, Гөлйөҙөм Рәүеф ҡыҙы Күсәкованың үҙ сығыштарында ауылдарҙың яҙмышы, киләсәге тураһында фекерҙәрен еткерҙе.

Конференцияның географияһы ла киң. Бөтәһе 50 эш ебәрелһә, шуларҙың 29 тыңланылды. Шулай уҡ балалар баҡсаһы тәрбиәселәре лә бик әүҙем ҡатнашты. Мәҫәлән, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Йәмилә Фәтих ҡыҙы «Киләсәгеңде белгең килһә, балаңа ҡара,» тип мөрәжәғәт итте.

Мәрйәм Бураҡаеваның әҫәрҙәре буйынса китап уҡыусылар конференцияһы ла бик фәһемле үтте. Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наил Яхъя улы Юлдашбаев һәм Яңыбай мәктәбенең  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғайса Харис улы Ишмөхәмәтов уйландырырлыҡ сығыштар тәҡдим итте. Наил Яхъя улы Юлдашбаев:

 – Әгәр баланы тыуған теленән айырһалар, уның логик фекерләү ҡеүәһе үҫергә мөмкин, ләкин ижади фекерләү белеү һәләте бик яй үҫә, йә иһә бөтөнләй туҡтап ҡала. Ә кеше өсөн ижади фекерләй белеү бик мөһим: фәндәге асыштар ҙа, тарихта ҡалырлыҡ сәнғәт әҫәрҙәре лә, хатта техника, электроника өлкәһендәге ҡаҙаныштар ҙа ижади фекерләй белгән кешеләр тарафынан эшләнә, – тине.

 Әйткәндәй, китаптың очерк геройҙары Хәлисә һәм Миҙхәт Багаевтар тормош тәжрибәләре, тәрбиә һабаҡтары менән уртаҡлашты.

– Һәр эҙләнеү эшен ҡат-ҡат уҡып сыҡтым. Барыһы ла төплө итеп яҙылған. Бөтөн хеҙмәттәр халҡыбыҙҙың эшмәкәрлеген күрһәтә. Бушҡа йәшәлмәгәнлекте тойоуҙан, үҙ күҙҙәрең  менән күреүҙән дә олораҡ бәхет бармы? Һеҙҙең рухлы булыуығыҙ – минең ғүмеремдең дауамы, – тине Мәрйәм Бураҡаева үҙенең аудиотелмәрендә.

«Бураҡаева уҡыу»ҙарында ҡатнашыусылар рух,күңел ныҡлығы, яҡшылыҡ, халыҡ аҡылы, милли үҙаң, булмышыбыҙ, киләсәгебеҙ, туған тел, тәбиғәт ҡанундарынан айырылмау кеүек һорауҙарға яуап тапты.

Конференцияның йомғаҡлау өлөшөндә 1 февралдән 1 мартҡа тиклем ойошторолған уҡыусылар һәм уҡытыусылар бергә башҡарған уҡыу-эҙләнеү эштәренә йомғаҡ яһалды, еңеүселәр бүләкләнде. Еңеүселәргә БР Мәғариф һәм фән министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәм «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәгенең маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Фәҡәт уҡытыусылар өсөн генә ойошторолған конференция эшлекле үтте, бар ойоштороусылар өсөн ҙур рәхмәт, конференцияның ғүмере даланлы булыр, ти ышанғы килә.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас