Билдәле төркиәтсе, филология фәндәре докторы, профессор, Халыҡ-ара төрки академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты Халиҡова Рәйсә Хәлил ҡыҙы 1934 йылдың 16 мартында «халыҡ дошманы» мөһөрө алып тормошон сит-ят ерҙәрҙә – Үзбәкстандың Ҡаршы ҡалаһында дауам итергә мәжбүр булған данлыҡлы Халиҡовтар ғаиләһендә тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Халиҡовтар Башҡортостанға әйләнеп ҡайта. Ләкин, тыуған ерҙәре Ғафури районының Оло Үтәш ауылына ҡайтырға рөхсәт ителмәгәс, Өфөгә яҡын булған Кушнаренко районына урынлаша. Ундағы мәктәпте тик “бишле” билдәләренә генә тамамлаған Рәйсә Халиҡова Башҡортостандан беренселәрҙән булып М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Көнсығыш телдәре институтына уҡырға инә. 1958 йылда уны ҡыҙыл диплом менән уңышлы тамамлай һәм «Филолог-шәрҡиәтсе, милли мәктәптәрҙә рус теле, туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы» һөнәрен ала. 1958/1959 уҡыу йылында Өфөлә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле кафедраһында асистент булып эшләй. 1959-1962 йылдарҙа Рәйсә Хәлил ҡыҙы үҙе уҡыған уҡыу йортонда көндөҙгө аспирантурала уҡый. 1963 йылда профессор Владимир Михайлович Насиловтың ғилми етәкселеге аҫтында ошо институттың Ғилми советында кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
1962 йылда аспирантураны тамамлағандан һуң Р.Х. Халикова Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына эшкә ебәрелә, унда 1967 йылға тиклем өлкән уҡытыусы, рус һәм башҡорт телдәре кафедраһы доценты вазифаһын башҡара. Ул ошо юғары уҡыу йортоноң башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһын ойоштороусы һәм уның беренсе мөдире була.
СДПИ-ла эшләгән йылдарында Рәйсә Халиҡова хәҙерге башҡорт теле, төркиәт ғилеменә инеш, төрки телдәрҙең сағыштырма-тарихи грамматикаһы, иҫке төрки теле курстарын уҡытыуға ҙур иғтибар бүлә. Яҙма сығанаҡтар телен өйрәнеүен дауам итә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре XVIII-XIX быуаттарҙағы башҡорт яҙма ҡомартҡылары теленең лексикаһы, фонетикаһы, морфологияһы, синтаксисы буйынса баҫылған бик күп мәҡәләләрҙә сағылыш таба.
1967 – 1973 йылдарҙа Р.Х. Халиҡова Башҡорт дәүләт педагогия институтының рус теле кафедраһы доценты булып эшләй. Был йылдарҙа ул милли мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу өлкәһендә тәжрибәле ғалим-методист булараҡ Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығы ҡушыуы буйынса авторҙар коллективы составында «Башҡорт мәктәптәренең VII-VIII кластары өсөн рус теле» дәреслеген әҙерләй һәм баҫтырып сығара.
1975 йылда Р.Х. Халиҡованы, төрки һәм рус филологияһы өлкәһендәге төп белгес булараҡ, РСФСР Мәғариф министрлығы Рәсәйҙең төрки телле мәктәптәре өсөн бер нисә дәреслек әҙерләү буйынса авторҙар коллективы составына индерә. Ғалимәнең авторлығында Рәсәй Федерацияһы милли мәктәптәренең IV һәм V кластары өсөн «Просвещение» нәшриәтендә донъя күргән кластан тыш уҡыу буйынса дәреслектәре буйынса Рәсәй Федерацияһының 20-нән ашыу төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостан, Татарстан, Яҡутстан, Сыуашстан, Ҡабарҙы-Балҡар, Хакасия, Алтай, Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Ҡурған һәм башҡа төбәк уҡыусылары уҡый.
1973 – 1993 йылдарҙа Р.Х. Халиҡова СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан Филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының (хәҙер Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге) башҡорт теле секторында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Был йылдарҙа ул Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Һамар, Ҡазан, Силәбе, Ырымбур һәм башҡа ҡалаларҙың архивтарында һаҡланған башҡорт яҙма сығанаҡтарын ентекле өйрәнә.
СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгән йылдарында Р.Х. Халиҡова ғалим-тел белгестәре И.Ғ. Ғәләүетдинов һәм Э.Ф. Ишбирҙин менән бергә «Очерки истории башкирского литературного языка» (М.: Наука, 1989), «Башҡорт әҙәби теленең тарихы» (Өфө: Китап, 1993; башҡорт телендә) коллектив монографиялары өҫтөндә эшләй. Был хеҙмәттәрҙә башҡорт әҙәби теленең формалашыу тарихының яңы концепцияһы тәҡдим ителә. Р.Х. Халиҡова авторҙаш сифатында ике бүлектән торған «Башҡорт әҙәби теленең XIX быуатҡа тиклемге тарихы» тигән беренсе бүлеген әҙерләй. Был бүлектә ул боронғо төрки һәм урта төрки ҡомартҡыларының башҡорт теленә мөнәсәбәте, Урал-Волга буйы төрки теленең формалашыуы, XVI-XVIII быуаттарҙағы төрки яҙма ҡомартҡыларының жанр-стиль үҙенсәлектәре ҡарала. Башҡорт әҙәби теленең нигеҙе булараҡ Урал-Волга буйы төрки теленең үҫешенә, статусына һәм функцияһына ҡағылышлы мәсьәләләр комплекслы өйрәнелә.
1990 йылда Рәйсә Халиҡова күп йыллыҡ ғилми эҙләнеүҙәр, жанр һәм функциональ үҙенсәлектәре буйынса күп яҡлы ҡулъяҙма сығанаҡтарҙы өйрәнеү һөҙөмтәһе булараҡ «Башҡорт шәжәрәләре һәм XVIII-XIX быуаттарҙағы акт документтары теле» исемле монография баҫтырып сығара (М.: Наука, 1990). Р.Х. Халиҡованың яҙма текстарҙы һәм уларҙың телен анализлауы уға был осорҙа башҡорттарҙа эшлекле хат алышыу һәм юридик документтар, шулай уҡ төрки яҙма теленең төбәк нигеҙендә үҙ-ара бәйле булған тарихи әҫәрҙәр (шәжәрәләр) төрө булған тигән һығымтаға килергә мөмкинлек бирә.
Р.Х. Халиҡованың дөйөм төрки күҙлегенән тикшеренеүҙәре төрки яҙма теленең төбәк һәм социаль-функциональ төрҙәрен классификациялау өсөн бай материал бирә.
1992 йылда Р.Х. Халиҡова Рәсәй фәндәр академияһының Тел ғилеме институтының ғилми советында «Башҡорт шәжәрәләре һәм XVIII-XIX быуаттарҙағы акт документтары теле» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 1995 йылда уға башҡорт теле кафедраһы буйынса профессор ғилми исеме бирелә.
1993-2001 йылдарҙа Р.Х. Халиҡова Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле кафедраһы мөдире була. Был ваҡытта яңы барлыҡҡа килгән башҡорт филологияһы факультетының эшен яйға һалыу, башҡорт теле кафедраһын артабан үҫтереү кеүек ҡатмарлы бурыстарҙы атҡара.
Профессор Халиҡова Р.Х. юғары фәнни-методик кимәлдә хәҙерге башҡорт теле, башҡорт әҙәби теле тарихы буйынса лекциялар уҡый, иҫке төрки теле буйынса дәрестәр, шулай уҡ боронғо төрки һәм урта быуат ҡомартҡыларының телен анализлау буйынса махсус курстар һәм семинарҙар алып бара, курс һәм диплом эштәренә етәкселек итә. Аспиранттарҙың етәксеһе булараҡ, ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре менән уңышлы шөғөлләнә.
Филология фәндәре докторы, профессор, Халыҡ-ара төрки академияһы академигы Р.Х. Халиҡова етәкселегендә Д.И. Хизбуллина, В.З. Толомбаев, Н.Б. Сәлимов, З.Ә. Хәбибуллина, Ә.Ғ. Илмөхәмәтовтарҙың кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләнде һәм уңышлы яҡланды.
40 йыл фән өлкәһендә арымай-талмай һәм тырышып эшләү дәүерендә Рәисә Хәлил ҡыҙы Халиҡова 120-нән ашыу фәнни хеҙмәт ижад итә, улар араһында башҡорт әҙәби теле тарихы буйынса ҙур монографиялар һәм төркиәт өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған мәҡәләләр, дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары бар.
Фәнни һәм педагогик фәнгә, ғилми ҡаҙаныштарҙы пропагандалау эшенә ҙур өлөш индергәне, уңышлы ғилми-педагогик эшмәкәрлеге өсөн Р.Х. Халиҡоваға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелә, ул «Хеҙмәт ветераны» миҙалы, СССР Фәндәр академияһы президиумының һәм СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Почет грамоталары менән бүләкләнә, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты була.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында хөрмәтле остазыбыҙ, билдәле башҡорт тел белгесе-текстолог һәм әҙәби тел тарихсыһы, лингвометодист, юғары мәктәп педагогы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 1993 – 2001 йылдарҙа башҡорт теле кафедраһы мөдире Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡованың яҡты иҫтәлегенә арналған ғилми конференциялар, семинарҙар даими үткәрелеп тора. Үҙе иҫән булһа, уға быйыл 90 йәш тулған булыр ине. 2024 йылдың 12 апрелендә ғәлимәнең 90 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Рәсәй күләмендә «Евразия киңлегендә мәҙәни-ара диалог» ғилми-ғәмәли конференция үткәрелә.