Бөтә яңылыҡтар
10

Һәр кемдең үҙ ҡарашы булһын!

Ата-әсәләргә кәңәш Ғ.Ә. СӘЛИХОВА, психолог

Итәғәтлелек, башҡалар менән килешеп эшләй белеү, матур мөғәмәлә –кешене биҙәгән күркәм сифаттар. Тик тормошта һәр саҡ барыһы менән дә ризалашып, бөтәһенең дә ыңғайына ғына һыпырып тороп булмай, мәлендә үҙ һүҙеңде әйтә, фекереңде белдерә, теге йәки был мәсьәләгә ҡарата ҡарашыңды яҡлай белеү ҙә кәрәк.

Башҡалар нимә тиһә, шуның менән килешкән, бүтәндәр артынан уйлап та тормайынса эйәргән кеше булып үҫмәһен өсөн ата-әсәгә бәләкәйҙән балала үҙ фекерен яҡлай белеү, төрлө хәл-ваҡиғаға үҙ ҡарашын булдырыу кеүек сифаттарҙы тәрбиәләү мөһим.

Балаһының кемделер бер һүҙһеҙ тыңлауы, уның артынан бөтөн нәмәне ҡабатлап, эйәреүе кеүек күренештәр менән ата-әсәләрҙең күбеһе осрашҡаны барҙыр. Мәҫәлән, балалар баҡсаһында күләүек кисеп, аяҡ кейемен һыулап ҡайтҡан малайҙан ни өсөн былай ҡыланыуын һораһаң, кемдер һыу кисте, мине лә саҡырғайны, шуға риза булдым тигән яуап алына. Үҫә килә, дәрестән ҡасыуы класташым ҡасҡайны, уға эйәрҙем тип аңлатыла. Үҫмерлек осоронда тартылған беренсе тәмәке, эселгән тәүге рюмка ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кемгәлер эйәреп, компанияға ҡушылып башҡарыла.

Башҡалар менән туҡтауһыҙ ризалашыуҙан, һуҡырҙарса уларға эйәреүҙән баланы нисек араларға? Бының өсөн, иң тәүҙә, балаға үҙ шәхесенең мөһимлеген тойорға өйрәтер кәрәк.

Шулай уҡ уның тормоштағы ваҡиғаларға, алда торған мәсьәләләргә һәм проблемаларға ҡағылышлы фекере, теге йәки был хәлгә ҡарата үҙ ҡарашы булыуы ла бик мөһим. Ошо фекерҙе ул башҡаларға еткерә, ҡарашын бүтәндәр алдында яҡлай ала икән, был маҡтаулы күренеш.

Ошоларға өлгәшеү өсөн психологтарҙың бер-нисә тәҡдименә туҡталып китәйек.

1. Балағыҙҙың теләктәре менән ҡыҙыҡһынығыҙ һәм үҙ фекерегеҙҙе көсләп таҡмағыҙ. Әгәр ҙә һеҙ, әйтәйек, балағыҙҙан ниндәй күлдәк йә футболка кейергә теләүен һорайһығыҙ икән, уның яуабы

менән ризалашығыҙ. Һайланған кейем хәл-торошҡа бөтөнләй тура килеп етмәгән осраҡта ғына, сәбәптәрен аңлатып үтеп, икенсе варианттарҙы ҡарарға тәҡдим итергә була.

Балағыҙҙы тыңлау ғына түгел, ишетә лә белегеҙ. Ул үҙенең фекере, уй-ниәттәре һеҙгә мөһим икәнлеген күрһен. Ярты һүҙҙә ҡырт бүлеп, “ярай, хәҙер шулай итәбеҙ” тип әйтеү баланың

күңелен һүрелдерә. Киләсәктә уның өлкәндәр менән ниндәйҙер мәсьәләлә фекер алышырға теләген кәметә, сөнки нимә генә тимәһен, барыбер уның теләктәрен иҫәпкә алмаясаҡтар тигән инаныу ҡала.

2. Кәңәш бирегеҙ. 

Ниндәйҙер ҡарарға килергә ярҙам итегеҙ, әммә уның өсөн ҡарар ҡабул итмәгеҙ. Кәңәш – ул ысынлап та кәңәш булырға тейеш, был процесты нотоҡ уҡыу ға йә иһә әрләү-битәрләүгә әй-ләндереп ебәреү кәрәкмәй. Юғиһә балала ата-әсәһенең кәңәштәренә кире ҡараш тыуып, юрамал киреһен эшләргә теләү тойғоһо тыуыуы мөмкин.

Туранан-тура кәңәш бирмәйенсә, ки нә йәләп кенә балаға үҙ фекереңде ет ке рергә була. Әгәр ҙә ул-ҡыҙығыҙ һеҙ ҙең уй-теләкте ишетеп тә, үҙенсә эш ләргә ҡарар итә икән, был осраҡта

яуап лылыҡтың тулыһынса уның өҫтөнә ятҡанын аңлатып үтегеҙ. Үҙ һүҙе, эше өсөн яуап тоторға тура килгәнен ул белеп үҫһен, ошо яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға ҡурҡмаһын. Яуаплылыҡтан ҡурҡмау – башҡаларға эйәрмәйсә, үҙ һүҙеңде, фекереңде яҡлау белеүгә ҡарата ҙур аҙым. Сөнки был осраҡта һин үҙең өсөн үҙең яуаплыһың, ә кемделер ҡабатлаған мәлдә, мин уға эйәрҙем генә, тимәк яуапты ла ул бирһен тип, бар хәл-ваҡиғаны икенсе кешегә япһарырға ла була.

3.“Әйттем, бөттө! Сөнки мин шулай тинем!” – тигән әйтемдәрҙән арыраҡ тороғоҙ. Беренсенән, бындай һүҙҙәр балаға был йәки теге мәсьәлә ни өсөн тап шулай хәл ителергә тейеш икәнлеген аңлатмай. Икенсенән, әгәр ҙә ул барыһы өсөн дә тик ата-әсәһенең генә ҡарар ҡабул итеүенә өйрәнә икән, бында нисек үҙ фекерең һәм ҡарашыңды булдырыу тураһында һүҙ алып барырға мөмкин?

Был осраҡта, әҙер ҡарарҙы алып, әйтелгән инструкцияларҙы үтәүе бала өсөн иң ҡулайы булып ҡала. Ғаилә ҡорон тотоғоҙ. Бала менән өлкәндәрсә әңгәмәләшергә тартынмағыҙ.

Ниндәйҙер мәсьәләне хәл иткән ваҡытта балағыҙҙың фекерен һорарға онотмағыҙ. Ул үҙ һүҙе, уй-маҡсаты ғаиләһендә әһәмиәтһеҙ түгел икәнлегенә инанып үҫһен. Әлбиттә, бында атай менән әсәй араһында ғына хәл ителергә тейешле етди һорау һәм проблемалар хаҡында түгел, бала менән һөйләшеп-килешеп була торған осраҡтар тураһында һүҙ бара. Мәҫәлән, каникулда нимә эшләргә теләй, ниндәй түңәрәктәргә йөрөгөһө килә, тыуған көнөн нисек үткәрергә иҫәп тота һәм башҡалар.

Бала һеҙҙең менән уй-фекерҙәре, хыял-маҡсаттары тураһында һөйләшкән ваҡытта уның әйткәндәре, кисерештәре һәм проблемалары һеҙгә, тормош тәжрибәгеҙҙән сығып, сүп кенә булып тойолһа ла, көлөргә, “был да булдымы проблема” тиергә ашыҡмағыҙ. Уны тыныс ҡына тыңлап, был ваҡиғаға ҡағылышлы үҙ фекерегеҙҙе еткерә белегеҙ. Балағыҙ һеҙҙең терәк-таяныс икәнегеҙҙе тойоп үҫһен.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: