Бөтә яңылыҡтар

Игеҙәктәр психологияһы һәм педагогикаһы

Дауамы

Игеҙәктәр психологияһы һәм педагогикаһы
Игеҙәктәр психологияһы һәм педагогикаһы

Игеҙәктәрҙе көткән типик
проблемалар
Проблемаларҙың береһенә мәктәпте тамамлау менән орлоҡ һалына. Ғәҙәттә, бөтә ата-әсәләр ҙә тиерлек балаларын бер уҡыу йортона бирергә тырыша. Йәғни икеһенә лә бер төрлө һөнәр һайлай. Әлбиттә, улар балаларының бергә уҡыуҙарын теләй, сөнки 5 – 6 йыл бер-береһен ҡарап йөрөйәсәктәр бит. Тик был юҫыҡта игеҙәктәрҙең артабанғы тормоштары ҡыуандырмаҫҡа мөмкин шул. Ни өсөн тигәндә, уҡып бөтөп, үҙ аллы эш башлағас, йыш ҡына игеҙәктәрҙең береһе һайлаған профессияһы буйынса эшләүҙән баш тарта һәм икенсе эш эҙләй башлай. Әлбиттә, бөтәһе лә түгел, әммә күпселеге тип ышаныслы әйтә алам. Эшләп йөрөгәндәренең дә береһе барыбер һөнәренән ҡәнәғәт булмаҫҡа мөмкин. Бындай күренеш тәрҙең сәбәбе нимәлә һуң?
Мин үрҙәге бүлектә игеҙәктәр физик яҡтан бер-береһенә оҡшаһалар ҙа, психологик күҙлектән ҡарағанда, улар бөтөнләй бер-береһенә ҡаршы кешеләр, тип әйтеп үткәйнем. Береһен дә – бер, икенсеһендә икенсе сифаттар өҫтөнлөк иткәс, уларҙың һәләттәре лә бер төрлө түгел. Береһе бер төрлө эштәрҙе, икенсеһе икенсе эштәрҙе эшләргә ярата. Шуға бер нисек тә икеһе лә
бер үк профессияны һайлай алмай. Икеһенә ике төрлө һөнәр талап ителә. Ә ата-әсәләр, балалары тышҡы ҡиәфәте менән бер-береһенә оҡшағас, күңел тороштары ла шулайҙыр, тип уйлай.
Икенсе ҙур проблема башлыса ғаилә ҡорған ваҡытта башлана. Был бигерәк тә ҡыҙ затынан булған игеҙәктәргә ҡағыла. Йыш ҡына береһенең ғаиләһе тарҡала йәки башҡа төрлө ниндәйҙер
күңелһеҙ ваҡиғаларға юлығырға мөмкин. Ни өсөн тигәндә, беҙҙең ир-егеттәр, ғаиләлә ир кеше баш булырғатейеш, тигән мораль менән тәрбиәләнә. Һөҙөмтәлә, уларҙың береһе лә, халыҡ телендә әйткәндә, “подкаблучник” булғыһы килмәй. Шуға кәләш алыу менән ул моралде тормошҡа ашыра башлайҙар. Игеҙәк ҡыҙҙарҙың икенсе ролде башҡарыусыһына ундай егеттәр менән йәшәп китеүе ҡыйын булмаясаҡ. Сөнки ул былай ҙа ғүмер буйы шул ролде үтәне һәм артабан да үтәйәсәк. Ә бына беренсе ролде башҡарыусы игеҙәк ҡыҙға ундай егеттәр менән йәшәп китеүе ҡыйынға тура килә – һәр ваҡыт алдан йөрөп өйрәнгәнгә, уның да ғаиләлә баш булғыһы килә бит. Артабан, “Ике тәкә башы бер ҡаҙанғаһыймай” тигән әйтемгә ярашлы, улар
арһында конфликт башланасаҡ. Егет кеше беренселекте бирмәйәсәк – үрҙә әйтеүемсә, ул шулай тәрбиәләнгән. Ә игеҙәк ҡыҙ икенсе ролгә күсә алмай, дөрөҫөрәге, күсә белмәй, сөнки ул
ролде ошоға тиклем икенсе игеҙәге үтәй. Шуға улар араһында тартҡылаш көсәйгәндән көсәйә барып, күп осраҡта ғаиләнең тарҡалыуы менән тамамлана.
Әгәр игеҙәк ҡыҙҙар игеҙәк егеттәргә тормошҡа сыҡһа, йәғни беренсе ролде үтәүсе игеҙәк ҡыҙ – икенсе ролде үтәүсе, ә икенсе ролде үтәүсе ҡыҙ беренсе ролде үтәүсе егеткә кейәүгә
сыҡһа, ике ғаилә лә матур йәшәп китергә мөмкиндер. Тик тормошта улай килеп сыҡмай шул.
Ата-әсәләрҙең игеҙәктәрҙе бер төрлө итеп кейендереүҙәре лә киләсәктә етди проблемаларға килтереүе мөмкин.
Әлбиттә, уларҙы шулай йөрөтөү еңелерәктер, сөнки быныһына нимә алайым, тегенеһе нимә оҡшатыр икән, тип аптырамайһың. Икенсе сәбәбен беренсе бүлектә әйтеп үткәйнем: имеш
психологтар, бер-береһенән көнләшмәһендәр тип, игеҙәктәрҙе бер төрлө кейендерергә, кәңәш бирә. Ысынлап та, көнләшеү игеҙәктәр өсөн хас күрегөһөн уйлап, шулай тиҙәрҙер. Ә бит
киләсәктә бөтәһе лә киреһенсә булырға мөмкин. Сөнки ғаилә ҡороп, айырым йәшәй башлағас, уларҙың тормошо бер төрлө булмаясаҡ. Әйтәйек,кемеһелер ярлыраҡ, кемеһелер байыраҡ: береһе бер бүлмәле фатирҙа, икенсеһе ике йәки өс ҡатлы йортта йәшәр.
Бына шул ваҡытта һәр нәмәләре бер төрлөгә өйрәнгән игеҙәктәр араһында ысын мәғәнәһендә көнләшеү тойғоһо тоҡанырға һәм бер-береһенә ҡаршы аҫтыр тын көрәш башларға мөмкиндәр. Һәм күп ваҡыт шулай эшләйҙәр ҙә.
Әгәр ата-әсәләр киләсәктә балаларының һәр береһенә бер төрлө тормош иптәше, бер төрлө балалар, бер төрлө йәшәү шарттары гарантиялай ала икән, әйҙә, бала саҡта бер төрлө кейен
дерһендәр, шулай уҡ бер төрлө һөнәргә өйрәтһендәр... Әгәр инде килеп сыҡмаһа, ә улай килеп сыҡмаҫы һәр кемгә билдәле, тәрбиәгә булған ҡарашты үҙгәртергә кәрәк. Ә тәрбиә тураһында һүҙем киләһе бүлектә булыр.

Н.Я. ЮЛДАШБАЕВ,
Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының Ф. Солтанов исемендәге
урта мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: