Бөтә яңылыҡтар

Ҡарағат япрағы йыйып өлгөрҙөгөҙмө?

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы уҙғарған "Минең йәшел дарыуханам" конкурсына бик күп файҙалы мәҡәлдәр килде. Шуларҙың ҡайһы берҙәре менән һеҙҙең менән бүлешеү барыһына ла файҙалы булыр, тип уйлайбыҙ. Ҡарағат япрағы бик файҙалы икәнен беләһегеҙме? Уны белгестәр “тәбиғәт бүләге” тип тә йөрөтә, ти  конкурс еңеүсеһе Айгүзәл Кәримова.    

Ҡарағат япрағы йыйып өлгөрҙөгөҙмө?
Ҡарағат япрағы йыйып өлгөрҙөгөҙмө?

Ҡарағат япрағы бик файҙалы икәнен беләһегеҙме? Уны белгестәр “тәбиғәт бүләге” тип тә йөрөтә. Бигерәк тә ҡыуаҡлыҡ сәскә атҡанда ваҡытта унда С витамины күп була. Япрағын тап шул ваҡытта йыйып ҡалырға мөмкин. Өлгөрә алмағанда, июнь айында ла ярай. Ләкин ҡоро көндә, иртән ысыҡ кипкәс, сәләмәт япраҡтарҙы өҙөргә.
Ҡарағаттағы органик ҡушылмалар ҡандың ойоу процесын көйләй, ҡан тамырҙарын нығыта, ялҡынһыныуҙан һаҡлай. Ҡарағат япрағы сәйе гипертония, атеросклероз, ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан файҙалы, яман шеште иҫкәртә, ҡандағы шәкәр кимәлен көйләй, күреү һәләтен яҡшырта, организмдан артыҡ һыуҙы сығарырға ярҙам итә. Ул һалҡын тейгәндә бик файҙалы, йүтәл, бронхит, грипп, ангинаны дауалауға булышлыҡ ҡыла.
Япраҡты сәй кеүек бешерәләр: ҡайнар һыу ҡойғас, 15-20 минут төнәтәләр.
Шулай ҙа онотмағыҙ - ҡарағат япрағы сәйе аллергия тыуҙырырға ла мөмкин. Ул хроник бөйөр сирҙәренән, гастрит, ашҡаҙан һәм бөйән йәрәхәте, тромбофлебиттан яфаланғандар өсөн зыянлы.
Ҡарағат япраҡтарын киптерергә лә, туңдырырға ла мөмкин.

Айгүзәл Кәримова, Архангел районы

Автор фотоһы

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: