Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙән дә изгерәк эш бармы икән донъяла?! Маҡтаулы ла, үтә яуаплы ла был һөнәргә эйә булған уҡытыусыларға тыуған ауылым Яугилде үтә лә бай. Юғары уҡыу йортон һәм педагогия училищеһын тамамлаған ауылдаштарымдың иҫәбе 80 тирәһе!
Һәр оло эштең башында шәхес тора. Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә ғилем эстәп, 1912 йылда уҡ Табын кантонында балаларға белем биреү эшен башлап ебәргән Әминев Ғәҙелша Ғәлләмша улы (1895 – 1981) шундайҙарҙың береһе. Ауылыбыҙҙың киләсәктә уҡытыусылар «тимерлегенә» әүерелеп китеүе фәҡәт уға бәйле, тип әйтеү һис тә арттырыу булмаҫ.
Яҡын тирәләге бер нисә ауыл мәктәбенең эшен яйға һалып, йәш быуынға төплө белем һәм тәрбиә биргән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан арҙаҡлы мөғәллимдең тырыш һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн район уҡытыусылары араһында беренселәрҙән булып Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнеүе күп нәмә хаҡында һөйләй.
Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр. Атанан күргән уҡ юнған, тип тә хаҡ әйткән боронғолар. Әминевтәрҙең өлкән улы Нәғим, һуғышҡа тиклем үк Стәрлетамаҡтағы уҡытыусылар институтын ҡыҙыл дипломға тамамлап, Оло Үтәш ауылында мөғәллимлек эшен башлай. 1942 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Будапешт ҡалаһын азат иткәндә, батырҙарса һәләк була.
Уның берҙән-бер улы, йәғни Ғәҙелша Әминевтең ейәне Ғаяз, олатаһы менән атаһы юлын дауам итеп, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем ала һәм республикабыҙҙың төрлө мәктәптәрендә ярты быуат самаһы балаларға белем һәм тәрбиә бирә. Уның ҡатыны Роза Ғарифулла ҡыҙы ла, партияның Архангел район комитетында эшләү йылдарын иҫәпкә алмағанда, ғүмеренең күп өлөшөн мәғарифҡа арнаны. Улдары Филүс, Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, яуаплы вазифа башҡара, «Тамыр» телеканалы мөхәррире булып эшләгән ҡатыны Гөлфиә менән ике бала тәрбиәләй.
Ғәҙелша бабайҙың икенсе улы Рауил да һуғышта ҡатнаша. Артабанғы йылдарҙа ғаиләһе менән Силәбе өлкәһенеңҠатай-Ивановск ҡалаһында йәшәй, ғүмере буйы скульпторFрәссам булып эшләй. Уның алтын ҡулы тыуҙырған скульптура әҫәрҙәре бөгөн дә ҡала урамдарын һәм скверҙарын биҙәп тора. Рауил ағай Әминевтең ике балаһы була, Клара исемле ҡыҙы ғүмерен уҡытыусы эшенә бағышлай. Уның Юлия исемле ҡыҙы ла мәғариф өлкәһен һайлай, ә улы Вил урман сәнәғәтенә өҫтөнлөк бирә.
Әминевтәрҙең өсөнсө улы Фәрит Ғәҙелша улы 1960-1980 йылдарҙа республикабыҙҙың танылған педагог-методистарының береһе була. Ул һуғыштан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, математика уҡытыусыһы һөнәренә эйә була. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу институтында һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы редакцияһында яуаплы вазифалар башҡара. Алгебра, геометрия фәндәре буйынса байтаҡ ғилми хеҙмәт авторы бер нисә уҡыу-методик әсбап нәшер итә. Мәғариф өлкәһендәге ҙур хеҙмәттәре һәм уңыштары өсөн Фәрит Ғәҙелша улы Әминев 1980 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ була һәм бик күп Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Әйткәндәй, уның ҡыҙы Светлана ла атаһының юлын дауам итә. Ул оҙаҡ йылдар М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында студенттарға информатиканан белем бирә.
Ғәҙелша һәм Хөсниямал Әминевтәрҙең берҙән-бер ҡыҙы Фәнирә медицина юлынан китеп, пенсияға сыҡҡансы, Стәрлетамаҡ ҡалаһында гинеколог булып эшләй. Абруйлы врачты ҡала халҡы бөгөн дә һағынып иҫкә ала.
Бишенсе бала булып буй еткергән Фәрғәт иһә ғаиләһе менән Ҡаҙағстан тарафтарында ғүмер кисерә, байтаҡ йылдар шахтала һәм энергетика өлкәһендә эшләй.
Әминевтәрҙең кинйә улы Шәүҡәт, Башҡорт дәүләт университетын уңышлытамамлап, дүрт тиҫтә йылдан ашыу Ишембай ҡалаһындағы З. Вәлиди исемендәге 2-се Республика гимназияһында физиканан уҡыта. Бынан тыш, ул өс йыл самаһы КПСС-тың ҡала комитетында, ике йыл Өфө дәүләт авиация институтының Ишембай филиалында эшләй.
Оло ихтирамға лайыҡ булған талантлы уҡытыусы Башҡортостандың мәғариф отличнигы билдәһе һәм бик күп Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Шәүҡәт Ғәҙелша улының хәләл ефете Нәсимә Ғилметдин ҡыҙы ла – маһир уҡытыусы, ҡаланың билдәле шәхестәренең береһе: шағирә лә, композитор ҙа,
йырсы ла ул! Шәүҡәт һәм Нәсимә Әминевтәрҙең Ринат исемле улдары медицина өлкәһен һайлаған, ә Булат – танылған йырсы, музыкант.
Ҡыҫҡаһы, Башҡортостандың мәғариф өлкәһендә яҡты эҙ ҡалдырған ғилемле лә, зиһенле лә Әминевтәр династияһының бер быуаттан ашыу тарихы бар. Уларҙың дөйөм педагогик стажы 300 йыл самаһы тәшкил итә. Шуны ла оноторға ярамай: нисәмә быуын балаларына төплө белем һәм тәрбиә биргән, төрлө өлкәлә намыҫлы эшләгән затлы нәҫел вәкилдәре меңәрләгән кешегә остаз да булып тора. Яугилде ауылы халҡы данлы Әминевтәр ғаиләһе менән бөгөн дә ғорурланып йәшәй.