Ҡыҙым 1-се каналда барған «Барыһынан да яҡшыраҡ...» («Лучше всех») тигән программаны ҡарарға яратмай. Программаның балаларҙы сәмләндереү йәһәтенән ыңғай яҡтары, мотлаҡ, барҙыр, әммә мин уның зарарлы яҡтарын да түбәндәге сәбәптәрҙә күрәм:
1. Программаның «Барыһынан да яҡшыраҡ...» тип аталыуы ғына башҡа балаларҙың насар, артта ҡалған булыуына ишара һәм бындай билдәләмә балаларҙа кәмселек комплексын барлыҡҡа килтермәҫ, тип кем әйтә ала?
2. Телевизор аша бар донъяға күренгән балала тәкәбберлек сифаттары барлыҡҡа килмәүенә, уларҙың боҙолмауына ниндәй гарантия бар
3. Халыҡта күҙ тейеүҙе «һоғо тейеү» (һоҡланыу энергияһы зарары) тип әйтеү бар. Ул балаларға күҙ теймәй, тип кем әйтә ала?
4. Вундеркинд, индиго һәм кристалик вибрацияға эйә балалар үҫеп еткәс тә, ябайҙарҙан ябайға әүерелә икән, был програманың маҡсаты бары тик шоуға ҡайтып ҡала һәм унда кескәйҙәр «тәжрибә ҡуяны» ролен башҡарырға тейешме?