Новости
28 Мая 2025, 04:00

Шағирә Зарема Әхмәтйәнованың тыуыуына 80 йыл

Әхмәтйәнова Зарема Әхмәт ҡыҙы (28 май 1945 йыл — 9 октябрь 1992 йыл) — башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист, 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

Шағирә Зарема Әхмәтйәнованың тыуыуына 80 йылШағирә Зарема Әхмәтйәнованың тыуыуына 80 йыл
Шағирә Зарема Әхмәтйәнованың тыуыуына 80 йыл

Зарема Әхәт ҡыҙы Әхмәтйәнова 1945 йылдың 28 майында БАССР‑ҙың Шаран районы Ерекле ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа.  Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң (1968) Андижан һәм Өфө ҡалаларының төрлө учреждениеларында эшләй. 1983 йылдан алып БАССР Яҙыусылар союзының художестволы әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы, 1987–88 йылдарҙа. “Башҡортостан ҡыҙы” журналында, 1990–92 йылдарҙа. “Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәре булып эшләй.

Балалар өсөн яҙылған “Гөл­дәрем” исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1979 йылда донъя күрә. “Йәшел шыршы” (1983), “Йәйҙә ҡалайыҡ” (1986) шиғырҙар һәм“Сәңгелдәк” тип аталған(1993) повестар йыйынтыҡтарының төп темаһы – тәбиғәткә һөйөү, илһөйәрлек, әхлаҡи ҡиммәттәр, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә ғаиләнең һәм әсәнең роле. “Кәкре күләгә” (1990) сатирик һәм юмористик хикәйәләр йыйынтығы авторы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шағирә, 1992 йылдың 9 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.Шаран районының Шаран ауылында З. Әхмәтйәнова исеме менән урам аталған, тыуған ауылындағы мәктәптә уның исемендәге стипендия булдырылған, бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас