Ҡунаҡтарҙың йөҙҙәре битлек менән ҡапланғанға күрә килеүселәрҙең күңел көҙгөһөнә — күҙҙәренә ҡарап, моғайын да, Әҙәм менән Һауа вариҫтары бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырыша, шул уңайҙан башҡорттар Һабантуй үткәрә, тип әйтмәһә лә, уйлар ине.
Сөнки, беренсенән, Хоҙай уларға битлек кейҙереп, күҙҙәргә ҡарап туғанын таныу шартын ҡуя;
Икенсенән, ике ҡитға араһында, Евразияла формалашҡан башҡорт милләте меңәр йылдар һуҙымында Европа һәм Азия халыҡтары вәкилдәре булған күп һанлы ырыуҙарҙан тупланған икән, ҡунаҡтарҙың күбеһенең күҙҙәренә яҙылған күңел уртаҡлығы ошо бәйләнеште аңлата булыр;
Өсөнсөнән, Америка ҡитғаһынан килеүсе ҡунаҡтарыбыҙҙың күбеһе ҡасандыр унда Европанан күсеп барған, ә Европа ул — беҙ. Ә инде Африканан килеүселәрҙе беҙ ҡунаҡ янына алдыҡ;
Дүртенсенән, Гөлнара Хәлфетдинова яҙыуынса, кешелек Уралда яралған, тигән фекер ҙә бында бик урынлы һәм "Урал батыр" эпосының шул хаҡтағы ҡомартҡы булыуын раҫлай;
Бишенсенән. Рәсәйҙә тәүге тапҡыр үткән Фольклориада байрамының фәҡәт беҙҙә, Башҡортостанда үтеүе һис тә осраҡлы түгел, сөнки күп томдарға ингән этномәҙәни ҡомартҡыларыбыҙ, эпостарыбыҙ, фольклорыбыҙ, милли сәнғәтебеҙ, милли кейемебеҙ, аш-һыуыбыҙ һ.б. барыһы ла Евразия синтезынан туҡылған, шуның өсөн дә бай һәм боронғо...
...Бына шулай уйлар ине урта быуат зыялыһы...
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
468-се күҙәтеү.