Бөтә яңылыҡтар

Өфө ҡалаһында асыласаҡ иң ҙур мәктәптә төҙөлөш эштәре дауам итә

Кузнецов затоны биҫтәһенең Мәғариф урамындағы (улица Просвещения) был мәктәп 2200 уҡыусыға иҫәпләнә. Объекттың дөйөм майҙаны 36 мең кв метрҙан ашыу.

Өфө ҡалаһында асыласаҡ иң ҙур мәктәптә төҙөлөш эштәре дауам итә
Өфө ҡалаһында асыласаҡ иң ҙур мәктәптә төҙөлөш эштәре дауам итә

Уҡыу бүлмәләренән тыш мәктәптә 4 спорт залы, тамашалар залы, дизайн һәм театр студиялары, фото-киностудия, робототехника һәм интерактив 3д компьютер кабинеттары, нәшриәт үҙәге буласаҡ.

Яңы мәктәптә балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу өсөн баскетбол, футбол майҙансыҡтары асыла, ихатала спорт тренажерҙары буласаҡ тип күҙаллайҙар.

Кузнецов затонындағы мәктәпте төҙөү 2023 йылдың ғинуар айында башланғайны, 2025 йылға тамамлана тип көтөлә. 2025 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостанда 17 яңы мәктәп файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Сығанаҡ: "Сәләм"

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: