Бөтә яңылыҡтар

Мәктәптә баланың туҡланыуын нисек тикшерергә?

Башҡортостанда 2020 йылдан башлап 1 - 4-се класс уҡыусыларын ашханала иртәнге йәки төшкө ашты бушлай ашаталар. Уҡыусыларға нимә тәҡдим итеүҙәрен нисек тикшерергә була – «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы һәм Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығы белгестәре аңлата.

Мәктәптә баланың туҡланыуын нисек тикшерергә?
Мәктәптә баланың туҡланыуын нисек тикшерергә?
Ата-әсәләр комитетына йәки бракераж комиссияһына инегеҙ.
- Бракераж комиссияһына инеү өсөн мәктәп администрацияһы менән бәйләнешкә инергә кәрәк. Бәйләнеш өсөн мәғлүмәтте мәктәп сайтында табырға мөмкин.
- Балаларҙың туҡланыуын күҙәтеүсе ата-әсәләрҙе билдәләгеҙ һәм был хаҡта директорға хәбәр итегеҙ. Ғариза өлгөһөн мәктәп сайтында табырға йәки класс етәксеһенән һорарға була.
- Тикшереү графигын директор менән һөйләшеп килешегеҙ.
- Ашханала туҡланыуҙы ойоштороу сифатын баһалағыҙ. Балаларға аҙыҡ раҫланған меню буйынса биреләме, хеҙмәткәрҙәр махсус формала эшләйме һәм бер кем дә ашарға теләмәгән ризыҡ бармы-юҡмы икәнен асыҡларһығыҙ.
- Башҡа ата-әсәләр менән бергәләп мәктәп менюһын яҡшыртыу мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында дөйөм йыйылыш үткәрегеҙ.
Мәктәптә балаларҙы ашатыуҙы тикшереү пункттарының тулы исемлеге менән "Роспотребнадзор"ҙың «Дөйөм белем биреү ойошмаларында балаларҙы йылы аш менән тәъмин итеүҙе ойоштороуҙа ата-әсәләр контроле» тип исемләнгән методик ҡулланмаһында танышырға мөмкин. Ата-әсәләр шулай уҡ «ELSCHOOL» порталындағы «Туҡланыуҙы контролдә тотоу» ҡушымтаһында меню менән таныша ала. Шулай уҡ порталда «Туҡланыу буйынса һорауҙарығыҙ һәм тәҡдимдәрегеҙ» тигән ҡушымтала мәктәптә балаларҙы ашатыу йәһәтенән бәйләнеш булдырырға мөмкин.
 
 
 
Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: