Бөтә яңылыҡтар

“Хеҙмəтемде сикһеҙ һөйәм мин...”

Д. М. ШӘҮӘЛИЕВ, Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы Аҡкүҙ мәктәбенең математика һәм информатика уҡытыусыһы

“Хеҙмəтемде сикһеҙ һөйәм мин...”
“Хеҙмəтемде сикһеҙ һөйәм мин...”

Һəр кем үҙ һөнəрен маҡтай тиҙəр,

Хеҙмəтемде сикһеҙ һөйәм мин;

Көлəс йөзлө кескәй дуҫтарымды

Барынан да яҡын күрəм мин.

З. Шəрифуллина

 

Тыуған ауыл тигәндә, ҡайҙалыр яҙҙар, көҙҙәр хөкөм һөргән урман-тауҙар артына йәшеренгән ғәҙәти йортта йәшәүсе, төп нигеҙҙе барлап, йыйып тороусы, иртә-кис ҡаш өҫтөнә ҡулын ҡуйып, оло юлға күҙ нурҙарын түгеп бағыусы әсәй хәтергә килһә, мәктәп тигәндә, иң беренсе нәүбәттә, мәктәп баҫҡысында балҡып ҡаршы алыусы, йәшлеге менән гүзәл, мәктәп еҫе һарылған апай күҙ алдына килә. Баҡтиһәң, мин үҙем дә ошо уҡытыусы исеме ҙур хәрефтәр менән яҙылырға тейешле һөнәр эйәһе лә баһа!

Ни өсөн һуң әле мин нәҡ бына уҡытыусы һөнәрен һайланым? Юғиһә, нәҫелебеҙҙә лә әлеге һөнәр эйәләре юҡ. Педагогия институтына уҡырга ингәндә, мин был һорауға, бәлки,  “Балаларҙы яратам” тип яуап биргәнмендер. Ул ваҡытта мин үҙ өҫтөмә ниндәй ҙур яуаплылыҡ алғанымды аңланыммы икән һуң? Моғайын, юҡтыр.

Үҙем башҡарған эштең ни ҡәҙәр яуаплылыҡ талап итеүен йылдар үткән һайын төшөнә барам һәм хайран ҡалам...

Синыф ишеген асып керергә мәжбүр итеүсе көстөң исеме мөхәббәт икән дә баһа. Балаларға, уҡытыусы һөнәренә мөхәббәт!

Һəр көндө күргəн уҡыусыларымды мин беренсе тапҡыр күргəндəй шатланып ҡаршы алам. Тиҫтəлəгəн күҙҙəр миңә яңылыҡ көтөп төбəлəлəр. Мин йылмайһам, йылмаялар, борсолһам, ҡараштарын түбəнгə эйәләр. Минең ҡаршымда ни ҡәҙəр таҙа күңел, саф йөҙҙəр! Шул күңелгə орлоҡтарҙы сəсəһе генə ҡала. Шытып сыҡһындар улар аҡ ҡағыҙ  кеүек таҙа һəм саф күңелдəрҙə, үҫһендəр, өлгөрһөндəр…

Элек-электән уҡытыусы хеҙмәте - ғәйәт ҡатлаулы һәм яуаплы хеҙмәт булып һаналған. Беҙ билгеле бер дәрәжәлә яңыса фекерләүгә иғтибар бирелгән, фән-техника өлкәһендә, хеҙмәттә әленән-әле яңы асыштар яһала торган заманда йәшәйбеҙ. Үзгәрештәр уҡыу-уҡытыу процесын да урап уҙмай. Шуға ла, бөгөнгө көндә уҡытыусының иң төп бурысы – уйларға, фекер йөрөтөргә һәләте булған, заман менән бергә атлаусы, уйлап табыусан, үҙ халҡының тарихын, мәҙәниәтен яҡшы белеүсе ижади шәхес тәрбиәләү. Әлеге маҡсатты уҡытыусы бары тик уҡытыу процесында ғына тормошҡа ашыра ала. Шуға ла уҡытыусы бер урында тапанып тормайынса, шәхес булараҡ ижади яҡтан эш итһә, ниндәйҙер яңылыҡ эҙләһә, уйлап тапһа ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә ирешә. Ә ижадҡа төп этәргес булып уҡыусы тора.

Мин уҡыусыларым өсөн уҡытыусы ағай түгел, мин – кәңәшсе, ярҙамсы. Мин уларға менеү юлдарын күрһәтмәйем, мин уларга йүнәлеш барлығын әйтәм  генә. Ә уңышҡа ирешеү, иң беренсе сиратта, маҡсат ҡуйыуҙан башлана. Әгәр маҡсатты уҡыусыларға мин әйтәм икән, был - минең маҡсат, минең юлым, улар үҙ юлдары өсөн маҡсатты үҙҙәре билдәләргә тейеш. Ошо ғәмәлдән ижадилыҡҡа бер аҙым яһала, сөнки һин алдыңа маҡсатты ҡуйганһың икән, уға ирешеү юлдарын да һайлау инде һинән тора.

 Алмағастағы алмалар ҙа бер төрлө өлгөрмәй: ҡайһы ҡып-ҡыҙыл, өҙөлөп төшәм тип тора, ә ҡайһы әле өлгөрмәгән,  ә өсөнсөһөн ҡорт кимергән, ул шиңгән. Һәр береһенә ваҡыт кәрәк. Ҡортлоһон дауалап, бешмәгәнен өлгөртөп була.

   Уҡыусылар менән дә шулай түгелме?! Һәр ҡайһының үҙ мөмкинлеге, үҙ донъяһы. Ә ул донъяны емерергә ярамай. Тышҡы сифат менән эске ихтыяр көсө тура килмәһә, ҙур һәләкәт килеп сығырга мөмкин, шунлыҡтан уҡыусының эске  һәләтен яҡшы самаларға кәрәк.

Мәктәптең бөгөн хәл итәһе мәсьәләләре күп. Шуларҙың иң мөһиме – кадрҙар ҡытлығылыр.

Уҡытыусы һөнәрен һайлаусы егеттәр-ҡыҙҙар һаны йылдан-йыл кәмей.  Был  ил күләмендәге мәсьәләгә әүерелде. Һуңғы йылдарҙа бөгөнгө мәктәп заман менән атларға тейеш, тигән маҡсаттан сыгып, Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан уҡытыусыларға бик күп төрлө Гранттар, ҡыҙыҡлы белем биреү сығанаҡтары барлыҡҡа килтерелеүе аша уҡытыусы һөнәренең абруйы күтәрелә башланы. Ләкин бөгөн үк: “Уҡытыусы – ғорур яңгырай” тип ышанып әйтеп булмай.

Бөгөнгө белем усаҡтарында күп нәмә икенсе. “Беҙҙең яңы мәктәп” милли мәғариф башлангысы яңы талаптар ҡуя. Мәктәптәр яңы белем стандарттарына күсте. Шулай уҡ мәктәп бөгөн киң технологиялар майҙаны. Унда зирәк йәш ҡан, йәш аҡыл кәрәк. Бөгөн мәктәп “Мәғариф тураһындағы” яңы закон сиктәрендә эшләй. Унда ҡуйылған талаптар менән был системала эшләгән кешеләр генә яҡындан таныштыр.

Тимәк, яңы заман ауыл уҡытыусыһы ла үҙ эшендә төрлө информацион технологиялар ҡулланыусы, юғары белемгә эйә профессиональ педагог булырга тейеш. Сөнки китап аша бирелгән сығанаҡтар менән генә баланы ҡыҙыҡһындырыу, өйрәтеү ауыр. Минең фекеремсә, замандан ҡалышмайынса, сығанаҡтарҙан, иң элек, остаздар ҡуллана белергә һәм, әлбиттә, балаларҙы ла был сығанаҡтарҙан ҡуллана белергә өйрәтергә тейеш.

Ни генә булмаһын, белем алыу - энә менән ҡойо ҡаҙыу, ә  уның хеҙмәт емеше татлы бер мөғжизәле дөнья. Шул донъяға баланы ниндәй уҡытыусы етәкләп алып инә -  иң мөһиме шул!

 

 

 

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: