1983 йылда Евгений Евтушенко һуғыш йылдары хаҡында (уға һуғыш башланғанда 9 йәш була) ике сериялы «Балалар баҡсаһы» тигән нәфис фильм төшөрҙө. Фильм авторҙың бала саҡ хәтирәләренә ҡоролғайны, бер туҡтау һыҙ авторҙың шиғырҙары яңғырай, шул фонда тылда барған ваҡиғалар һүрәтләнә. Фильмдың 2-се серияһының 39— 40 минуттарынан һуң кинозалда улты
рыусылар берҙәм рәүештә тороп сығып китте. Беҙ 5 — 6 тамашасы ғына ултырып ҡалдыҡ. Сөнки ошо 2 минут арауығында ҡар өҫтөндә яланғас ҡыҙ көрткә сума-сума, йүгереп йөрөй. Ул көндәрҙә киноға билет табыуы ҙур проблемаға әүерелде.
Кешеләр көн һайын шул яланғас ҡыҙҙы ҡарар өсөн генә кинотеатрға йөрөнө. Иҫегеҙҙә булһа, ул заманда ҡайһы бер кинофильмдар афишаларына «Кр.дет до 16 лет» тип яҙа торғайнылар. Барһаң, ҡайһы берҙәренең «Кр.дет»ы бөтөнләй булмай сыға ине. Халыҡ ундай фильмдарға эркелеп килде. Хәҙер иһә «+16», «+18» тип яҙалар. Был да үҙенә күрә реклама. Ни тиһәң дә, «Тыйылған татлы була»...