Бөтә яңылыҡтар

Йүкә сәскәһе йөҙ ауырыуға дауа

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы уҙғарған "Минең йәшел дарыуханам" конкурсына бик күп файҙалы мәҡәлдәр килде. Шуларҙың ҡайһы берҙәре менән һеҙҙең менән бүлешеү барыһына ла файҙалы булыр, тип уйлайбыҙ. Йыл һайын йүкә сәскәһен йыйырға тырышабыҙ, ти конкурс еңеүсеһе Айгүзәл Кәримова.

Йүкә сәскәһе йөҙ ауырыуға дауа
Йүкә сәскәһе йөҙ ауырыуға дауа

Йүкә сәскәһен халыҡ медицинаһында төнәтмә итеп йәки ҡайнатып ҡулланалар. Был эсемлек нервы системаһын тынысландыра, организмда бәүел һәм үт, тир бүленеүен көсәйтә, температураны төшөрә, ауыртыныуҙы баҫа, тамаҡты йомшарта, микробтарға ҡаршы тороу һәләтенә, антисептик үҙенсәлеккә эйә. Шулай уҡ спазмдарҙы бөтөрә, ҡан баҫымын төшөрә.

Уның төнәтмәһен һалҡын тейгәндә, гриптан, киҫкен бронхиттан дауаланыу өсөн ҡулланалар. Тамаҡ шешкәндә, ангина ваҡытында, тоҙ, прополис шыйыҡсалары менән сиратлап, тамаҡты, ауыҙ ҡыуышлығын сайҡатыу файҙалы. Ревматизм, геморроидаль төйөндәр ваҡытында, тәнде бешергәндә, төрлө шештәр яфалағанда һөҙөлмәгән төнәтмәне йылы килеш эсәләр. Бит тиреһен йомшартыу өсөн төнәтмә менән һыуҙы 1:20 нисбәтендә шыйыҡлатып ҡулланырға кәрәк. Ашҡаҙан, бауыр, бөйөр, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында 3 аш ҡалағы йүкә сәскәһенә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, һыулы кәстрүлгә ултыртып, 15 минут утта йылытып, һөҙөп алғас, һыуытып ҡулланалар. Шулай уҡ 3–4 аш ҡалағы сеймал өҫтөнә 400 мл һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатып, һарҡындыһын файҙаланырға мөмкин.

Айгүзәл Кәримова, Архангел районы

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: