Йыл да журналға ваҡытында яҙылып, "Яҙыл да бүләк от!" акцияһында ҡатнашыу өсөн квитанцияларын ебәреп торалар.
"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналын бөтә коллектив менән яҙҙырабыҙ, яратып уҡыйбыҙ. Журналда коллегаларыбыҙҙың эштәре, дәрес өлгөләре ла баҫылып тора. Мәктәп коллективы менән журнал материалдарын үҙ эшебеҙҙә әүҙем ҡулланабыҙ.
Редакция хеҙмәткәрҙәренә ижади эштәрендә ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. Баҫманың тиражы йылдан-йыл артһын, уҡыусылары күбәйһен," - тиҙәр улар!
Хөрмәтле коллегалар, һеҙҙе лә республикабыҙҙың уҡытыусылары өсөн баҫылған абруйлы журналына яҙылырға, мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтарға хәбәрҙар булып, әүҙем яҙышырға һәм фекер алышырға саҡырабыҙ!
Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!