Һүҙемде ошо мәҡәләне яҙырға сәбәпсе булған ваҡиғаларҙың береһенән башлап китәйем. Бөҙрәханаға барған инем. Сират көтөп ултырам. Ҡаршымда бер әсә ике улы менән урын алған. Малайҙары йөҙҙәре һәм кейемдәре менән бер-береһенә шул тиклем оҡшаған. Уларҙы бер нисек тә айырырлыҡ түгел. Халыҡ теле менән әйткәндә, һуйған да ҡаплағандармы ни. Әсәләре менән һөйләшеп киттем. Малайҙары игеҙәктәр икән. Ни өсөн уларҙы бер төрлө кейендерәһегеҙ, тигәнерәк һорау бирҙем. – Бер-береһенән көнләшмәһендәр өсөн, психологтар шулай ҡуша, – тип яуап бирҙе ул. Әйтергә кәрәк, ошондай яуапты бөтә игеҙәктәрҙең дә тиерлеката-әсәләренән ишетергә тура килде.
Шулай уҡ уларҙың тормошонда икенсе бер күренеш күҙгә бәрелеп тора: мәктәптә бер парта артында ултыралар, йыш ҡына бер үк түңәрәктәргә йөрөйҙәр, бер үк спорт төрө менән шөғөл ләнәләр – ғөмүмән, тыуғандан алып үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡансы бер-береһенән айырылмайҙар. Хатта икеһе лә ир затынан булғандарға армия сафында бергә хеҙмәт итергә хоҡуҡтары бар.
Игеҙәктәрҙең шулай йөрөүҙәре ата әсәләре өсөн уңайлылыр, сөнки һәр ваҡыт бер-береһенә күҙ-ҡолаҡ булалар;икенсенән, кейендергәндә лә артыҡ һайланмайһың – икеһенә бер төрлө
кейем алаһың да бирәһең, йәғни психологтарҙың кәңәшен үтәйһең. Шулай уҡ бергә йөрөүҙәре ситтән ҡараусыларға ла, бигерәк тә туғандарына, матур булып күренәлер.
Ә бына шундай шарттарҙа тәрбиәләнгән игеҙәктәр үҙҙәре нисегерәк булып үҫәләр һуң? Үҙ аллы тормошта уларҙы ниндәйерәк проблемалар көтә икән? Әллә бөтәһе лә яҡшы буласаҡмы? Мәҡәләмдә бына ошо һорауҙарға яуап бирергә уйлайым. Алдан уҡ әйтеп үтәм: бындағы яҙылғандар береһе – ир, икенсеһе ҡыҙ затынан булған игеҙҙәргә ҡағылмай.
Игеҙәктәр психологияһы үҙенсәлектәре Утыҙ йылдан ашыу күҙәткәндән һәм өйрәнгәндән һуң, шундай һығымтаға килдем: әгәр игеҙәктәр тыуғандан алып үҙ аллы тормош башлағанға тиклем бер-береһенән айырылмайҙар икән, икеһе бер бөтөн кешегә әүерелә. Әлбиттә, физик яҡтан улар ике кеше, ә психологик яҡтан – бер, йәғни бер кешелә була торған психологик сифаттар икеһенә бүленеп һалына. Ни өсөн тигәндә, оҙаҡ йылдар айырылмайынса бергә йәшәгәс, ниндәйҙер эштәрҙе береһе, ниндәйендер икенсеһе башҡарырға йәки хәл итергә ғәҙәтләнеп китәләр. Бына шулай аҡрынлап береһендә бер төрлө, икенсеһендә икенсе төрлө сифаттар һәм һәләттәр барлыҡҡа килә башлай. ...Ошо урында күренекле Швейцария ғалимы К.Г. Юнгтың “Психологик типтар” исемле хеҙмәтенең ҡайһы бер урындарын иҫкә төшөрөп үтергә кәрәктер. Уның теорияһы буйынса, кемдеңдер аңында (сознание) экстравертлыҡ өҫтөнлөк итһә, уның аңтөбөндә (подсознание) интровертлыҡ ята. Йәғни ул кеше ғәҙәти тормошта экстраверт булып йөрөй. Ә ниндәйҙер ғәҙәти булмаған мәлдәрҙә кәрәкле ҡарар ҡабул итергә көсө етмәһә, интровертлыҡ сифаттары өҫкә ҡалҡып сыға – аңтөбө ярҙамға килә. Был бер бөтөн булып формалашҡан кешеләрҙең психологияһы шулай. Әйтергә кәрәк, аңдың аңтөбө менән алмашыныу механизмы, йәғни бер психик тороштан икенсе психик торошҡа күсеү кешенең сәләмәт булыуын күрһәтә. Ә бына бер-береһенән айырылмаған игеҙәктәрҙе психологик күҙлектән бер бөтөн кеше тип ҡараһаҡ, уларҙың беренсеһен – уның аңы, икенсеһен аңтөбө тип ҡарарға була. Шуға уларҙың береһендә экстраверттарға хас сифаттар өҫтөнлөк итһә, икенсеһендә – интроверттарға хас сифаттар була. Шулай уҡ береһен дә тулы ҡанлы экстраверт йәки интроверт тип атап булмайҙыр.
Экстравертҡа оҡшағаны, ғәҙәттә, алдан барыусыға әүерелә, рус телендә әйткәндә – “направляющий”. Ул әүҙемлеге һәм ҡыйыулығы менән айырылып тора, бигерәк тә аралашырға
ярата. Иғтибар үҙәгендә булыу уға оҡшай. Ниндәйҙер проблеманы хәл иткәндә ул алдан йөрөй, йәғни уға өсөн лидерлыҡ сифаттары хас. Хәбәрҙе йыш ына уйламайынса һөйләй. Шуға күп
ваҡыт икеһе өсөн дә ҡарарҙы үҙе генә ҡабул итергә, игеҙәгенән һорап та тормаҫҡа мөмкин. Артабан мәҡәләмдә был экстраверт тибындағыһын беренсе ролде башҡарыусы игеҙәк тип атаясаҡмын.
Интроверт ролен үтәүсеһе, икенсе ролде башҡарыусы була инде, киреһенсә, эйәреп йөрөүсегә әүерелә, йәғни баяғы тел менән “замыкающий” тип атайыҡ. Артыҡ һөйләшеп бармай, күберәк уйҙарға бирелергә ярата, шуға аралашҡан кешеләре күп булмай. Хис-тойғоларын күрһәтмәҫкә, уйлап һөйләргә тырыша. Игеҙәгенең ҡабул иткән ҡарарҙарына йыш ҡына бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ риза була, хатта уның буйһоноусыһына әйләнеп тә китергә мөмкин. Ниндәйҙер идея менән янып бармай, ә күберәк икенсе яртыһы ҡушҡанды эшләй.
...Әйткәндәй, бөгөнгө көндә игеҙәктәр тураһында байтаҡ ҡына художестволы фильмдар бар. Уларҙы ижад иткән режиссерҙарҙың бөтәһе лә игеҙәктәр образы өҫтөндә эшләгәндә,
мин атап үткән айырмалыҡтарҙы сюжеттың төп конфликты итеп алып, киноларын бик ҡыҙыҡлы һәм мажаралы итеп төшөргән. Мәҫәлән, Һиндостанда төшөрөлгән “Зита һәм Гита”
фильмында был бигерәк тә асыҡ сағыла.
Шулай итеп, игеҙәктәрҙең береһе – аң, икенсеһе аңтөбө ролен ҡабул итә. Ғәҙәттә, көндәлек проблемаларҙы хәл иткәндә, алдан барыусыһының ҡарашы һәм ҡарары өҫтөнлөк итә. Ул хәл
итә алмаған осраҡта инде икенсеһенең сифаттары ярҙамға килә. Бына шулай: ниндәйҙер шарттарҙа береһе алдан бара, ниндәйҙер икенсе шарттарҙа икенсеһе өҫкә ҡалҡып сыға. Йәғни
береһен береһе тулыландыралар. Ә бына улар үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫһа, йәғни икеһе ике яҡта йәшәй башлаһа, ҡайһы бер проблемалар башланырға мөмкин. Сөнки физик яҡтан айырым кеше булһалар ҙа, психологик яҡтан һәр береһе ярты кеше булып ҡала. Шуға ниндәйҙер көтөлмәгән ситуацияларға эләкһәләр, игеҙәктәрҙең икеһе лә хәл итеү юлын таба
алмай, юғалып ҡалыуҙары ихтимал. Ни өсөн тигәндә, тиҙ генә ярҙамға килергә эргәләрендә уларҙың ярты яғы юҡ.
Ә үҙҙәренең тәбиғи аңтөбө ундай кәрәкле сифаттарға эйә түгел, сөнки ул ролде игеҙәге башҡарғанға күрә, ныҡлап формалашып бөтмәй. Ғөмүмән, уларҙа бер психик тороштан икенсе психик торошҡа күсеү механизмы тулы кимәлдә үҫешмәй ҡала. Ә был күренештең ниндәй проблемаларға килтереүен киләһе бүлектә һөйләргә уйлайым.