Һөйләшеү оҫталығы, тел байлығы кешенең тәрбиәле булыуына бәйләнгән. Үҙ-ара хәбәрләшкәндә лә, телефон аша әңгәмә алып барғанда ла, берәй урында сығыш яһаған осраҡта ла, бәхәсләшеп киткән саҡта ла иң элек һүҙ йөрөй. Кеше үҙ фекерен һүҙ аша еткерә. Ә кешенең холҡо фекерҙе еткерә белеү ҡеүәһенә ҡарап баһалана. Һәр бер халыҡтың теле иҫ китмәле бай, бер халыҡ та фекерҙе, төшөнсәләрҙе ят тел аша әйтеп биреүҙе күҙҙә тотмаған.
Тәрбиә ҡанундары тигән осраҡта, һүҙ тәьҫире тураһында онотобораҡ ҡуябыҙ. Һүҙ менән, хатта һүҙҙәге ялғауҙар, теркәүестәр, киҫәксәләр аша ла ғәжәп тәрән төшөнсә бирелеп, бөтөнләй уйламаған һығымталар яһалып, иғтибар итмәгән саҡтар була. Ә халыҡ аҡылы быны иҫәпкә алған һәм мәҡәлдәр, башҡа төр бай ижады аша үҙ аҡылын аманат итеп ҡалдырған. Мәҫәлән, киң таралған мәҡәлде алайыҡ: утра әйткән – туғанына ярамаған. Халыҡ аҡылы был мәҡәлде тупаҫлыҡты, тупһыҙлыҡты иҫкәртеү өсөн сығарған. “Тура әйткән туғанына ла ярамаған”. Тимәк, дөрөҫөн әйткәндә лә һүҙ рәтен белеп, кешенең холҡона, яйына ҡарап әйтергә кәрәк. Тура әйтәм тип, хатта туғаныңды ла рәнйетеүең ихтимал, тигән мәғәнәгә эйә был мәҡәл.
Уйламай һөйләүҙе лә тыйған халҡыбыҙ. Матур, яғымлы һөйләшеүҙе хуп күргән халыҡ.
Матур-матур теләктәр иҫ китмәле күп йөрөй халҡыбыҙ телендә: йөҙөң һәр саҡ яҡты булһын, йөҙөң ҡояштай балҡып торһон, оҙон ғүмерле бул, яҡты зиһен ғүмерең аҙағына тиклем ташламаһын. Тәүфиҡлы бул. Тапҡан малың үҙеңә насип булһын. Изгелегең үҙеңә ҡайтһын. Аяҡ-ҡулың һыҙлауһыҙ булһын. Ҡолаҡҡа яғымлы, ишеткән һайын ишетке килеп торорлоҡ тәрән мәғәнәле һүҙҙәр. Тел байлығы – күңел байлығы. Тел ул – моң. Бай тел, мәғәнәле фекер һалынған мәҡәлдәр тәрбиә эшендә бик әһәмиәтле.
Бөгөн ил инәһе, педагог, яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваға 81 йәш тулды.
Хөрмәтле Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы, һеҙҙе тыуған көнөгөҙ уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Дәрт-дарманығыҙ, ижад ҡомарығыҙ һүрелмәһен. Таҙалыҡ, ғаилә именлеге, бәхетле ғүмер теләйбеҙ!