(Музыкаль-әҙәби композиция)
Музыка ҡабыҙыла. Балалар залға инеп ярым түңәрәк яһап баҫа.
1-се бала.
Иң ҡәҙерле, иң һөйөклө
Тыуып үҫкән ил бит ул.
Йөрәктәрҙә тамыр йәйгән
Шиңмәй торған гөл бит ул.
2-се бала.
Тыуған илем – шатлыҡ иле,
Беҙҙә халыҡ дуҫ йәшәй,
Бөтә милләт халыҡтарын
Туған итте ҙур Рәсәй.
«Ерҙән һалдат атлай» (З. Исмағилов көйө, Ҡ. Даян һүҙҙәре) йыры.
Тәрбиәсе. Балалар, 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, бөгөн илебеҙҙе һаҡлау кәрәкме? (Яуаптар.) Эйе, Украина нацистары Донецк, Луганск өлкәләре халҡын эҙәрлекләй башлағас, Рәсәй махсус хәрби операция иғлан итергә мәжбүр булды – ҡәрҙәш халыҡты яҡлап сыҡты.
Тәрбиәсе. Был турала күберәк белеү өсөн Һомай менән Уралды ярҙамға саҡырайыҡ.
Һомай һәм Урал (инеп). Сәләм, сәләм, малайҙар һәм ҡыҙҙар!
Тәрбиәсе. Һомай, Урал! Ватанды, илде һаҡлаусылар тураһында беҙҙең балалар күберәк белгеләре килә, ярҙам итмәҫһегеҙме?
Урал. Ярай
Һомай. Һәр осорҙа ла Ватанды, илде һаҡлағандар, яҡлағандар. Башҡорт егеттәре лә илебеҙҙе һаҡларға армияға киткән. Ватаныбыҙ, илебеҙ Рәсәйҙе һаҡлаусыларҙың үткәне һәм хәҙерге ҡаһарманлыҡтары тураһында ваҡыт таҫмаһы аша беләйек.
1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы тураһында слайд.
Тәрбиәсе. Шулай итеп, ваҡыт таҫмаһы беҙҙе 1812 йылғы Ватан һуғышына алып килде. Был һуғыш 200 йыл элек француз императоры Наполеон ғәскәрҙәре һөжүменән башлана. Яу яланында башҡорт яугирҙары үҙҙәрен бик ҡыйыу, батыр итеп күрһәтә. Беҙҙең 30 полктан торған ғәскәрҙе халыҡ Көнгәк тауы эргәһенән ҡурай моңдары, йырҙар, сәсән һүҙҙәре менән оҙатып ҡалған. Иҫән-һау йөрөп ҡайтыу ҙарын теләп, әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар ир-егеттәргә сигеүле ҡулъяулыҡтар бүләк иткәндәр. Бөйөк полководец Михаил Илларионович Кутузов башҡорт яугирҙарының яу яланындағы батырлығына һоҡланып хатта: “Любезные мои башкиры, молодцы, молодцы! – тип әйткән. Яугирҙар шул һүҙҙәрҙе элеп алып йыр яҙғандар.
«Любезники – Любизар» йырын ҡабыҙыу.
Тәрбиәсе. Һуғыш еңеү менән тамамлана. Яуҙан ҡайтыусылар ҡатын-ҡыҙҙарға матур француз яулыҡтары алып ҡайтҡандар.
(Француз яулыҡтары менән бейеү.)
1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышынан кадрҙар.
Һомай. Ваҡыт таҫмаһы буйлап юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ.
Тәрбиәсе. Балалар, ниндәй ваҡытҡа туҡталдыҡ? (Яуаптар.)
Тәрбиәсе. Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостандан 700 мең кеше ҡатнаша, шуларҙың яртыһы тиерлек яу яланында ятып ҡала. 278 кеше Герой исеменә лайыҡ була. Һеҙгә геройҙарҙан кемдәр
билдәле? (Яуаптар.)
Тәрбиәсе. Ә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының даны бөтә илгә тарала. Уның командиры кем булған? (Яуаптар.)
Тәрбиәсе. Шайморатов һәм уның яугирҙары башҡорт аттарында ҡурҡыу белмәй дошманға ҡаршы торған. Бөгөн улар хаҡында күп йыр һәм шиғырҙар ижад ителгән, хатта бейеүҙәр һалынған.
«Шайморатовсылар» бейеүен башҡаралар.
Тәрбиәсе. Балалар! Һеҙ нисек уйлай һығыҙ, беҙҙең һалдаттарға һуғышта еңел булғанмы? (Яуаптар.)
Тәрбиәсе. Эйе, балалар, еңелдән булмаған. Шулай ҙа, һуғыш беҙҙең илдең еңеүе менән тамамлана. Балалар, ни өсөн беҙҙекеләр дошманды еңеп сыға алған тип уйлайһығыҙ? Эйе, һалдаттарыбыҙ батыр, ҡыйыу, дуҫ булғандары өсөн.
Тәрбиәсе. Яу яланы тураһында сценка ҡарап үтәйек. (С. Михалковтың «Беҙҙең яугир» әҫәрен сәхнәләштереү.)
Зал буйлап балалар таралышып ултыра. «Катюша» көйө яңғырай.
Элемтәсе. Алло, алло! Юпитер! Мин Алмаз...., һеҙҙе ишетмәйем... Беҙ ауылды яулап алдыҡ. Һеҙ ни хәлдә? Алло, алло!
Шәфҡәт туташы яралы һалдаттарҙың аяҡ-ҡулдарын бинтлай, һалдатыңғыраша.
– Ярай инде, түҙергә кәрәк, һалдат. Һеҙҙең ярағыҙ ҡурҡыныс түгел, тиҙҙән үҙ аллы атлап китәсәкһегеҙ.
Моряк (биноклдән тирә-яҡты кү ҙәтә). Экипаж! Иғтибар! Офоҡта дош ман самолеты күренә. Курс буйынса – тик алға!
Атакаға әҙерләнергә!
(Ике летчик карта буйынса план ҡора.)
Беренсе летчик. Пехота ла, танкистар ҙа бында. Дошман беҙҙән ҡотола алмаясаҡ.
Икенсе летчик. Хәрби бойороҡто алдыҡ. Ете минуттан дошман самолетының көлө күккә осасаҡ.
(Музыка аҫтында баш эйеп, урындарына ултыралар.)
Тәрбиәсе. Ә һуғышта атыш-шартлауҙар туҡтап торған мәлдә һалдаттар тылдан килгән артистарҙың концертын ҡараған, хаттар уҡып яуаптар яҙған. Хат ташыусыларға ут яланы аша хаттарҙы
һалдаттарға алып барып тапшырыуы анһат булмаған. Балалар, ә хәҙер һеҙгә уйын-ярыш тәҡдим итәм.
«Фронтҡа хат» уйыны.
Тәрбиәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һалдаттарға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Музыка. Махсус хәрби операция.
Урал. Ваҡыт таҫмаһы беҙҙе бөгөнгө көндәргә алып килеп еткерҙе.
Тәрбиәсе. Беҙ тыныс, мул тормошта йәшәйбеҙ. Шулай ҙа, балалар, илдәр араһында төрлө ыҙғыш-талаштар, бәхәстәр тыуып тора. Бөгөнгө хәрби операцияла Башҡортостандан “С. Юлаев”,
“Башҡор тостан”, “М. Шайморатов”, “Дос то ва лов” исемендәге һәм башҡа батальон дар ҡатнаша. Ә халҡыбыҙ яуҙа ғыларға, ҡулдан килгәнсә, ярҙам итергә
ты рыша: әсәй-өләсәйҙәр ойоҡ-бейәләй бәй ләйҙәр, ағай-апайҙар маскировка селтәр ҙәре үрә. Беҙ ҙә уларға ярҙам итергә булдыҡ. Төшөрөп ебәргән һүрәттәребеҙ уларҙың рухын нығытыр, күңелдәрен күтәрер, ауыр уйҙарҙан арындырыр, тип уйлайбыҙ.
Балаларҙың һүрәттәрен күрһәтеү.
Тәрбиәсе. Был хәрби операцияла беҙҙең илебеҙ тик тыныслыҡ өсөн көрәшә.
«Тыныслыҡ йыры» (Ә. Зиннурова көйө, Р. Ураҡсина һүҙҙәре) йырын башҡарыу.
Һомай һәм Урал. Дуҫтар! Беҙ һеҙгә ваҡыт таҫмаһы аша Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларҙы иҫкә алырға ярҙам иттек. Ошо һүрәттәрҙе ваҡыт таҫмаһына тап килерлек итеп урынлаштырырға кәрәк.
Һомай һәм Урал. Афарин, дуҫтар!
Киләсәктә малайҙарыбыҙ Ватаныбыҙҙы һаҡлаусы батыр, ҡыйыу егетттәр, ә ҡыҙҙарыбыҙ аҡыллы, нәзәкәтле булып үҫеп етер. (Батырҙар тураһында китап таратыу.)
Тәрбиәсе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә, үҙебеҙҙең теләктәрҙе әйтеп, ошо маскировка селтәренә таҫмалар бәйләйек.
Таҫмалар бәйләү. «Һау булығыҙ»; «Иҫәнһау ҡайтығыҙ»; «Ауырымағыҙ»; «Батыр булығыҙ»; «Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ» һ.б.