«Һабаҡташтар»
Бик бейектә, йыраҡтарҙа,
Емелдәйҙәр йондоҙҙар.
Ҡайҙарҙа һеҙ дуҫ егеттәр,
Ҡайҙарҙа һеҙ дуҫ ҡыҙҙар?
Ҡайҙарҙа һеҙ һабаҡташтар,
Егеттәр, ҡыҙҙарыбыҙ,
Оло юлға оҙатып ҡалған,
Уҡытыусыларыбыҙ?
Йөрәгем урынынан ҡуба,
Атылғанда йондоҙҙар.
Хәлдәрегеҙ нисек икән
Дуҫ егеттәр, дуҫ ҡыҙҙар?
Ҡайҙарҙа һеҙ һабаҡташтар,
Егеттәр, ҡыҙҙарыбыҙ,
Оло юлға оҙатып ҡалған,
Уҡытыусыларыбыҙ?
Йәш саҡтарҙы, дуҫ саҡтарҙы,
Күрәм йылдар өҙмәһен.
Йылдар өҙә алмағанды
Бәләм,елдәр өҙмәҫен.
Ҡайҙарҙа һеҙ һабаҡташтар,
Егеттәр, ҡыҙҙарыбыҙ,
Оло юлға оҙатып ҡалған,
Уҡытыусыларыбыҙ?
Һеҙҙе уйлайым да моңланам
Минең һабаҡташтарым.
Сәләм булып барып етһен
Һеҙгә минең йырҙарым.
Ҡайҙарҙа һеҙ һабаҡташтар,
Егеттәр, ҡыҙҙарыбыҙ,
Оло юлға оҙатып ҡалған,
Уҡытыусыларыбыҙ?