Бик күп ата-әсәне “баланы мәктәпкә тиклем уҡырға өйрәтеү кәрәкме?” тигән һорау борсой. Бала мәктәпкә уҡый белеп барырға тейеш тигән талап юҡ, әлбиттә. Әммә ул мәктәптәге тәүге дәреслекте асыу менән шиғырҙар, йомаҡтар, әйтемдәр баҫылған биттәрҙе аса. Ошо шиғыр ҙарҙы, йомаҡтарҙы, әйтемдәрҙе бала үҙе уҡып сыға алһа, ҡайһылай һәйбәт булыр ине. Балаларҙың ҡайһыһылыр 5 йәштә йүгерек уҡый башлай, ә кемелер 7 йәштә лә уҡыуҙы ҙур ҡыйынлыҡ менән үҙләштерә. Был процестың төрлө психологик сәбәптәргә бәйле булыу ихтималлығын да күҙ уңынан ебәрергә ярамай.
Өфө ҡалаһының Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы ойошторған буласаҡ беренселәр өсөн әҙерлек курстарына йөрөгән балаларҙы
уҡырға өйрәтеүҙә үҙебеҙ ҡулланған ҡайһы бер алымдар тураһында яҙып китмәксемен.
«Буш урынлы» текстар.
Бала текста буш урында торасаҡ һүҙҙәрҙе күрергә һәм уларҙы мәғәнәһе буйын са тултырырға тейеш. Был уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн ҡулланылған махсус алым. Башта бала тотош тексты, ә һуңынан шул уҡ тексты буш урынлы килеш уҡый, йәғни һүҙҙәр йәки хикәйәнең өлөштәре төшөрөп ҡалдырылған була, ул уларҙы иҫкә төшөрөп һәм мәғәнәһе буйынса кәрәкле урынға ҡуйып уҡырға тейеш.
Күп тапҡыр уҡыу.
Киләһе алым – күп тапҡыр уҡыу. Өйрәнелгән тексты бала бер минут дауамында уҡый, һуңынан үҙенең күпме һүҙ уҡығанын иҫәпләй һәм яҙып ала. Артабан бер минутта шул өлөштө тағы бер тапҡыр уҡый һәм һүҙҙәрҙең һанын иҫәпләй. Өс тапҡыр ошо тәртиптә ҡабатлана.
Бала күберәк уҡыған һайын үҙенең шәберәк уҡый башлауын күрә. Был алым үтә ыңғай уңыш ситуацияһын тыуҙыра.
Хатта насар уҡыған бала ла өсөнсө тапҡыр уҡығанында үҙ һөҙөмтәһен күреп, көсөнә ышана башлай, күберәк уҡырға теләге уяна.
Йәшен.
Балаға текстың темпын үҙгәртеп уҡырға тәҡдим ителә. Уҡытыусы “ғәҙәти уҡыу” тип әйтеү менән, тексты үҙе өсөн ғәҙәти темп менән уҡый, “йәшен” фразаһы яңғыраһа, ул уҡыу техникаһын тикшергәндәге кеүек тиҙ уҡый башлай.
Бала шул рәүешле уҡыу темпын көйләргә өйрәнә.
Буксир.
Уҡытыусы тексты ҡысҡырып уҡый, уҡыу тиҙлеген үҙгәртә. Уҡыусы уҡытыусы артынан өлгөрөргә тырышып, ҡысҡырып уҡый.
Табып уҡы.
Уҡытыусы һөйләмде уҡый башлай,
уҡыусы иһә был һөйләмде тиҙ арала табып ала һәм дауам итеп уҡый.
Ҡапҡа.
Уҡытыусы таныш тексты уҡый һәм ҡайһы бер һүҙҙәрҙе синонимдар менән алмаштыра. Уҡыусы алмаштырылған һүҙҙе эҙләп таба.
Биш минутлыҡ уҡыуҙар.
Биш минутлыҡ уҡыуҙар – һәр дәрестең башында 5 минутлыҡ уҡыуҙар ойоштороу ул. Мәҫәлән, көнөнә 6 дәрес булһа, бер көндә 30 минут уҡыу ойошторола.
Түңәрәк буйлап уҡыу.
Уҡыған текстың йөкмәткеһен аңлау-аңламауҙы тикшереү өсөн ҡулланыла. Текст абзацтар буйынса сиратлап уҡыла. Тексты уҡыусының бурысы – иғтибар
менән уҡыу, тыңлаусыларҙың бурысы – уҡыусының тексты аңлаймы-юҡмы икәнен тикшереү өсөн һорауҙар биреү. Текстың бер генә күсермәһе бар, уны киләһе уҡыусыға тапшыралар. Тыңлаусылар текс тың йөкмәткеһе буйынса һорауҙар бирә, уҡыусы яуап ҡайтара. Әгәр яуап дөрөҫ булмаһа, тыңлаусылар уны төҙәтә.
Образлы уҡыу.
I вариант. Образ (берәй хайуан, ҡарсыҡ, сабый һ.б.) һайлайбыҙ һәм был образға “инеп”, тексты уҡыйбыҙ. II вариант. Тексты билдәле бер кәйеф
(ҡыуаныслы, күңелһеҙ, ышаныслы, хәүефле, һаҡ һ.б.) менән уҡыйбыҙ.
Йәшерен урындар.
Текста алдан билдәләнгән һүҙҙәрҙе табыу. Мәҫәлән: «к» хәрефенән башланған бөтә һүҙҙәрҙе; ике ижектән торған бөтә һүҙҙәрҙе; нәҙек әйтелешле һүҙҙәрҙе.
Өҫтәп шуны ла әйтеп китеү кәрәк: буталсыҡ, ҡорғанлы уҡыу, рәшәткә аша уҡыу, хәрәкәтсән хәрефтәр алымдары баланың уҡыуға ҡыҙыҡһыныуын тағы
ла нығыраҡ арттыра.
Мәғариф системаһы заман менән бергә атлау маҡсатында һәр саҡ ҙур үҙгәрештәр кисерә. Бындай шарттарҙа баланы уҡырға өйрәтеү еңел
булмаған мәсьәлә. Кескәйҙәрҙе етерлек кимәлдә мәктәп программаһын үҙләштереүгә әҙерләү бурысын ҡыйын һынмай, лайыҡлы атҡарып сыға
алһын ине улар янында булған өлкәндәр.