Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2025, 11:35

Кем һуң ул батыр генерал?

Яҙгөл Хәйруллина, Ишембай ҡалаһы Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының IX класс уҡыусыһы; (Етәксеһе –Ғ.М. Фәйзуллин)

Кем һуң ул батыр генерал?
Кем һуң ул батыр генерал?

Башҡорт ир-егеттәре Тыуған илен һаҡлауҙа бер ваҡытта ла һынатмағандар, ҡурҡыу белмәҫ, батыр йөрәкле булғандар. Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов, Ҡаһым түрә, Таһир Кусимов, Шакирйән Мөхәмәтйәнов, Муса Гәрәевтарҙың исемдәре киң билдәле. Генерал Шайморатовтың исеме лә ошо батырҙар рәтендә, «утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ» һүҙбәйләнеше менән бергә йөрөй. Кем һуң ул Миңлеғәле Шайморатов, «утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ» генерал?

Тәүҙә батырҙың биографияһына күҙ һалайыҡ.   Ул 1899 йылдың 15 авгусында Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Биштәкә ауылында тыуған. Хәҙерге көндә был ауыл Шайморатов исемен йөрөтә. Атаһы Минһажетдин, дүрт баланы ашатып-кейендереү өсөн, Волга, Кама һәм Ағиҙел йылғаларында бурлак булып йөрөй, ә әсәһе Нәжибә йорт мәшәҡәттәрен алып бара.

   Миңлеғәлегә ун йәш булғанда әсәһе үлә, ғаиләнең көнитмеше ауырлаша. Балалар тамаҡ хаҡына байҙарға ялланып көн күрә башлай. Миңлеғәле бик зирәк малай була, уҡырға ярата, әммә ауыл мәктәбенә йөрөргә ваҡыты булмай һәм мәлендә башланғыс мәктәпте лә тамамлай алмай. Шулай ҙа һәләтле малай мөмкинлек булған һайын китаптар уҡырға тырыша, бигерәк тә күренекле полководецтар тураһындағы әҫәрҙәр оҡшай уға. Суворовҡа оҡшарға хыяллана, ауыл балаларының лидеры була. Хәрби профессия уның тормош хыялына әүерелә.

16 йәшендә ул Өфөгә сығып китә – бында эш табыу еңелерәк була. Атаһының танышы ярҙамында «Урал» пароходына матрос-йөк ташыусы булып эшкә урынлаша. Өс йылдан һуң, 1919 йылдың яҙында, эшһеҙ ҡала һәм тыуған ауылына ҡайта. Миңлеғәленең хәрби юлы ошонан башлана – ул ҡыҙыл гвардиясы булып китә. Өфөнө Колчак ғәскәренән азат иткәс, Миңлеғәле Ҡыҙыл Армия сафына ҡушыла. Бала саҡтан ат яратып үҫкән егет Блюхер отрядындағы атлы разведкала хеҙмәт итә. Аҙаҡтан Төркөстан фронтының 1-се Айырым башҡорт-татар кавалерия бригадаһы сафында, Петроград янында Юденич һәм Деникин ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша, Польша фронтында була, Ростов һәм Ҡырымды азат итеүҙә ҡатнаша.

Командирҙар ҡурҡыу белмәҫ егетте шунда уҡ шәйләп ала һәм, донъялар тынысланғас, уны Мәскәүгә, кавалерия мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Сығарылыш имтихандары мәлендә ул граната ташлау, трамплиндан һыуға һикереү һәм ҡылыс менән атта сабыу буйынса алдынғы урындар яулай. Бының өсөн ҡыҙыл «шаровар» салбар, йәшел буҫтау гимнастерка һәм буденовка менән бүләкләнә. Һуңғараҡ, кавалерия полкында хеҙмәт иткәндә, бер махсус операциянан һуң, Семен Буденный Шайморатовҡа Почетлы революция ҡоралы – көмөш ҡылыс бүләк итә. Был ҡылысты яҡташыбыҙ һуңғы көнөнәсә үҙе менән йөрөтә.

1925 йылда Миңлеғәле Шайморатовты Мәскәүгә эшкә алалар. Ул унда берләшкән хәрби мәктәпте етәкләй, һуңынан Кремлде һаҡлау буйынса полк командиры булып китә. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле: 1925 йылда башҡорт егете Кремль полкында хеҙмәт итә һәм унда ла Шайморатовты тиҙ күреп ҡалалар – командир итеп үрләтәләр.

Биш йылдан һуң Шайморатов М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияның махсус факультетына уҡырға инә һәм уны алтын миҙалға тамамлай. Уны Ҡыҙыл Армияның Разведка идаралығының 2-се бүлек начальнигы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Академияла уҡығанда ул ҡыҙыҡһынып сит телдәрҙе лә өйрәнә, шуға күрә лә ҡаҙаҡ, уйғыр, үзбәк, немец һәм ҡытай телдәрендә иркен һөйләшә, инглиз һәм француз телдәрен яҡшы аңлай. Күп телдәрҙе белеүе уның хәрби биографияһын да байыта:   тәүҙә – Төркиәгә хәрби атташе, һуңғараҡ Ҡытайға хәрби советник итеп ебәрәләр. 1938 йылдың ғинуарында Шайморатовҡа полковник дәрәжәһе бирелә. Командировканан ҡайтҡас, уға айырым Кремль полкы менән етәкселек итеү ышанып тапшырыла.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың авгусында ул үҙенең полкы менән фронтҡа китә һәм генерал-майор Л.М. Доваторҙың кавалерия төркөмөнә барып ҡушыла. Башҡортостанда атлы дивизия туплау тураһындағы указға ҡул ҡуйыу менән Миңлеғәле Шайморатовты тыуған яғына саҡыртып алалар. Доброволецтарҙың күбеһе әрме сафында хеҙмәт итмәгән, уҡый-яҙа белмәгән, бер ваҡытта ла ҡулында ҡорал тотмаған. Махсус рәүештә ҡайтарылған Миңлеғәле Шайморатов буласаҡ яугирҙарҙы шәхсән үҙе атырға, урын-ерҙә ориентир алырға өйрәтә, физик йәһәттән сыныҡтырыу өсөн унар саҡрымлыҡ саңғы уҙыштары ойоштора. 1942 йылдың мартына дивизияла биш меңгә яҡын кеше туплана. 1942 йылдың 10 ноябрендә Шайморатовҡа генерал-майор хәрби дәрәжәһе бирелә.

«Салауат вариҫтары сигенә белмәй!» – тип оран һала Шайморатов, яугирҙарын атакаға күтәргәндә. Башҡорт атлылары айырым бер саялыҡ менән һуғыша. Шайморатов дивизияһы Дондан Эльбағаса 4000 километр юл үтә. Һуғыштағы ҡаһарманлыҡтары өсөн ул 15 тапҡыр Юғары Баш командующий бойороҡтарында телгә алына. Дивизияның 3860 яугиры орден һәм миҙалдар менән наградлана, шуларҙың 78-е – Советтар Союзы Геройы, бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры булып таныла. Был тиклем геройҙар Ҡыҙыл Армияның башҡа бер берләшмәһендә лә юҡ. Ҡыҙғаныс, әммә ошо 78 Советтар Союзы Геройы араһында Шайморатовтың үҙенең исеме юҡ. Был сетерекле хәл Шайморатовтың һуңғы алышы менән бәйле.

1943 йылдың февралендә дивизияға немецтарҙың тәрән тылында ҡалған Ворошиловград (хәҙерге Украина биләмәһендәге Луганск) ҡалаһына рейд яһау бурысы ҡуйыла. Рейдты уңышлы ойоштороуға ҡарамаҫтан, кавалерия корпусы ҡамауға эләгә, бер туҡтауһыҙ немец самолеттары бомба ташлайҙар, күп һалдаттар, аттар үлә. Корпус командиры Борисов ҡамауҙан сығырға һәм Ҡыҙыл Армияға ҡушылырға тигән приказ бирә. Генерал Шайморатов был приказ менән риза булмай, тағы ла бер төн көтөргә, разведка ойошторорға, шунан һуң ғына ҡамауҙан сығыуҙы хәл итер кәрәклеген белдерә. Ләкин корпус командиры Шайморатовтың тәҡдимен ҡырҡа кире ҡаға. Корпустың 21-се дивизияһы, Борисов приказына бойһонмай һәм улар бик аҙ юғалтыуҙар менән ҡамауҙан имен-аман сығалар. Әгәр Шайморатов артҡа сигенгән төркөм менән китһә, иҫән дә ҡалыр ине. Әммә ул үҙенең төп көстәре менән бергә ҡалыуҙы һайлай. Дивизия бик күп юғалтыуҙар кисерә был яуҙа. Комкор Борисов үҙе әсиргә төшә. Иҫән ҡалған яугирҙар дивизияның һәм уның полктарының хәрби байраҡтарын һаҡлап ҡала һәм, генерал вәғәҙә иткәнсә, уларҙы Берлинғаса алып барып еткерә. Шайморатовтың үле кәүҙәһен яу яланынан алып сығыу мөмкин булмай, шуға ла ул 1948 йылға тиклем генерал «хәбәрһеҙ юғалған» булып һанала. Ошо биш йыл эсендә Шайморатов хаҡында бик күп легендалар тыуа. Майор Ҡадиров уның үлемен былай тип тасуирлай: «Ул яҡынса утыҙ дошман һалдаты һәм офицеры ҡамауында ҡалды. Ҡулына ҡылысын алып, фашистар менән алышыусы генерал атынан ҡоланы. Уның аты беҙҙең яндан сабып үтеп китте...» Икенсе фараз буйынса Шайморатовтың ҡулы яралана. Санитар яраһын бәйләгән саҡта, генералдың башына дошман пуляһы тейә. Өсөнсөләр һөйләүенсә, уны әсирлеккә алып, шул яланда уҡ язалайҙар.

Шайморатовтың үле кәүҙәһенең өлөштәрен табыу һәм таныу өсөн махсус тикшеренеү үткәрергә кәрәк була. Ошо тикшеренеүҙәрҙән һуң,  1948 йылда, Шайморатовты Луганск янындағы хәрби часть биләмәһендә яңынан ерләйҙәр һәм хәбәрһеҙ юғалғандар исеменән алып ташлайҙар.

Тап ошо 1948 йылдан Башҡортостан етәкселеге Шайморатовҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме биреүҙе юллай башлай. Тәүҙә бер хәрби начальник ҡаршы сыға, артабан илдә «шәхес культы»на ҡаршы көрәш башлана һәм яҡташыбыҙҙың исеме тирәһендә һүҙҙәр тағы ҡуйыртыла башлай. 1958 йылда Шайморатовҡа Герой исеме юллау буйынса хатты Советтар Союзы маршалы Семен Буденный үҙе яҙа: «Мин Шайморатовты ҙур ихтыяр көсөнә эйә шәхес, һәләтле хәрби начальник һәм совет иленең ысын патриоты тип белдем. Немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы ҡатмарлы һуғыш шарттарында ул үҙен оҫта ойоштороусы һәм кавалерия берләшмәһе командиры итеп танытты», – тип яҙа ул.

Яңы тарихта ла ғәҙеллек юллап ҡарайҙар: Башҡортостан Президенты  Мортаза Рәхимовтың хакимиәте был мәсьәлә менән етди шөғөлләнә. Әммә башҡорт халҡының һорауы ҡәнәғәтләндерелмәй. Эш шунда: ҡағиҙәләргә ярашлы, үлем шарттары аныҡ билдәле булырға тейеш, ә Шайморатовтың үлеме тураһында аныҡ мәғлүмәттәр юҡ.

Бары тик 2020 йылдың март аҙағында ғына республика Башлығы Радий Хәбировтың үтенесе буйынса мәсьәлә ыңғай хәл ителде. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдың 30 мартындағы 230-сы Указы менән Миңлеғәли Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. (Доклад аҙағында ошо тулҡынландырғыс мәлдән видеосюжет тәҡдим ителә.)

 

 

Автор: Альфия Сагитова
Читайте нас