-2 °С
Болотло
Был аҙнала мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырауҙар яңғыраясаҡ. Ун беренсене тамамлаусылар мәктәп менән хушлаша. Тап шуның өсөн ошо көндәрҙә магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр һатылмаясағы хаҡында хәбәр иттеләр. Радио һәм телевидение аша һандаһаяҡ ҡына, барлығы өс мәртәбә был хаҡта ишеттем. Дөрөҫөн әйткәндә, бындай иғлан көндө спиртлы эсемлектәр һатылмай, шуға күрә алдан запасланып ҡалығыҙ!» — тигәнде лә аңлатыуы мөмкин. Тыйыу ул иң шәп реклама! Минеңсә, тыйыу дөрөҫ булһа ла, был хаҡта иғлан итергә кәрәкмәйҙер.