Бөтә яңылыҡтар

Минең остазым

Л.Ә. ҠУЖИНА, Ишембай нефть колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Минең остазым
Минең остазым

Тыуған республикабыҙҙың данлыҡлы шәхестәрен тәрбиәләгән ғәжәйеп бәрәкәтле ер – Ҡырмыҫҡалы районы ҡыҙы тураһында һүҙем. Күрәһең, ошо ер рухы, быуын-быуын күсә килеп, арабыҙҙан аҫыл улдар һәм ҡыҙҙар үҫтерәлер. Уларҙың эше менән күңел ҡыуана, киләсәккә ышаныс, өмөт арта, халҡыбыҙ менән ғорурланыу тойғолары уяна. Сөнки килер быуындарға рухи байлығыбыҙ – туған телебеҙҙе, сал тарихыбыҙҙы түкмәй-сәсмәй еткереүсе кешеләребеҙ бар. Улар ауыр ҙа, яуаплы ла, шул уҡ ваҡытта маһир ҙа эште дауам итеп, еребеҙгә изгелек, бәрәкәт, ғилем орлоҡтары сәсеүселәр.

Остазым - йөҙәрләгән студенттары өсөн оло тормош үрнәге булып торған Лена Ғәлимхан ҡыҙы Вәлишина. Республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә билдәлелек яулаған уҡыу йорто – Ишембай нефть колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһендәге почетлы хеҙмәткәре,  Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, тиҫтәләгән методик мәҡәләләр, программалар һәм дәреслек авторы, ҡыҙыҡлы әҙәби эҙләнеүҙәр, проекттарға ҡанатландырыусы уҡытыусы ул.

Лена Вәлишина ҡыҙының бай педагогик тәжрибәһе, ике тиҫтә йылдар инде системалы йыйған, заманса йыһазландырылған эш кабинеты нефть колледжында юғары баһалана, сөнки ул урта һөнәри белем биреү системаһындағы ауыр, теүәл фәндәр янында үҙ предметының дәрәжәһен бер тиң итеп ҡуя алған. Буласаҡ белгестәр, етәкселәр өсөн туған тел уҡытыуҙың әһәмиәтен ул һүҙ менән түгел, ә көндәлек эше менән дә иҫбатлаған. Уҡыу йорто коллективы ла туған тел дәрестәре аша йәш быуын күңеленә иң мөҡәддәс кешелек тойғолары үрелеүен күрәләр, шәхестең йылдар буйы берәр кирбесләп төҙөлгән матур күңел донъяһы - киләсәк йәмғиәт ағзаһының төп рухи таянысы икәнен аңлайҙар. Ә бит билдәле: рух булмаһа, эш тә ырамай, күңелдә лә бушлыҡ ҡойоно уйнай башлай. Хәс тә Лена Вәлишинаның ауылдашы академик, әҙәбиәтсе Ғайса Хөсәйенов әйткәнсә: “Әҙәбиәт ул – ян кереше. Ул ауһа, рух та ауа”. Тимәк, туған телде, әҙәбиәтебеҙҙе уҡытыу – рухты нығыта, күңел донъяһын байыта. Тап бына шундай тормош һәм педагогик принциптарға нигеҙләнеп, тырышып эшләй ҙә инде минең остазым. Уның һөҙөмтәле эше уҡыусыларҙы ғына түгел, иң беренсе нәүбәттә ата-әсәләрҙе, педагогик коллективты һөйөндөрә. Сөнки алда билдәләп киткәнсә, рухлы бала башҡа ауыр предметтар алдында ла баҙап ҡалмай, алға бара, уңышлы уҡый.

Студенттары, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре алдындағы абруйы, тормош тәжрибәһенең башланыуы үҙенең кескәй генә белем инеше – Үтәгән ауылы мәктәбенән юл ала, тип иҫәпләй Лена Вәлишина. Өфөгә яҡын ғына ятҡан был ауыл мәктәбенә аҙна һайын оло ҡунаҡтар килә. “Һәр бер әҙәбиәт дәресе асыҡ дәрес була торғайны, - тип һөйләй был турала остазым. – Мин уҡыған осор белем системаһы юғары мәҙәнилек һәм хеҙмәт һөйөү принциптарына таянып, уҡыусыларҙы көслө ихтыярлы, сыныҡҡан кешеләр итә ине”, - ти ул. Ысынлап та, Лена Вәлишина матур ғаилә тәрбиәһе алған. Үҙ артынан башҡаларҙы әйҙәп, һәр эште лә еренә еткереп башҡарыусы шәхес булып үҫкән. Ата-әсәһе Ғәлимхан ағай һәм Ғәзизә апайҙарҙың ғаиләһендә белем культы бик юғары ҡуйыла. Ябай ер кешеләре, ғүмере буйы ауыл хәстәре, колхоз эше менән янып йәшәһәләр ҙә, улар балаларына уҡытыусы һөнәренә һөйөү тәрбиәләй алған. Бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, һөйөклө әсәһе Сәхәпова Ғәзизә Хажимөхәмәт ҡыҙын үҙенең иң яҡын остазы тип һанай Лена Вәлишина. Сәхәповтарҙың улы һәм ҡыҙы әсәләренең һөнәрен һайлай: тирә-яҡта билдәле уҡытыусылар, мәғариф алдынғылары булып китәләр, тиҫтәләгән быуын балаларына белем, тәрбиә бирәләр.

Заманыбыҙҙың алдынғы шәхесе булараҡ, Лена Вәлишинаны һуңғы йылдарҙағы рухиәтебеҙгә, телебеҙгә булған мөнәсәбәт, йәштәрҙең телгә битарафлығы әсендерә. Бындай хәлдәрҙән сығыу юлын ул тәрбиә өлкәһендә мәҙәниәтебеҙҙе оҫта итеп файҙаланыуҙа күрә. Тел һәм рух тотанағы халҡыбыҙҙың тарихында, уның меңәр йыллыҡ мәҙәниәтендә. Шуның өсөн ата-олатайҙар йолалаларын тергеҙеп, әһәмиәтле тәрбиәүи традицияларҙы йәшәйешебеҙгә ҡайтарыу, көндәлек эшебеҙҙә ҡулланыу зарур, тигән фекерҙә. Инде үҙе лә маһир остаз булараҡ, иңенә 40 йылға яҡын педагогик тәжрибә туплаған уҡытыусы ошо йүнәлештә эшләй. Уның эш кабинетына барып инһәң, уҡыусыларының бал ҡортолай гөжләп эшләүен күрәһең: төрлө конкурстарға проекттар әҙерләү, предмет олимпиадаһына көс һынашыу, ғилми эҙләнеүҙәр, презентациялар төҙөү... Кабинетта башҡорт рухы бөркөлөп торған стендттар, бай материалдар тупланған төрлө папкалар, планшеттар... Ә Лена Вәлишина уҡыусылары араһында ысын дирижер, телсе, әҙәбиәтсе, яҡын ярҙамсы. Әйткәндәй, уның етәкселегендәге кабинет республика конкурсында Гран-при яуланы! Төрлө милли байрамдар, концерт, акция, флешмобтар – барыһы ла уның студенттары ҡатнашлығында үтә, ҙур тәжрибә һандығына туплана. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Лена Вәлишина мәҙәниәтебеҙ аша йәштәрҙе тәрбиәләү проектын тыуған ауылында үткәрелгән сараларға ла тәҡдим итә. Ғөмүмән, тамырҙары тыуған еренә бәйле уның: ваҡыты менән унда ҡайтыу хаж ҡылыуға тиң, тип ҡуя ул. Бына әле яңы ғына Ҡырмыҫҡалыла үткән бөтә республика матбуғатын шаулатҡан Ҡабаҡ байрамының сценарийы ла уның көсө менән тормошҡа ашырылды. Ундағы тел, тарих, мәҙәниәт берҙәмлеге идеяһы һәр яҡташы күңеленә хуш килде. Байрам, республика матбуғаты хәбәр иткәнсә, иҫ киткес йылы, рухлы, һәр кем йөрәгенә барып етерлек хәтирәләр яңыртып үтеп китте. Байрамдан һуң остазым атай-олатайҙар рухы яңыртылды, ауыл йәшәй! - тип һөйөнөп йөрөнө. Ә бит тынғыһыҙ эше, яуаплылығы янында ул ябай ер кешеһе: һөйөклө ҡатын, ике бөркөттәй ул үҫтергән әсә, хәҙер инде өләсәй ҙә булып китеүен уйлаһаҡ, остазымдың рухи көсөнә һоҡланырға ғына ҡала.

Үҙ эшенә бирелгәнлек тәжрибәһе уға Ишембай ҡалаһының 12-се лицейында эшләгән йылдарға нигеҙләнә. 90-сы йылдарҙа уҡ “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы лауреаты булып китеүендә үҙенең остазы Салауат Ғәлинға рәхмәтле булыуын йыш телгә ала. Ә Өфө ҡалаһының ғилми-мәғлүмәти методик үҙәгендә туған телдәр һәм әҙәбиәт буйынса методист булып эшләгән йылдарында ул ысын мәғәнәһендә сынығыу ала һәм бөгөн Ишембай нефть колледжында юғары категориялы, уҡытыу һәм тәрбиә эшендә үҙ йүнәлеше булған остаз-педагог булып атайсалыбыҙға хеҙмәт итә. Уның хеҙмәт үрҙәре менән уҡыусылыры, колледжыбыҙ коллективы бик ғорурлана, сөнки студенттары һәр сараларҙа ла юғары үрҙәр яулай: остазым уларҙы намыҫ менән йәшәргә, үҙ эшенең оҫтаһы булырға өндәй.

Бына тағы дәрескә саҡырып ҡыңғырау шылтыраны. Йөҙөндә әсәләрсә йылы нур балҡып, ул ишектән инеүсе студенттарын ҡаршы алырға баҫты. Шундай нәзәкәтле, һөйкөмлө һәм иманлы остазым янынан сығып китеп булмай, уға тағы бер тултырып ҡараным: эргәмдә көслө рухлы, үҙ эшенә бирелгән өлкән дуҫым, коллегам – тәрән белемле таянысым бар. Шундай шәхестәребеҙ барҙа, телебеҙҙе йәшәтербеҙ, уны балаларыбыҙға еткерербеҙ, ҡәҙерләргә һәм туған телебеҙҙә аралашырға өйрәтербеҙ. Улар беҙҙең арала саҡта, тәжрибәләрен тупларға, эштәрен күрә белергә һәм дауам итергә әҙер булайыҡ, замандаштар!

 

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: