Бөтә яңылыҡтар

Зентангл – заманса арт-терапия техникаһы

(Эҙләнеү-тикшеренеү эше) НӘРКӘС БҮЛӘКОВА, Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең IV класс уҡыусыһы (Етәксеһе – З.Ә. МӘҮЛИТОВА)

Зентангл – заманса арт-терапия техникаһы
Зентангл – заманса арт-терапия техникаһы

Тикшеренеү эшенең актуаллеге.

Кешене матурлыҡ дауалай.

Тикшеренеү объекты. Гель ручка һәм ҡәләмдән торған арт-терапия техникаһы.

Эҙләнеү предметы. Дауалаусы терапия. Тикшеренеү маҡсаты. “Зентангл” арт-терапия техникаһының барлыҡҡа килеү тарихын һәм тәғәйенләнешен өйрәнеү.

Үҙ-үҙеңде дауалау.

Эҙләнеү эшенең бурыстары: 1) “зентангл” арт-терапия техникаһының барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнеү; 2) “зентангл” арт-терапия техникаһын өйрәнеү;

3) башҡаларҙы был дауалау техникаһы менән ҡыҙыҡһындырыу.

Эҙләнеү эшенең гипотезаһы. “Зентангл” арт-терапия техникаһы аша үҙеңде дауалау ысулдарын өйрәнеү. Ябай ғына тәбиғәт материалдарынан, геометрик фигураларҙан матур картина яһау.

Һуңғы ваҡытта заман арт-терапия техникаһын балалар ҙа, ололар ҙа йыш ҡуллана башланы. Был эш ижади һәләтте булдырыуға, йәшерен талантты асыуға булышлыҡ итә, кеше килеп тыуған

проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләргә күнегә.

Арт-терапия психиканың аңлы һәм аңһыҙ яҡтарын сәнғәттең төрлө формаһыһәм төрҙәре ярҙамында үҫтерә һәм үҙгәртә, йәғни кеше үҙенең эске кисерештәрен ысынбарлыҡҡа әүрелдерә.

“Зентангл” арт-терапия техникаһы барыһына ла оҡшай. Ул 2006 йылда Амери/

кала барлыҡҡа килгән. Уға Мария Томас һәм Рик Робертс нигеҙ һалған.

“Зентангл” – “дзэн” һәм “тангл” һүҙҙәренән тора, инглизсә “биҙәк” тигәнде аңлата. “Зентангл” – ул ҡабатланып килгән һыҙыҡтарҙан, ябай элементтарҙан торған аҡ-ҡара һүрәт. Мәғәнәүи йөкмәткеһе

булмаған биҙәктәр 9 х 9 см күләмле тығыҙ ҡағыҙҙа яһала. Был ҡағыҙҙарҙы плитка тип атайҙар, унда орнаменттар ярҙамында матур һүрәттәр тыуа.

Бындай формат ҡара гель ручка һәм ҡәләм ярҙамында башыңда тыуған уйҙы тиҙ

генә ҡағыҙға һалыу мөмкинлеген бирә. Был эште һүрәт төшөрә белмәгән бала ла, оло кешеләр ҙә 10 – 15 минут эсендә үтәй ала, тик иғтибарыңды ғына бүлеү кәрәк.

“Зентангл” өсөн махсус урын, ҡулайлама йә йыһаз да кәрәкмәй, уны теләһә ниндәй ерҙә ултырып эшләп була. Уйлаған биҙәгеңде аҙағына тиклем еткереү – эш процессы, ә һөҙөмтәһе түгел, һин үҙеңде төрлө хистәрҙән, тынғы бирмәгән көсөргәнешле уйҙарҙан арындыраһың, тынысландыраһың, шул рәүешле хәлеңде, сәләмәтлегеңде яҡшыртаһың.

Был эшмәкәрлек бигерәк тә балалар өсөн файҙалы. Ул уларҙа сағыу хистәр уята, матурлыҡты күрергә өйрәтә, ижади һәләттәрен тыуҙыра, ҡул суҡтарын үҫтерә. Бала үҙ эшенән ҡәнәғәтлек таба, дәрте ҡабына, күбеһенең йәшерен таланты асыла. “Зентангл” кеше мейеһен эшкә егә: һул ярымшары – аҡыл, аң менән эш итә, эске кисерештәрҙе тышҡа сығартмай, ә уң ярымшары

ижади эш ваҡытында әүҙемләшеп, эске кисерештәрҙе аңһыҙ рәүештә асып һала.

Шулай итеп, арт-терапияһы мейенең ике ярымшарының бергә килешеп эшләүенә алып килә. Был эш баланың эске проблемаларын аңһыҙ рәүештә хәл итә. Мәҫәлән, ул баланың ҡурҡыу, үҙ-үҙенә “бикләнеп” йәшәү, башҡаларға асылып бармау кеүек холоҡ сифаттарын юҡҡа сығара.

“Зентангл” техникаһы менән һүрәт төшөрөү үҙеңдең эске кисерештәреңә, теләктәреңә таянып эшләргә күнектерә. Әгәр бала эш барышында уй-теләктәре менән идара итергә өйрәнә икән, тимәк, ул башҡалар менән дә еңел аралаша, донъя менән үҙ-ара бәйләнештә була аласаҡ, тигән һүҙ. Ғөмүмән, ижади уңыштары баланың психикаһында, тормошонда ыңғай үҙгәрештәр тыуҙыра. Был техника һәр кемде ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп ижад итеү мөмкинлеген бирә.

Плитка булдырыу өсөн 10 аҙым:

  • эш ҡоралдарын әҙерләү: 9 х 9 см күләмле ҡағыҙ, гель ручка, ябай ҡәләм ал;
  • тыныслан, уңайлы итеп ултыр;
  • тәрән итеп һулыш ал һәм уны яй ғына сығар. Яҡшы уйҙа бул;
  • ябай ҡәләм менән, ҡағыҙҙың һәр мөйөшөнән 6 мм ҡалдырып, нөктәләр ҡуйып сыҡ;
  • нөктәләрҙе бер/береһе менән тоташтыр. Һыҙыҡтар тигеҙ булмаһа ла ярай, линейка ҡулланырға ярамай;
  • юлдар һыҙ, плитканы өлөштәргә бүл. Ул өлөштәрҙә төрлө биҙәктәр буласаҡ. Юлдар төрлө формала һәм оҙонлоҡта булыуы мөмкин;

7) бүленгән өлөштәрҙе гель ручкаһы менән буяп сыҡ. Берөлөш – бер тангл, йәғни биҙәк;

8) эшләп бөткәс, ябай ҡәләмдәр менән танглдың ситтәрен ҡалынайтып буяп сыҡ.

Шулай иткәндә һүрәт күләмлерәк тә, матурыраҡ та күренә;

9) плиткаңды һәр яҡлап та ҡара. Ҡайһы яғы – өҫкө, ҡайһыһы аҫҡы булыуын билдәлә. Артҡы яғына исем-шәрифтәреңде яҙ, бөгөнгө датаны һәм үтәлеү ваҡытын билдәлә;

10) үҙ эшеңде баһала, уға исем бирергә мөмкин. Киләсәктә “Зентангл” арт-терапияһының эш төрҙәрен өйрәнеүҙе дауам ит. Мәҫәлән, уларҙың бер нисәүһе һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителә:

Шулай итеп, һынлы ижад – хыял донъяһы һәм ысынбарлыҡ араһындағы күпер ул. Бындай эште өлкән кеше лә, бала ла тик ижад аша ғына күрһәтә ала.

Эш барышында кеше үҙенең хәүеф-ҡурҡыуын, проблемаларын һүрәткә һала. “Зентангл” – сюрприз эше, ул һәр яңы штрих йә һыҙыҡса ярҙамында тыуа бара. Шул рәүешле, бала ла, ололар ҙа ҡыҙыҡлы сикһеҙ донъяға инеп үҙаллы асыштар яһай. Ә иң мөһиме – биҙәк һыҙғанда ул яңылышмай, сабыр була, түҙемлелеккә өйрәнә, сәләмәтлеге нығына. Шуға күрә “зентангл” һәр кем өсөн файҙалы һәм кәрәкле эшмәкәрлек.

Әҙәбиәт

  1. Крахула Бекка: Зентангл. Рисование

для релаксации, вдохновения и удовольствия. – Санкт-Петербург, 2014 г.

  1. Шадт Сюзанн. Зендудл. Зендудл. Рисование для релаксации, медитации и вдохновения. – Санкт-Петербург, 2016 г.
  2. Винклер Беате. Большая книга зентанглов. 101 шаблон. От гениально простого до просто гениального, 2016 г.
  3. Официальный сайт zentangle.com
Зентангл – заманса арт-терапия техникаһы
Зентангл – заманса арт-терапия техникаһы
Зентангл – заманса арт-терапия техникаһы
Зентангл – заманса арт-терапия техникаһы
Зентангл – заманса арт-терапия техникаһы
Зентангл – заманса арт-терапия техникаһы
Зентангл – заманса арт-терапия техникаһы
Зентангл – заманса арт-терапия техникаһы
Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: