Бөтә яңылыҡтар

«Ҡырҡ – ҡырҡылыуҙан, үҙгәреүҙән»

Әхмәр ҒҮМӘР -ҮТӘБАЙ 46-сы күҙәтеүем:

«Ҡырҡ – ҡырҡылыуҙан, үҙгәреүҙән»
«Ҡырҡ – ҡырҡылыуҙан, үҙгәреүҙән»

Йола-традициялар үтәлешен рухиәтте һаҡларға булышлыҡ итеүсе фольклор сараһы итеп кенә аңлау — мәсьәләнең, айсберг һымаҡ, һыу өҫтөндә күренеп торған өлөшө генә. «Ғәҙәт ҡылыҡтың энеһе...» тигән Мостай Кәрим. Классик миҫал (был турала яҙғаным булды) килтерәм. Үлем түшәгенә ятҡан атай кеше улына ризалығын бирә һәм бер генә үкенесе ҡалыуы хаҡында әйтә. Ул да булһа —улының намаҙға баҫмауы. Васыяты шул була: улы атаһының йыназаһынан һуң 40 көн һуҙымында намаҙ ваҡытында мәсет кә килеп атаһын иҫләп ултырырға тейеш була. Улы атаһының васыятын үтәй һәм 41-се көндә мәсеткә үҙе килә, намаҙға ла ултыра.

Ҡырҡ, ахыры, ҡырҡылыу тигәндән алынғандыр. Бер үк ғәмәлде 40 көн башҡарған кешенең был ғәмәле ғәҙә тенә күсә. Тимәк йолатрадиция бул мышты, холоҡто барлыҡҡа килтерә. Холҡоң – характерың, ә характерың – яҙмышың. Ә рухиәт иһә булмыштың, асылдың, яҙмыштың йөкмәткеһе генә. Йолатрадицияһын үтәмәгән халыҡ ҡырҡ йыл һуҙымында икенсе халыҡҡа әүерелмәҫ тип кем әйтер?

Автор: Альфия Янтурина
Читайте нас