Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2025, 20:29

Хәүефһеҙ бала саҡ

10 июндә Өфө ҡалаһында “Хәүефһеҙ бала саҡ. БР-ҙың йәмәғәт урыдарында урынлашҡан балалар уйын һәм спорт комплекстарының мониторинг һөҙөмтәләре” тип аталған түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Сара видео-конференция форматында ойошторолдо.

Хәүефһеҙ бала саҡ
Хәүефһеҙ бала саҡ

Сарала республиканың Йәмәғәт палатаһы ойошмаһы ағзалары, БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының бүлек етәксеһе В.Н. Батурин, БР Дәүләт комитетының торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе рәйесе урынбаҫары И.И. Насыров һәм башҡалар сығыш яһаны.
“Республикабыҙҙа етенсе йыл ғәмәлдә булған "Башҡорт ихатаһы" һәм күп фатирлы йорт подъездарын ремонтлау программаларына ярашлы 1469 ихата төҙөкләндерелеп, бының өсөн 7,6 млрд аҡса тотонолдо. Шул иәптән 670 уйын майҙансығы һәм 449 спорт майҙансығы төҙөлдө, 110 мең кв м хәүефһеҙ резина түшәм йәйелде, 8 мең төп ағас-ҡыуаҡлыҡ ултыртылды. Беҙҙең министрлыҡ был ихаталарҙың төҙөклөгөн, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә тап килеү-килмәүен тикшереп, йыл дауамынды рейдтар үткәреп тора. Етешһеҙлектәр өҫтөндә эшләүгә ике аҙна ваҡыт бирелә”, – тине үҙ сығышында БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының бүлек етәксеһе В.Н. Батурин.
Артабан сығыш яһаусылар балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә алда торған мәсьәләләрҙе әйтеп үтте. Балалар хәүефһеҙлеге дөйөм хәстәрлек икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алып, был юҫыҡта артабан да бар көскә эшләү, ошондай файҙалы фекер алышыуҙар үткәреп тороу зарурлығын билдәләне.

Автор: Альфия Сагитова
Читайте нас