Бөтә яңылыҡтар

Игеҙәктәр психологияһы һәм педагогикаһы

Аҙығы

Игеҙәктәр психологияһы һәм педагогикаһы
Игеҙәктәр психологияһы һәм педагогикаһы

Игеҙәктәргә тәрбиә биреү нигеҙҙәре
Мәҡәләне иғтибар менән уҡыған кешеләр, игеҙәктәрҙең һәр береһен айырым шәхес итеп тәрбиәләргә кәрәк, тип әйтергә теләгәнемде аңлағандарҙыр. Әлбиттә, бер ғаиләлә тыуып, бер әсәнең күкрәк һөтө менән туҡланып, бергә йәшәй башлаған игеҙәктәрҙе, һәр береһенә айырым тәрбиә бирәм тип, бөтөнләй бер-береһенән айырып булмайҙыр. Улар барыбер бергә уйнап, урамда бергә йөрөп, бергә мәктәпкә барасаҡ дауам итәсәк. Үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡанға тиклем шулай. Нисек кенә булмаһын, игеҙәктәргә тәрбиә биргәндә ата-әсәләр, шулай уҡ тәрбиәселәр һәм класс етәкселәре ике әйберҙе иҫтә тоторға тейеш. Беренсеһе: игеҙәктәр бала саҡта бергә булһалар ҙа, киләсәктә һәр береһе айырым йәшәйәсәк. Күп ваҡыт үҙҙәренә генә тормош ауырлыҡтарына ҡаршы торорға, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итергә тура киләсәк. Шуға тәрбиәнең төп маҡсаты уларҙың һәр береһен киләсәктә үҙ аллы йәшәй алырлыҡ шәхес итеп тәрбиәләү булырға тейеш.

Икенсеһе – тәрбиә барышында шуны күҙ уңынан ысҡындырмау мөһим: игеҙәктәр бер-береһенә шул тиклем оҡшаһа ла, күңел тороштары, фекерләүҙәре, һәләттәре, психологик сифаттары менән бер ваҡытта ла тап килмәйәсәктәр, хатта ҡапма-ҡаршы булырға мөмкиндәр. Шуға тәрбиә һәм белем биргәндә, бигерәк тә уларҙың һәләттәрен асыу өсөн, һәр береһенә индивидуаль ҡараш талап ителә. Әгәр икеһе нә лә бер үк шарттар тыуҙырып, бер үк тәрбиә алымдары ҡулланһаң, береһенең тәбиғи һәләттәре асылмай ҡалырға мөмкин. Ә был киләсәктә профессия һайлағанда ауырлыҡтар тыуҙырасаҡ.
Тәрбиә алымдарына килгәндә инде, улар күп яҡлы һәм төрлө булырға мөмкин. Ҡайһы бер тәҡдимдәремде әйтеп китергә уйлайым. Әлбиттә, бөртөкләп бөтәһен дә һөйләп бөтөп булмайҙыр,
ә игеҙәктәргә тәрбиә биреүҙең төп нигеҙҙәренә генә туҡталам.
Ғаиләлә тәрбиә нисек булырға тейеш һуң? Беренсенән, игеҙәктәр бәләкәйҙән үк һәр береһе үҙен айырым шәхес икәнен тойоп үҫергә тейеш. Бының өсөн һәр береһенә айырым бүлмә;
шулай уҡ айырым эш өҫтәле, кейем шкафы, йоҡлау өсөн койка һ.б. булдырырға кәрәк. Икенсенән, өй эштәрендә ярҙам иткәндә, гел бер үк эштәрҙе башҡармаһындар, ә алмашынып торһондар. Был уларҙың һәр береһен бер бөтөн кеше булараҡ формалашырға ярҙам итә. Өсөнсөһө, игеҙәктәрҙең ике һен дә үҙ аллы ҡарар ҡабул итергә өйрәтергә кәрәк. Бының өсөн, әйтәйек, магазиндан уйынсыҡ йәки кейем
алғанда, һәр береһенә үҙенә оҡшағанын һайлап алырға ирек бирелһен. Шулай уҡ был алым игеҙәктәрҙәге өнләшеү тойғоһон булдырмау өсөн иң яҡ шы һылыр. Сөнки үҙҙәре теләгәнен һайлайҙар бит. Әлбиттә, һанап киткәндәргә ирешеү тиҙ генә булмаҫ, һаман да шул йүнәлештәрҙә тәрбиә биреүҙе ашыҡмай ғына дауам итһәң, үҙ һө ҙөм тәһен бирәсәк.
Тәрбиә һәм белем биреү усаҡтарында тәрбиә эше нисегерәк булырға тейеш? Балалар баҡсаһына йөрөткәндә – икеһен ике төркөмгә, артабан мәктәпкә уҡырға биргәндә, икеһен ике класҡа ултыртыу ҡуйған маҡсаттарға ирешеү өсөн бик яҡшы алым. Бындай осраҡта тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар улар менән һөҙөмтәлерәк эшләйәсәк.
Әгәр инде бер класта уҡыһалар, икеһе ике парта артында ултырһын. Әлбиттә, был мәктәпкә ҡағылышлылары мәктәп админстрацияһы һәм класс етәкселәре менән кәңәшләшеп башҡарылырға тейеш.
Өҫтәлмә белем биреү үҙәктәренә, йәғни түңәрәктәргә йөрөү тураһында. Әгәр игеҙәктәрҙең икеһе лә бер түңәрәктә шөғөлләнә икән, береһе өсөн бер ниндәй файҙаһы юҡ, тип ышаныслы әйтә алам. Сөнки үрҙә игеҙәктәр күңел тороштары менән ҡапма-ҡаршы кешеләр, тип әйтеп үткәйнем инде. Шуға уларҙы һәләттәренә ярашлы түңәрәктәргә йөрөтөргә кәрәк. Әгәр
ата-әсәләр балаларының һәләттәрен асыҡлай алмай икән, психологтар менән кәңәшләшһен. Шулай уҡ һәр ата-әсә минең әйткәндәрем һәм башҡа педагогтарҙың кәңәштәре нигеҙендә үҙҙәренең методикаларын һәм алымдарын уйлап сығара ала. Иң мөһиме: игеҙәктәрҙең һәр береһе бер бөтөн шәхес булып формалашып, ышаныслы рәүештә оло тормошҡа аяҡ баҫһын.

Н.Я. ЮЛДАШБАЕВ,
Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының Ф. Солтанов исемендәге
урта мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: