Хәҙерге заман балаларының китап уҡып бармауы, был шөғөлдө үҙ итмәүе тураһында беләбеҙ. Үҫеп килгән быуындың китап яратмауында күптәребеҙ Интернет һәм гаджеттарҙы ғәйепләй.
Йәштәр интернетҡа, телевизорға ҡапланды, китапҡа иғтибар кәмене, тибеҙ. Әммә замана технологиялары тормошобоҙға үтеп ингәнгә тиклем үк китап һөйөү селәр һәм уҡырға яратмаусылар булған.
Әлбиттә, һәр ата-әсәнең белемгә ынтылған, аҡыллы, уҡырға яратҡан бала тәрбиәләп үҫтереү теләге аңлашыла. Ләкин ҡайһы бер осраҡтарҙа китап яратҡан ғаиләләрҙә лә был шөғөлгә бөтөнләй битараф бала буй еткереүе мөмкин. Балала белем эстәүгә, китап уҡырға теләк булдырыу һәм ошо ҡыҙыҡһыныуҙы һүндермәү юҫығында ата-әсә, өлкәндәр нимә эшләй ала?
Сәңгелдәктән китап менән
Сымылдыҡта ятҡан сабый әсәһенең нимә уҡығанын аңламай әле, әммә уны әсәһенең тауышы тынысландыра, был уға яҡын кешеһе янында икәнлеген белдерә. Был осорҙа ҡыҫҡа ғына шиғырҙар, тиҙәйткестәр, һамаҡтар ҡулай булыр.
Баланың йәш ярымға тиклем һүҙ запасы әүҙем формалаша, ике йәшендә тотош һөйләмдәрҙе аңлап ҡабул итә белә, ә инде өс йәшлек бала тыңлаусы
ғына түгел, ә йәнле әңгәмәсе лә. Әммә баланың иғтибарҙы тота белеү үҙенсәлеген дә күҙ уңынан ысҡындырып ебәрмәҫкә кәрәк: бер йәшлек балалар 3 – 4 минуттан иғтибарын икенсе нәмәләргә йүнәлтә башлаһа, өс йәшлектәр ҡыҙыҡлы әкиәтте 15 – 20 минут самаһы тыңларға һәләтле.
Уҡыуға уйын аша
“Уҡыһаң – күпте белерһең”, “Ошоно уҡып сыҡһаң – белемең артыр” – бындай дәлилдәр менән уҡырға һөйөү уятыу икеле. Бәләкәй бала китапты уйын аша танып белһә, отошлораҡ буласаҡ.
Хәрәкәтсән уйындар уйнап арып киткән баланы әкиәт йә шиғыр уҡып, ял иттереп була, уҡылған әҫәр тураһында фекер алышып, нимә аңлашылғанын, ә ҡайһы ерҙәрен төшөнөп етмәгәнен асыҡлап үтергә мөмкин.
Китап уҡыу менән бәйле уйын шарттарын һәм ҡағиҙәләрен ата-әсә балаһының ҡыҙыҡһыныуҙарынан һәм холоҡ үҙенсәлектәренән сығып үҙҙәре лә уйлап
таба ала.
Ҡабатлауҙан доға иҫкермәй
Балағыҙҙың бер үк әкиәтте йә шиғырҙы ҡабат-ҡабат уҡыуығыҙҙы һорауына аптырамағыҙ йә ризаһыҙлыҡ белдермәгеҙ. Был психологик комфорт тойғоһо
тыу ҙыра һәм тап ошо әкиәтте тыңлағанда балаға рәхәт, тыныс, ул үҙен яҡлаулы һәм һаҡлаулы тоя. Бәләкәй сағығыҙҙа һеҙҙең дә яратҡан китабығыҙ булғандыр. Хәҙер ошо китапты яңынан уҡып, бала саҡтағы бәхетле мәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөп китә алаһығыҙ. Бәлки балағыҙҙы яратҡан китабығыҙ менән таныштырыу теләге лә тыуыр, әммә берәү ҙә был китап балағыҙҙың да яратҡан әҫәренә әүерелер тигән гарантия бирә алмай.
Китап һайлау
Уҡыласаҡ китапты балағыҙ үҙе һайлаһын. Һәр китап кешене нимәгә лә булһа ла өйрәтә: сәсмә әҫәрҙәр тел байлығын арттырһа, шиғриәт – илаһи бер донъя! Әйтеп үтелгәнсә, туҙғансы уҡылған яратҡан китап психологик комфорт тойғолары бирһә, яңы китап тылсымлы серҙәр асып, яңы белем донъяһына илтәсәк. Әкиәттәр фантазияны байытып, хыяллана белеү һәләтен үҫтерһә, йәшәйеште һүрәтләгән хикәйә, повесть һәм романдар тормош тәжрибәһе бирә.
Бәләкәс кенә хикәйә-очерктар мәғлүмәтте ҡыҫҡаса еткерергә мөмкин икәнлеген күрһәтһә, ҡалын-ҡалын романдар хәтерҙе үҫтерә, түҙемлелеккә өйрәтә.
Китап магазиндарына барып, теләгән китабыңды ҡулыңа алып, асып ҡарап, һатып алыу мөмкинлеге булһа – айырыуса яҡшы! Китап менән танышыуҙы
бала өсөн бәләкәй генә байрамға әйләндереп ебәргәндә китапҡа һөйөү уянып, белемгә ынтылыу көсәйәсәк.
Дуҫтарың кем?
Боронғо грек драматургы һәм шағиры Еврипид “Дуҫыңдың кем икәнлеген әйт, мин һинең кемлегеңде әйтермен” тигән. Ысынлап та, әгәр ҙә янында китап яратҡан бер-ике дуҫы бар икән, баланың да уҡырға ынтылышы яралыуына ҙур өмөт тыуа. Сөнки уҡылған китаптар буйынса фекер алышыу, ҡыҙыҡлы урындарын бергәләп уҡыу дуҫлыҡ ептәрен тағы ла нығытып ебәрәсәк. Коллекция йыйыу менән ҡыҙыҡһынған балаларға тәғәйен жанрҙағы йә иһә бер авторҙың китаптарынан йыйынтыҡ туплау идеяһы оҡшап ҡаласаҡ. Үҙеңдең бәләкәй генә булһа ла шәхси китапханаңдан яратҡан китабыңды дуҫыңа биреп тороу, үҙең ул тәҡдим иткән китапты алып уҡыу – шулай уҡ ныҡлы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәренә, китап һөйөүгә табан бер аҙым.
Һәм иң мөһиме – шәхси өлгө!
Ниндәй генә дәлилдәр килтереп, уҡыуҙың, белем алыуҙың ни тиклем мөһимлеген аңлатырға тырышма, ата-әсәһе китапты тотоп ҡарамаған ғаиләлә уҡырға ынтылып торған бала үҫеүе бик икеле. Шуға күрә китап уҡыу тигән яҡшы, ыңғай шөғөлдө ата-әсә иң беренсе үҙҙәрендә булдырырға һәм тәрбиәләргә тейеш. Кискеһен нисек кенә арып ҡайтһағыҙ ҙа, ун төрлө эшегеҙ өйөлөп ятһа ла, көнөнә 10 – 15 минут ваҡытығыҙҙы балалар менән китап уҡыуға, яңы белем алыуға арнарға ынтылығыҙ.
Уҡырға ныҡлы өйрәнеп, китап тотоп ултырған балаларығыҙға ҡарап, ҡыуанып ҡына ҡалмағыҙ, уларҙың нимә уҡығанын да иғтибар үҙәгенән ысҡындырмағыҙ! Әле йәшенә тура килеп етмәгән йә иһә тыйылған әҙәбиәтте уҡыу балағыҙҙың рухи һәм әхлаҡи үҫешенә зыян килтермәҫ тигән ышаныс юҡ. Бала уҡылған китабы тураһында һеҙҙең менән фекер алышырға теләй икән, бик яҡшы! Аңлашылмағанын һорап, ниндәйҙер бәхәсле мәлдәренә ҡарашығыҙҙы белергә тырышыуы балағыҙҙың ышанысы, һеҙҙең абруйығыҙ хаҡында һөйләй.
“Баланың китап уҡырға ылыҡҡан мәлен тотоп ҡалыр кәрәк”, – ти Мәскәү дәүләт педагогия университетының лингводидактика кафедраһы етәксеһе
Елизавета Хамраева. Донъяны танып белергә ярҙам иткән асҡыс булған китапты яратайыҡ, дуҫтар! Балаларыбыҙҙа китапҡа һөйөү тәрбәләйек!