Колледж студенттары дәүләт идаралығына өйрәнә ала

Был турала Өфө сауҙа-иҡтисади колледжы директоры Ришат Сабитов хәбәр итте. Яңы мөмкинлек урта һөнәри белем биреү йортоноң Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән килешеү төҙөүенә бәйле.

Добавить в предпочтительные источники Google
Колледж студенттары дәүләт идаралығына өйрәнә алаКолледж студенттары дәүләт идаралығына өйрәнә ала
Колледж студенттары дәүләт идаралығына өйрәнә ала

 – Академия етәксеһе Азат Шамил улы Бадранов менән төбәктең ике алдынғы мәғариф учреждениеһының үҙ-ара эш итеү йүнәлештәре буйынса ентекле һөйләштек.
Хәҙер йәштәрҙең дәүләт хеҙмәте белгестәренең үҙенсәлекле лекцияларында һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу, республика кимәлендәге ғилми-тикшеренеү проекттарына ҡушылыу, уҡыу пландарын оҡшаш итеп төҙөгәнлектән, колледж тамамлағандан һуң, Академияға уҡырға инеүҙә өҫтөнлөктәр алыу мөмкинлеге бар, - ти Ришат Хажиғәли улы.

Был мөмкинлекте балаларыбыҙ ҡулдан ысҡындырмайыҡ.

Сығанаҡ: «Башҡорт донъяһы»

Колледж студенттары дәүләт идаралығына өйрәнә ала
Колледж студенттары дәүләт идаралығына өйрәнә ала
Колледж студенттары дәүләт идаралығына өйрәнә ала
Колледж студенттары дәүләт идаралығына өйрәнә ала
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас