Бөтә яңылыҡтар

Аҡбуҙат һеҙҙе көтә

Шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға килегеҙ, дуҫтар!

Аҡбуҙат һеҙҙе көтә
Аҡбуҙат һеҙҙе көтә

Ниһайәт, 6 июлдә Аҡбуҙат һәйкәлен асабыҙ. Сара Бөрйән районы биләмәһендәге Йылҡысыҡҡан күле янында иртәнге 11-ҙә башлана. Һеҙҙе халҡыбыҙҙың бай тарихына арналған матур тамаша һәм Роберт Юлдашевтың рухлы концерты көтә.

Аҡбуҙат – эпостарҙы – халҡыбыҙҙың иҫ киткес хазинаһын мәңгеләштергән тәүге монументаль-скульптура композицияһы. Әйткәндәй, ҡырғыҙ, ҡалмыҡ, тыва, яҡут туғандар үҙҙәренең боронғо милли әҫәренә күптән һәйкәл ҡуйған.

Бик оҙаҡ ғәмәлгә ашырылды был проект. Беҙҙең Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге һәйкәлгә конкурсты 2015 йылда уҡ иғлан иткәйне. Ул ваҡытта бер нисә эскиз араһынан Өлфәт ағай Ҡобағошовтыҡы еңеп сыҡты. Автор әҫәрен ауыҙ-тел ижадын, халҡыбыҙҙың һынлы сәнғәтен белеп, аңлап, тойоп, уның нигеҙендә ижад иткәйне. Урал батыр менгән толпар – меңәр йылдар дауамында сәсәндәрҙең поэтик теле менән шымартылған образ. Өлфәт Миңләхмәт улының Аҡбуҙаты – тап халыҡ сәсәндәре тасуирлаған образға композиция ул.

Проектты эскиз хәленән суйын композицияға алып барып еткергәнсе биш йылға яҡын ваҡыт үтте. Сөнки ситтән ярҙам алмай, үҙебеҙҙең ойошма мөмкинлегенән ҡарап эш иттек. Гипс һәм балсыҡтан әүәләнгән Аҡбуҙат оҫтаханала оҙағыраҡҡа ҡалғас, Өлфәт ағайҙың өмөтө өҙөлә биреп тә ҡуйҙы. Гипс һынды суйындан ҡойорға Кәҫлегә оҙатҡас, уны Башҡортостанға алып ҡайтыу мәсьәләһе килеп баҫты. Шөкөр, беҙгә республика Башлығы Радий Хәбиров ярҙам ҡулы һуҙҙы.

Бына бөгөн иркен тын алырға ла мөмкин. Аҡбуҙат мәңгелеккә Йылҡысыҡҡанға ҡайтты. Эпостарҙа данланған йыһан атын асыу тантанаһы ла ябай мәлдә түгел, тап Фольклориада сиктәрендә үтә.

Һәммәгеҙҙе лә 6 июль Башҡортостандың ҡотло урынында көтөп ҡалабыҙ.

Аҡбуҙатлы «Урал батыр ере»нә рәхим итегеҙ!

Данир Ғәйнуллин,
БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры.

Читайте нас: