22 ноябрҙә Ғафури районы Н.Х. Ғарипова исемендәге Ҡауарҙы урта мәктәбендә тәрбиәүи йәһәттән бик тә әһәмиәтле булған матур сара — РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипованың (Ҡалмырҙина) тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Сараға бөтә ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған мөғәллимәнең балалары, туғандары, район мәғариф бүлеге, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты вәкилдәре, элекке уҡыусылары, хеҙмәттәштәре һәм бөгөн уның исемен лайыҡлы йөрөткән мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Башта хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә килеүселәр Назафат Ғарипова иҫтәлегенә урынлаштырылған таҡта ташҡа сәскәләр һалды.
Артабан сараны асып, мәктәп директоры Фәймә Зөлҡәрнәйева йыйылыусыларҙы сәләмләп, Назафат Хәлил ҡыҙының тормошо, хеҙмәт юлы, ҡаҙаныштары хаҡында һөйләп үтте.
Н.Х. Ғарипова (Ҡалмырҙина) тамырҙары менән Башҡортостандың беренсе мөфтөйө Мансур Халиҡов нәҫеленә барып тоташа. Уның атаһы Хәлил (Хәлиулла) Халиҡов – Мансур Халиҡовтың яҡын туғаны. Ғафури районы Үтәш ауылында тыуыпүҫеп, башта мулла, һуңынан мөғәллим булған. Ул йылдарҙа бик күп уҡымышлы кешеләр “вәлидовсылар” тип нарыҡланып, репрессияға дусар ителгәндәр. Һөргөнгә ебәрелгән Хәлиул ланың да ғүмере йәлләдтәр ҡулынан өҙөлгән. Шуға ла уның ҡаты ны, Назафаттың әсәһе, фамилияһын алмаштырып, биш балаһы менән ауылданауылға күсенеп йөрөп, һуғыш башланғанға тиклем үк Ҡауарҙыға килеп төпләнгән була.
Ауыр йылдар уны сыныҡтыра
1942 йылдың февралендә педучилищела уҡып йөрөгән Назафатты, уҡытыусылар етмәгәнлектән, үҙе белем алған Ҡауарҙы мәктәбенә эшкә саҡыртып алалар. 17 йәше лә тулып өлгөрмәгән ҡыҙ ошондай ауыр осорҙа хеҙмәт юлын башлай. Был осор уҡытыусылары төп эштәренән тыш халыҡ араһында була: фронттан килгән хаттарҙы уҡып, уларға яуап яҙыу, һуғыштағылар өсөн посылкалар туплап ебәреү ҙә улар иңендә була. Комсомол секретары, хисапсы, бригадир ярҙамсыһы кеүек эштәрҙе лә ҡатынҡыҙ уҡытыусылар алып бара, мәктәптәге эштәренә лә өлгөрәләр. Назафат та бөтә ошо эштәр уртаһында ҡайнап, ныҡлы рухлы, ҡатҡыл шәхес булып үҫешә. Һуғыш йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул миҙал менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа балалар менән ижади эшләүгә ҙур мөмкинлектәр асыла. Һәм Назафат Ғарипова башкөллө эшкә сума. Балаларға белем биреүҙән тыш мәктәптә профком рәйесе,
башланғыс класс уҡытыусыларының район методик берекмәһенең алмаштыр ғыһыҙ етәксеһе, ауыл Советы депутаты, ҡатынҡыҙҙар советы рәйесе кеүек бар са эштәрҙе намыҫ менән, еренә еткереп башҡара. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа мәктәпте тамамлағандан һуң юғары уҡыу йорттары һәм техникумдарға инеүселәр тап уның уҡыусылары була.
Хеҙмәтенә күрә хөрмәт
Фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн бик күп наградаларға лайыҡ була Н.Х. Ғарипова: Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдары, СССРҙың 50 йыллығы миҙалы, “9-сы биш йыллыҡ ударнигы”, “Социалистик ярышта еңеүсе”, “Хеҙмәт ветераны” бил дәләре. Мәктәп, РОНО, колхоз, ауыл һәм район Советы, КПСС райкомы, Мәғариф министрлығы биргән Маҡтау грамоталарының иҫәбеһаны юҡ. РСФСРҙың Юғары Советы Президиу мының 1963 йылдың 11 майындағы Указы менән төпкөл ауыл уҡытыусыһына “РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелеүе Назафат Хәлил ҡыҙының хеҙмәтен Рәсәй, Башҡортостан кимәлендә таныу, баһалау булып тора.
Назафат Ғарипова Ҡауарҙы ауылы егете, һуғыштан ауыр яраланып, күкрәгенә орденмиҙалдар тағып ҡайтҡан Зиннур Ҡалмырҙин менән ғаилә ҡороп, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Оло улда
ры Венер – хәрби, юғары белемле, хаҡлы ялдағы авиация подполковнигы, ҡыҙҙары Гөлнура – юғары белемле геолог, хеҙмәт ветераны. Улар икеһе лә ғаиләләре менән Өфөлә йәшәй. Кесе улдары Ғәлинур Ҡалмырҙин — физикаматематика факультетын тамамлап, уҡытыусы, мәктәп директоры, район мәғариф бүлеге, артабан район хакимиәтенең кадрҙар бүлеге етәксеһе булып эшләне.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” исеме бирелде.
"Исеменә тап төшөрмәбеҙ!"
2019/2020 уҡыу йылында мәктәп коллективы Ҡауарҙы урта мәктәбенә РСФСРҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипова (Ҡалмырҙина) исемен биреү инициативаһы менән сыҡҡайны. Мәғариф бүлеге һәм район хакимиәте был тәҡдимде хупланы. Һәм 2020 йылдан мәктәбебеҙгә РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Н.Х.Ғарипованың исеме бирелде. Районда беренсе тапҡыр мәктәпкә ябай уҡытыусы исеме бирелеүе үҙе үк оло әһәмиәткә эйә, тип уйлайым һәм беҙ, уҡытыусылар коллективы ла, уҡыусылар ҙа был исемгә тап төшөрмәбеҙ,
тип ышаныс менән әйтә алам, — тип тамамланы үҙенең сығышын Фәймә Рәжәп ҡыҙы.
— Бөгөнгө сара, ысынлап та, оло әһәмиәткә эйә. Беренсенән, ул бала ларға уҡытыусы һөнәренең бик тә абруйлы, шул уҡ ваҡытта яуаплы булыуын аңларға ярҙам итеп, был һөнәр эйәләренә ихтирам һәм хөрмәт уятһа, икенсе яҡлап, Назафат Ғарипованың элекке уҡыусыларына, бергә эшләгән хеҙмәттәштәренә үҙе иҫән саҡта әйтә алмай ҡалған рәхмәт һүҙҙәрен уның балаларына, яҡындарына еткереү мөм кинлеге бирә, — тине мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитеты рәйесе Альберт Насиров. – Н. Ғарипова, ысынлап та, оло хөрмәткә лайыҡшәхес булған. Дүрт тиҫтә йыл эшләү осоронда күпме балаға башланғыс белем биреү менән бер рәттән уларҙа илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләгән. Методик берекмә етәксеһе булараҡ үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашып, яңы эш башлаған күпме йәш уҡытыусы өсөн кәңәшсетәрбиәсе, ысын остаз булған Назафат Ғарипованың яҡты рухы уҡыусылары, хеҙмәттәштәре күңелендә мәңге һаҡланасаҡ.
Лайыҡлы алмаш үҫә
Альберт Рәшит улы һүҙен тамамлап, мәктәптең бер төркөм уҡытыусыларына район хакимиәте, мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
— Н. Ғарипованың элекке уҡыусылары араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ, күптәре уның эшен дауам итеп, ғүмерҙәрен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған. Һәм уларҙың барыһын да тәүге уҡытыусыларына хас булған һайлаған һөнәргә тоғролоҡ һәм уны намыҫлы, уңышлы итеп башҡарыу сифаты берләштереп, һәр береһе уңышлы эшләп йөрөй, — тине Флүзә
Ҡалмырҙина сараға йыйылыусыларҙы район башҡорттары ҡоролтайы исе менән сәләмләп һәм балаларҙа белемгә ынтылыш, илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләү эшендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡытыусылар Фәниә Ваһапова, Нәүфилә Аҡкөбәковаға Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының, Фәнзилә Мозафарова, Әнисә Сурағолова, Айгөл Иҙрисоваға район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Артабан һүҙ Назафат Ғарипованың улы, йәмәғәт эшмәкәре, Ғафури табындары ойошмаһы идараһының почётлы рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙинға бирелеп, ул Хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә килеүселәр
гә бөйөк уҡытыусының балалары исеменән рәхмәт белдерҙе.
— Бөгөнгө сарала инәйем Назафат Хәлил ҡыҙын ҙурлап иҫкә алыу менән бер рәттән уҡытыусы һөнәрен, шулай уҡ Ҡауарҙы мәктәбен, уның бөгөнгө уҡытыусыларын да данланыҡ, — тине Ғәлинур
Зиннур улы. — Үткән йылдар менән бөгөнгөнө берләштергән ике быуын уҡытыусыларына ла бик рәхмәтлебеҙ.
Ошо сара уңайынан уҡытыусылар Әлфиә Хәмзина, Гөлсинә Нафиҡова, Гөлгөнә Абдуллинаға Табын ырыуҙары берләшмәһенең төбәкара ойошмаһы етәксеһе Фәнил Ҡоҙаҡаев имзаһы менән
Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Ғәлинур Зиннур улы IXI кластарҙа тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән уҡыусы ларҙың барыһына ла премия тапшырып, артабан йылдыңйылы башланғыс
кластарҙағы уҡыу алдынғыларына Назафат Хәлил ҡыҙы Ҡалмырҙина иҫтәле генә ошондай премия тапшырыласағын әйтеп үтте.
Хәтер кисәһендә мөғәллимәнең тәүге уҡыусыларының береһе — 87 йәшлек Әхәт Аҡмырҙин, шулай уҡ остаздарының эшен дауам итеп, бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған уҡытыусылар: Архангел районының Убалар ауылынан Альмира Юламанова, РФ-ның дөйөм белем биреү системаһының Почётлы хеҙмәткәре Миңнисара Зәйнетдинова, уҡытыусыветеран Мәүлем
бирҙе Нәзиров, Райфат Әбелғужин, элекке хеҙмәттәштәре Әнисә Сурағолова менән Гөлшат Вәлиева һәм башҡалар һүҙ алып, матур хәтирәләре менән уртаҡлашты. Гөлшат Акрам ҡыҙы “Баш
ҡорт теле” дәреслеген әҙерләгәнгә бирелгән гонорарының бер өлөшөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала еңеүсе уҡыусыларға премия итеп тапшырыу өсөн мәктәп етәксе
һенә бирҙе.
Благовар районынан килгән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Назафат Хәлил ҡыҙының бикәсе Гөлфирә Ҡалмырҙина-Әхмәтшинаның сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
– Еңгәм яҡшы уҡытыусы ғына түгел, изге күңелле һәм бала йәнле кеше булды. Уның урыны ожмахта булыуына иманым камил. Мәңгелек йоҡоһо тыныс булһын, — тине һәм уға арнап яҙылған шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Йылы хәтирәләр, сығыштар уҡытыу сылар коллективының һәм уҡыусыларҙың йырмоңдары менән аралашып барып, бер тынала үтеп китте һәм ул һәр кемдең күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырғандыр. Кисә һуңынан мәктәп ашханаһында Н.Х. Ғарипованың мәрхүм булыуының 25 йыллығы айҡанлы балалары әҙерләгән Ҡөрьән мәжлесе булды, уны райондың имаммөхтәсибе Фәнил Басиров алып барҙы.
Ҡәҙерле кешебеҙ Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипованың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Хәтер һәм ҡәҙер кисәһен әҙерләп уҙғарыуға күп көс һалған Ҡауарҙы мәктәбе етәкселегенә һәм коллективына, район хакимиәтенә, район башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетына, Төбәкара “Табын” ырыуҙары берләшмәһенә, район мәғариф бүлегенә, мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы етәксеһе А.Р. Насировҡа, “Табын” гәзите коллективына, сарала ҡатнашҡан барлыҡ туғандарыбыҙға, ауылдаштарыбыҙға, төрлө тарафтарҙан йыйылған ҡунаҡтарыбыҙға ысын күңел дән рәхмәт әйтәбеҙ. Барығыҙға ла эшегеҙҙә һәм тормошоғоҙҙа уңыштар теләйбеҙ; матур сарабыҙ, сауаплы ғәмәлдәребеҙ, инәйебеҙҙең рухын яҡтыртҡандыр тип ышанабыҙ. Киләсәктә лә мәктәбебеҙ үҙенең ҡошсоҡтарын ихлас ҡаршылап торһон, дөйөм эштәр һәм уртаҡ еңеүҙәр беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерһен, Алла бирһә!
М.М. СОБХАНҒОЛОВА,
“Табын” гәзите хәбәрсеһе.
Ғафури районы.