Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан яугиры Запорожье балаларын баскетбол уйыны серҙәренә өйрәтә

Башҡортостандан "Уҡытыусы" ҡушаматлы МХО яугиры Запорожье өлкәһендә хеҙмәт итә. Отпуск мәлдәрендә урындағы балаларҙы физик культуранан уҡыта, улар менән баскетбол буйынса дәрестәр үткәрә, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите.

Башҡортостан яугиры Запорожье балаларын баскетбол уйыны серҙәренә өйрәтә
Башҡортостан яугиры Запорожье балаларын баскетбол уйыны серҙәренә өйрәтә

Бына инде дүртенсе ялын ул Днепрорудное ауылында үткәрә. Уңыштары ла бар. Яҡташыбыҙ тәрбиәләнеүселәре менән Мелитополгә ярыштарҙа ла ҡатнашып өлгөргән, унда уның командаһы Запорожье өлкәһе беренселеге призеры тип танылған.

Бер нисә йәш спортсыны өлкә йыйылма командаһына алыуҙары хаҡында билдәле. Балаларҙың ата-әсәләре хәрбиҙең улар менән шөғөлләнеүенә күнеккән, ә "Уҡытыусы" хеҙмәттәштәре уның энергияһына һәм эшһөйәрлегенә хайран ҡалыуҙан туҡтамай. Ул хатта урындағы мәктәпкә башҡорт китаптары күргәҙмәһен алып килә һәм ойоштора.

МХО-ға тиклем яҡташыбыҙ уҡытыусы булып эшләгән. Шулай уҡ журналист булып эшләүе лә билдәле. Яҡташыбыҙ әйтеүенсә, Запорожье өлкәһендә кешеләр ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр тоя. Бында Рәсәй составына ингәндән һуң күпкә яҡшыраҡ йәшәй башлағандар. Шуға күрә ул да үҙ өлөшөн индерергә һәм балаларға ярҙам итергә тырыша. Билдәле тележурналист һәм комментатор Азамат Моратов менән берлектә "Уҡытыусы" "Дуҫлыҡ Кубогы" киберспорт турнирын ойошторған. Унда Запорожье балалары Башҡортостандан киберфутбол буйынса тиҫтерҙәре менән ярышҡан.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: