Ни хикмәт менәндер, көтмәгәндә, эштән ҡайтып килгән врач Зәлифә Исмәғилевнаға бер-бер артлы юлында үҙен мәктәптә уҡытҡан ике уҡытыусыһы тап булды. Башта уға биология уҡытыусыһы Гәүһәр Арыҫлановна осраны. Ул һәр саҡтағы кеүек ыҫпай кейенгән, мөләйем йөҙө нур сәсә, яғымлы ҡарашы хәстәрлекле. Итәғәтле уҡытыусы ашығып китеп барһа ла бынан егерме йыл элек уҡытҡан уҡыусыһын күргәс, эргәһендә туҡталып хәл-әхүәл һорашты. Үҙенең хәлен дә һөйләп алды.
– Эйе, – тине врач Зәлифә. – Мин дә эскелектең халҡыбыҙға ни саҡлы зыянлы булыуы хаҡында йыш уйланам. Араҡы бит кешенең һаулығына ғына зарар килтереп ҡалмай, психикаһын боҙа, әҙәпһеҙгә әйләндерә. Кешеләрҙе аҡылынан яҙҙырған шул уҡ наркотик бит инде ул. Эскелек арҡаһында халҡыбыҙҙың иң талантлы, иң аҡыллы кешеләре харап була. Бына кисә дауаханаға бер шағирҙы килтерҙеләр. Ни эшләтергә белеп булмай: йәл дә, йән дә көйә. Ниңә талантының ҡәҙерен белмәй икән тип илай яҙҙым.
Уй-фекерҙәре бер-береһенекенә тап килгән уҡыусыһы менән уҡытыусы был мәсьәлә буйынса тағы осрашып һөйләшергә булып йылы хушлашты.
Хәс тә элеккесә, беҙҙе уҡытҡан сағындағы кеүек бит әле, ихлас, йәштәр кеүек дәртле. Биология фәне иң кәрәкле фән – табибына ла, агрономына ла, диңгеҙ аҫтын өйрәнеүсегә лә, ботанигына ла биология кәрәк, бөтә нәмә биологиянан башлана, тип тырыштырып уҡыта торғайны. Шуғалыр инде, класыбыҙҙың яртыһы биология фәненә ҡағылышлы һөнәрҙе һайланы. Ошоларҙы уйлап, кәүҙәһен төп-төҙ тотоп, йәштәрсә етеҙ аҙымдар менән атлап барған, үҙҙәренә биология фәне буйынса төплө белем биреүгә өлгәшкән уҡытыусыһын һоҡланыулы ҡарашы менән оҙатты Зәлифә.
Ҡайтып барышлай, һөт-икмәк алырға тип боролоп магазинға инде. Рәттәр буйлап барғанда бер алама кейемле оло йәштәге ҡатын еңенән тартып туҡтатты ла:
– Һеңлем, бер илле һум аҡса биреп тор әле. Икмәк алырға ла аҡсам юҡ, – тине.
Бындай үтенескә кем ҡаршы тора алһын? Зәлифә сумкаһынан янсығын алып, теләнсегә сыр, колбаса һымаҡ аҙыҡ-түлек алырға етерлек итеп мул ғына аҡса тотторҙо. Һораныусы иһә ҡатындың йомшаҡ күңелле һәм аҡсалы икәнен күреп, оятын артҡа ташланы.
– Ҡунаҡ килгәйне. Бер ярты алырға ине. Әллә тағы бирәһеңме, туғаным? Аҡсаң күп бит, – тине.
Зәлифәгә теләнсенең тауышы, нисектер, үтә таныш кеүек тойолдо. Ул ҡатынға иғтибарлап текләп ҡараны. Йөҙө ҡарағусҡылланып, шешмәкләнеп тора, танауы ҡыҙарған, күҙ ситтәренә эрен йыйылған, сәстәре туҙған, иҫке генә шәле аша сәстәре тырпайып сыҡҡан. Төймәләре ысҡынған плащы эсенән иҫке генә пинжәге күренә. Пинжәк яғаһында ниндәйҙер бер наградаһы ла күҙгә салына. Зәлифә ҡатынды сырамытты.
– Бәй, һеҙ бит беҙҙе рус теленән уҡытҡайнығыҙ, һеҙ бит Флүзә Һатыбаловна. – тине. – Эйе, нәҡ шулай, һеҙ Флүзә апай шул. Эйе, иҫләнем, һеҙ бит Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
– Эшләйһеңдер, һеҙҙең барығыҙҙы ҡайһылай итеп белеп бөтәһең, күмәкһегеҙ бит.
– Флүзә Һатыбаловна, һеҙ әле эшләйһегеҙҙер ул? Пенсияға йәшегеҙ етмәйҙер әле? Һеҙ бит Гәүһәр Арыҫлановнанан күпкә йәш инегеҙ.
– Эштән ебәрҙеләр.
– Ниңә? Һеҙ бит Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
– Дошмандарым күп булды. Күрә алманылар. Бигерәк тә ана шул Гәүһәр Арыҫлановнағыҙ көн күрһәтмәне.
Эскеһе килеп, сыҙай алмай торған ҡатын, Зәлифәгә туп-тура ҡарап, инде талапсан тауыш менән өндәште:
– Йә, нимә аңшайып тораһың? Бирәһеңме бер яртылыҡ аҡса? Тел сарлап тороу ҡайғыһы юҡ.
Аптырауҙан ни әйтергә белмәй торған Зәлифә менән башҡаса һөйләшеүҙең файҙаһы юҡ икәнлекте аңлаған Флүзә Һатыбаловна, ишектән инеп килгән бер йолҡош ирҙе күреп, тәнтерәкләп шуның янына ашыҡты. Күрәһең, күптәнге танышылыр. Теләнсе ҡатын иргә “булды” тигән һымаҡ ым менән башын һелкте лә, уҡыусыһынан тартынып тормайынса, Зәлифә биргән аҡсаға бер ярты араҡы алды. Шунан теге хәйерсегә оҡшаған ир менән магазиндан эйәртенешеп сығып киттеләр.
Зәлифә өйөнә ҡайтып еткәнсе юлында осраған ике уҡытыусыһы тураһында уйланды. Уларҙы сағыштырып ҡараны. Гәүһәр Арыҫлановнаның награда-фәләне булмағандыр, үҙенең дә наградаларға иҫе китмәне, буғай. Зәлифә уны белә-белгәндән гел үҙ эшен урыны еренә еткереп, үҙ фәненә мөкиббән китеп, тырышып эшләне лә йөрөнө. Мәктәп алдында биология уҡытыусыһының тәжрибә баҡсаһы бар ине, шунан сыҡмай торғайны. Хатта яңы сорттар ҙа сығарғыланы буғай: икенсе Мичурин тип шаярта торғайнылар. Уларҙың биологы ниндәйен шәп уҡытыусы булған! Ниндәй һорау бирһәң дә яуап бирер ине. Ана бит, әле лә хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман изгелек таратып, халҡым тип йәшәй. Ә быныһы маҡтаулы исемдәрҙе “по блату” алып, әҙәм мәсхәрәһе булып, атҡаҙанған исемен мәсхәрәләп, уҡытыусы исемен бысратып йөрөй. Маҡтаулы исемде “по блату” алдым тип әйтергә лә тартынмай бит әле.
Бая яратҡан уҡытыусыһын осратып күңеле күтәрелгән Зәлифә әҙәбен, оятын юғалтҡан иманһыҙ уҡытыусы менән осрашып, үҙен бысраҡ һыу менән ҡойонғандай хис итте, кәйефе ҡырылды. Юғары исем, хөкүмәт наградаларын алыусылар ошо маҡтаулы исемгә тап төшөрмәһен, әҙәбе, тәртибе менән лайыҡ булһындар ине, тип уйланы нарколог врач. Эш дәүерендә күпте күрҙе Зәлифә. Ауыр уйҙарҙан өмөтһөҙлөккә бирелгән доктор, был сараһыҙлыҡты нисек йырып сығырға тип уйланды ла уйланды. Ундай оятын юйғандар бит үҙҙәрен генә түгел, милләтебеҙҙе хурлай, халҡыбыҙҙың йөҙөнән көлә. Юғары исемдәр, наградалар биргәндә ниңә ул кешенең нисек эшләүе, әхлаҡи сифаттары иҫәпкә алынмай икән? Юҡһа, урынһыҙ маҡталыу, хөкүмәт наградаларының бәҫен төшөрөп кенә ҡалмай, кешенең үҙен дә һәләкәткә илтә. “По блату” награда алыусыларҙың әхлаҡһыҙ булыуы йәмғиәткә, бигерәк тә йәш быуынға, насар тәьҫир итә. Наградаларҙың бәҫен төшөрә. Ғәҙелһеҙлек рухи ҡиммәттәрҙе юҡҡа сығара.
Зәлифә шулай күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, алйып ҡайтып килгәндә, ҡапыл халыҡ яҙыусыһы Зәйнәп Биишеваның бер шиғыры иҫенә төштө:
Ҙурлауҙар ҙур итә алмаҫ,
Хеҙмәтең ҙур булмаһа.
Хурлауҙар хур итә алмаҫ,
Халҡың һөйөп ҙурлаһа.
Ни тиклем хаҡ һүҙҙәр! Әүлиә булғандыр Зәйнәп апай. Әллә илдә ошондай ғәҙелһеҙлектәр булырын алдан белдеме икән? Шиғри юлдар Зәлифәнең күңелен күтәрҙе. Гел шулай булмаҫ, бер саҡ Флүзә Һатыбаловна һымаҡтарға көн бөтөр. Ғәҙеллек һәр саҡ еңә. Төн артынан көн тыуа.
Зәйнәп Биишеваның ошо шиғри юлдары уға көс өҫтәп ебәрҙе. Өйөнә ҡайтып ингәндә ул тамам тынысланғайны инде.