Ҡайһы бер ата-әсәләр үҙ балалары хаҡында артыҡ хәстәрлек күрһәтеүен хәүефле, ҡурҡыныс заманда йәшәйбеҙ, күҙ уңымдан ысҡынһа, балам менән берәй насар хәл булып ҡуйыр тигән ҡурҡыу менән аңлата. Бындай шик-шөбһәләр бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға хас.
Эйе, яҡты донъяға яңы килгән сабый тулыһынса әсә хәстәренә мохтаж. Әсә кеше балаһының тормошонда үҙенең төп роль уйнағанын аңлай һәм сабыйын бөтөн иғтибарын биреп баға. “Балам өсөн тулыһынса мин яуаплымын”, – тигән ҡарашты балалар бәләкәй саҡта аңлап булһа ла, үҫеп еткән
ул-ҡыҙҙарын һаман да үҙенән айыра алмаған әсәләр ҙә бихисап бит. Тормошта шундай хәлдәр ҙә күҙәтелә: бала үҫеп етә, ҙур тормошҡа аяҡ баҫа, үҙ ғаиләһен ҡора, ә ҡәҙерле кешеһе уны үҙенән айыра алмай, йә айырырға теләмәй. Әлбиттә, нисә генә йәштә булһа ла, әсә өсөн ул-ҡыҙҙары һаман бала булып ҡала. Тик һаман да уларҙы бер туҡтауһыҙ ҡурсалап, һәр аҙымын тикшереп, контролдә тоторға тырышыу кәрәкме икән?
Әсәләрҙең ҙурайған балаларын һаман да үҙҙәренән айыра алмауының сәбәп тәрен психологтар күҙлегенән ҡарап китәйек. Бындай күренештәргә нигеҙ булып, түбәндә әйтеп кителгән сәбәп тәрҙең береһе яталыр, бәлки.
“Балам тормошо – минең тормошом”. Әсә үҙ тормошон тулыһынса балаһының тормошона көйләгән, үҙен айырым шәхес булараҡ күрә лә, ҡабул да итә алмай. Балаһын үҙенән айырған осраҡта тормошонда һәм күңелендә бушлыҡ барлыҡҡа килеүен кемдер аңлай, ә күпселек аңлап та етмәй; нисек итеп
ошо бушлыҡты тултырырға белмәй һәм бушаған ваҡытты ҡуйыр, әле ташып торған көс-ҡеүәтте йүнәлтер урыны юҡ. Шуға күрә лә балаһының хәстәрҙәрен үҙенеке тип ҡабул итеп, шуға әүрәп йәшәүен дауам итә. Мәсьәләне хәл итеүҙең бер юлы – әсә кешенең үҙ иғтибарын балаһынан башҡа нәмәләргә лә йүнәлтеүе. Мәҫәлән, күңеленә ятҡан, шатлыҡ килтергән берәй шөғөл табыуы, дуҫ-иштәр менән аралашыуы, сәйәхәт ҡылыуы һәм башҡалар.
“Балама кәрәгем бөтөп ҡуйыр”. “Ниндәйҙер эште минһеҙ генә йә минең контролһеҙ атҡарып сыға алһа, артабан да шул юҫыҡта дауам итеүе мөмкин. Әсәйемде ҡатыштырмайынса ғына ла йәшәй алам икән тигән уй баламдың башына инеп оялаһа, минең уға кәрәгем бөтәсәк, минең әйткәнде тыңламай башлаясаҡ”, – ошо юҫыҡтағы ҡурҡыуҙар әсәгә балаһын ҡулынан ысҡындырмай, нығыраҡ тоторға нигеҙ булып тора ла инде. Балағыҙ нимәнелер һеҙҙең ярҙамһыҙ хәл итә алған икән, быға ҡыуанырға ғына кәрәк, тимәк һеҙ тәрбиәнең төп маҡсатына ирешкәнһегеҙ тип әйтергә була, сөнки француз прозаигы һәм драматургы Эрнест Легуве әйткәнсә: “Тәрбиәнең төп маҡсаты – балаларыбыҙҙы беҙҙең ҡатнашлыҡтан тыш йәшәргә өйрәтеү”.
“Мин кем булырға ынтылһам, балам шуны тормошҡа ашырасаҡ”. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре хыял итеп тә, үтәлмәй ҡалған теләктәрен, маҡсаттарын балаларының тормошҡа ашырыуын теләй. Билдәле музыкант булырға хыялланған әсә балаһын сәнғәт мәктәбенә әйҙәһә, бер нисә сит тел белергә теләгән әсә балаһы менән сит тел курстарының юлын тапай. Баланың һәләте һәм теләге был осраҡта бөтөнләй иҫәпкә алынмауы ла ихтимал. Тәүҙә ҡаршылыҡ күрһәтергә ҡыймаған бала, ахыры сиктә, тормошо ҡәҙерле кешеһенең теләктәренән сығып ҡоролғанын аңлай, протест белдерә башлай. Был үҙ сиратында әсә менән бала араһында бәхәс тыуҙыра. Проблеманы хәл итеүгә беренсе аҙым булып, әсәнең балаһының үҙ тормошон теләгәнсә ҡорорға хоҡуғы барлығын аңлауы һәм ошо тәбиғи, әммә ҡотолғоһоҙ хәлде ҡабул итә белергә әҙерлеге тора.
Үрҙә әйтеп кителгәндәр, үҫеп етте, хәҙер нисек теләй шулай йәшәһен тип, балаларҙың яҙмышына бөтөнләй вайым һыҙ булырға кәрәк тигәнде лә аңлатмай. Әммә ҙурайған балаларҙың тормошон һаман да контролдә тоторға маташыу, уларҙы туҡтауһыҙ тәрбиәләү, уларға өгөт-нәсихәт уҡыу ҙа төптө дөрөҫ түгел. Бында алтын урталыҡты табыу, сама белеү мөһим. Был хәлгә ҡағылышлы һинд халҡының матур әйтеме бар: “Бала – һинең йортоңда ҡунаҡ ҡына: ашат, тәрбиәлә һәм оҙат!”.