Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында XIX быуат уртаһында зауряд хорунжий (хорунжий вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы – М.Н.) Ғосман Ишмөхәмәт улы ғәрәп графикаһында төҙөп ҡалдырған бер ҡулъяҙма китап һаҡлана. Уның хаҡында ошо юлдарҙың авторы башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә бер нисә мәҡәлә баҫтырҙы (уларҙың ҡайһы берҙәре библиографияла күрһәтелгән). СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы 1952 йылдың сентябрендә ойошторған тарихи-этнографик экспедиция тарафынан Стәрлетамаҡ районы Елембәт ауылынан (хәҙер был ауыл Стәрлебаш районына ҡарай) табып алып ҡайтылған был яҙма ҡомартҡы тарихсылар, этнографтар һәм әҙәбиәтселәр өсөн генә түгел, башҡорт теленең диалекттарын һәм һөйләштәрен өйрәнеүселәр өсөн дә ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле сығанаҡ булып тора.
Ҡулъяҙманың йөкмәткеһенән сығып, уның авторы тураһында түбәндәгеләрҙе әйтергә була: Ғосман Ишмөхәмәт улы 1809 йылда Юрматы волосына ҡараған Әлемғужа ауылында тыуып үҫкән. 1820 йылда атаһы вафат булып ҡалғас, уларҙың ғаиләһенә донъя көтөү ныҡ ауырлаша. Шуға ҡарамаҫтан, Ғосман Сытырман ауылындағы мәҙрәсәгә барып дүрт йыл белем ала. Артабан да уҡырға дәрте ҙур була егеттең, әммә, етемлеге арҡаһында аҡса еткерә алмайынса, 1829 йылға тиклем байҙарға ялланып көн итә. 1830 йылда яңы ғына өйләнгән Әбүбәкер ағаһы урынына үҙе теләп башҡорт казак полктары сафында «молдав хеҙмәтенә» китә. Юлда башҡорт атлылары, рус казактарына ҡушылып, дүрт ай һуҙымында бик күп ауыл, ҡалалар аша Одесса һәм Тирасполь тарафтарына барып етәләр. Унан, күпмелер ваҡыт Херсон губернаһында хеҙмәт иткәндән һуң, Польшаға оҙатылып, баш күтәргән поляктарға ҡаршы ҡаты һуғыштарҙа ҡатнашалар. Яу баҫтырылғас, Рәсәй империяһының Днестр, Дунай һәм Прут йылғалары буйлап үткән көнбайыш сиктәрен һаҡлайҙар. Башҡорт иленән алмаш полктар килгәндән һуң, 1835 йылдың февралендә генә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип була егеттәргә.
Ҡайтҡан йылында уҡ Ғосман, күрше Табылды ауылынан Гөлшәкәр исемле ҡыҙға өйләнеп, ғаилә ҡороп ебәрә. Ләкин тыныс йәшәргә насип булмай. 1839, 1841 һәм 1845 йылдарҙа Рәсәйҙең көнъяҡ-көнсығыш сиктәрендә «линия» хеҙмәтендә булып ҡайтырға тура килә уға. 1846 йылда, ҡатыны көтмәгәндә ауырып китеп вафат булғас, Айтуған ауылынан Ғәфиә исемле ҡыҙға өйләнә. 1849 йылдан 1866 йылға тиклем төрлө урындарҙа писарь, старшина ярҙамсыһы һәм йортауай старшина булып эшләй.
Айырым ваҡиғаларҙы, хәл-күренештәрҙе Ғосман Ишмөхәмәт улы йәш сағынан уҡ ҡағыҙға теркәй барған, күрәһең. Хәтирәләрен тулыландырып, XIX быуаттың 60-сы йылдары аҙағында яҙып ҡалдырған булырға тейеш. Мәғлүмәттең ифрат бай, даталарҙың конкрет булыуы шундай фекергә этәрә. Ҡомартҡыла башҡорт халҡының кейем-һалымына, аш-һыуына, йәшәү рәүешенә бәйле этнографик материал ҙур урын тота. Башҡорт казактарының кейемен, яу ҡоралдарын, 1830 – 1835 йылдарҙағы хәрби юлын тасуирлаған урындарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Башҡорт мемуар әҙәбиәтенең матур бер үрнәге булған был әҫәр башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ һәм башҡа ҡайһы бер төрки халыҡтары өсөн уртаҡ әҙәби тел булып хеҙмәт иткән иҫке төрки (дөрөҫөрәге, иҫке төркиҙең Урал-Волга варианты) телендә яҙылған. Шул әҙәби телдең традицион ҡалыптары, морфологик һәм синтаксик нормалары ҡулъяҙманың тәүге юлдарынан уҡ айырым-асыҡ күҙәтелә.
Авторҙың үҙ заманы мәҙрәсәһендә ярайһы уҡ төплө белем алғанлығы күренеп тора. Текста саф башҡорт һәм дөйөм төрки һүҙҙәре менән бер ҡатарҙан ғәрәп һәм фарсы лексикаһы ла ҙур урын алған. Ғосман Ишмөхәмәт улы, башҡорт полктарының 1830 – 1834 йылдарҙағы хәрби походтарында ҡатнашып, хәтирәләренең күп өлөшөн шул ваҡиғаларға арнаған кеше булараҡ, рус телендәге хәрби терминдарҙы һәм, ғөмүмән, рус һүҙҙәрен дә йыш ҡуллана.
Шуныһы характерлы, автор үҙенең хәтирәләрен иҫке төркисә “саф китап телендә” генә яҙмаған, ҡулъяҙма башҡорт йәнле һөйләү теленә хас лексик-грамматик формаларға ифрат бай. Мәҫәлән, заманының традицион яҙма телендәге “чәчү” урынына – “сәчеү”, “мал көтү” урынына – “мал асырау”, “чаҡырышу” урынына – “саҡырышыу”, “суңыраҡ” урынына – “суңғараҡ”, “чәчәк” урынына – “сәчәк”, “чаҡрым” урынына – “саҡрым” һүҙҙәре ҡулланылған. Шулай уҡ халҡыбыҙҙың йәнле телендә әле лә йәшәгән “ситча күлмәк”, “суйылған суғым”, “тире ыслау”, “ҡағызлата”, “таза достоин”, “сәкмән”, “сапраҡлы эйәр”, “йәрәшкән жәмәғәт”, “ер-сыу башы”, “йәндән өмөт ҡалмау” ише һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр йыш осрай.
Ҡулъяҙма тексындағы һөйләмдәр ҙә бик үҙенсәлекле. Улар араһында тулы булмағандары, йәғни һөйләмдең ниндәй ҙә булһа баш киҫәге төшөрөп ҡалдырылғандары, ҙур урын тота. Был да, мәғлүм булыуынса, күберәк халыҡтың йәнле һөйләү теленә хас. Авторҙың һөйләм башында “ләкин”, “әммә” һүҙҙәре урынына йыш ҡына “иллә” һүҙен ҡулланыуы ла йәнле телмәр, урындағы һөйләш традицияларының йоғонтоһонан килә. Хәйер, быға ышаныу өсөн ҡулъяҙманан түбәндә килтерелгән өҙөккә иғтибар итеү ҙә етә:
“... Ул уҡ ваҡыт (1800 йылдар башы – М.Н.) башҡорт халҡының бай заманы, арыштан ашлыҡны аз ғына сәчеп, мал асырап тереклек ҡылыр ирделәр. Жәй фасылында (миҙгелендә) күберәк ҡымыз эчмәк һәм ҡыш көнләрендә ит, май, ҡорот ашамаҡ илә (менән) чәй эчкән. Һәм ситче күлмәк кейгән кемсәнә (кеше) юҡ ирде. Ирәнләр һәм хатынлар да. Аслан (бөтөнләй) чубар тастар ураған хатын юҡ ирде. Келәпеш, ҡашбау һәм саҡал бәйләнер ирделәр. Иллә күлмәкләре киндер кейәр ирделәр. Һәм жилән урынына да бәғзеләре аҡ киндердән чаба(н) тегеп кейәрләр ирде. Жәй көнендә ҡымыз сатҡан, ҡыш көнендә суйылған суғымның тиресене һәм майыны сатҡан кемсәнә аслан улмаз ирде. Суғымның тиресене ыслап, аяҡларыға кейәр ирделәр. Һәр йылны май числасы ахыр көнләрендән ҡалмай иртә күчеп, туй, жыйун, байрамға саҡырышып, жәй фасылының күберәген ашамаҡ-эчмәк, уйнамаҡ-көлмәк илә ғиш-ғишрәттә үткәрер ирделәр...”
Күренеүенсә, башҡорт халҡының XIX быуат башындағы тормош-көнкүрешенә, кәсеп-шөғөлөнә, кейем-һалымына, ашамлыҡ-эсемлектәренә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәт һаҡлаған был юлдарҙа бөгөнгө милләттәштәребеҙ өсөн архаизм булып яңғыраған һүҙҙәр ҙә урын алған. Мәҫәлән, “тастар” тигән һүҙҙең оло йәштәге ҡатындар ябынған бер осо сигеүле оҙон яулыҡты аңлатҡанын фәҡәт ҡайһы бер өлкәндәр генә белеүе мөмкин. “Сапан” (текста “чапа(н)”), “кәләпүш” (текста “келәпеш”), “ҡашмау” (текста “ҡашбау”), “һаҡал” (текста “саҡал”) һүҙҙәренең дә мәғәнәһен хәҙерге йәштәр араһынан белеүсе һирәк.
Ғосман Ишмөхәмәт улының әрме сафтарына алыныуына бәйле юлдар ҙа үҙенсәлекле теле, стиле һәм лексикаһы йәһәтенән иғтибарҙы йәлеп итә:
“... 1830-нчы йылға киткәч малдав хеҙмәтенә кантонымыз Лоҡманға [Ҡара: 1] нәрәт килеп, ике йөз дә 75 кешеләрне, һәр командаларға йөрөп, ишле һәм таза дастоин кемсәнәләрне һәм илдәге бәйгегә йөрөй торған яхшы атларны яуға алып, бер ҡазаҡны ун туҡыз душлар төзөкләндереп чығарырға әмер ителде. Ағамыз Әбүбәкерне ул уҡ хеҙмәткә тәғәйен ҡылдылар. Күк чәкмән, күк салбар, аҡ шапка һәм сапраҡлы эйәр, һәм мылтыҡ, ҡылыч, сөнгө илә. Башҡа илләрдә атны мирдән алынды. Иллә безләрне(ң) етемлекемез сәбәпле атны алып бирмәделәр. Өч баш бейәләр биреп, ауылымыз Үзәнбай ағанан күк атны алдыҡ.
Ағамыз мәрхүм Әбүбәкерне ул уҡ хеҙмәткә тәғәйен ителгәндин кеҙин (элгәре) аның йәрәшкән жәмәғәте бар иде. Жибәрмәслек жәһәтендән ҡачып килеп, аның урынына жалающий бән юлландым. Дүрт күз иғлағанча, сән ике күз иғларсың, дәйү...”
Башҡорттарҙы хәрби хеҙмәткә саҡыртыу һәм яуға оҙатыу тураһында һүҙ йөрөтөлгән был юлдарҙа “наряд” (текста “нәрәт”), “команда”, “достоин” (текста “дастоин”), “душ”, “казак” (текста “ҡазаҡ”), “шапка”, “желающий” (текста “жалающий”) кеүек рус һүҙҙәренең ҡулланылыуы, – әлбиттә, тәбиғи күренеш. Шулар араһынан “желающий” һүҙе айырыуса диҡҡәтте тарта, Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта үҙ теләге менән һуғышҡа китеүселәрҙе илебеҙҙә “доброволец” тип атайҙар. Күрәһең, XIII – XIX быуаттарҙа ошо һүҙ урынына йәки уның синонимы булып “желающий” һүҙе йөрөгән.
“Майның 20-нче көне пахут улып чыҡтыҡ. Өршәк сыуы буйлап икешәр кешеләргә өчәр атлар илә ызбур урыны Морадым ауылында жәмәғәтле ҡазаҡларның хатынлары айырылып ҡалырға ирада (теләк) ҡылып, сез андан ҡачан ҡайтырсыз, дәйү ирләре айырмайынча бәғзеләре дәғүәт хосумәтләре (үпкәләшеүҙәре) күп улды.
Андан Бызаулыҡ ҡәлғәсе (ҡалаһы) үтә Самар ҡәлғәсенә бардыҡ. Ул заманда Самар губерна дәгел, өйәзнәй ҡәлғә ирде. Самарда ун көн туҡынланып (туҡтап), Оренбурский атлы ҡазаҡлар безнең полкка ҡушылды. Жәмғемез бергә ҡушылып, “унберенче полк” исемләнеп, Атич (Одесса) ҡәлғәсенә ҡарап юлландыҡ. Сызранский һәм Кузнесский ҡәлғәләрендән аша Пенза губернасына, андан Харьковский губернасына, андан Варонский губернасына, андан Палтав губернасына безләрне урысларға ҡатнаштырып ебәрде.
Йөз начальниклары бары урыстан ирде. Башҡорт чинауниклары паратҡа белмәйләр, дәйү, биш йөздә һәр йөз сайын өчәр әфисәр, йәғни чинауник, дүртәр урядник, бер йөз унар ҡазаҡлар ирде. Урыс чинауниклары нәүбәт илә һәр көнне полкны ҡарап, камандавай идеп барырлар ирде. Башҡорт чинауниклары һәр төнне ат көтөүенә нәүбәтләшеп чығарлар ирде. Пахут улып барыуда дүрт урыс ҡазағы – бергә ярыш, икенче рәттә дүрт башҡорт ҡазағы, йәнә өченче рәттә дүрт урыс – ошандаҡ (ошондай) атҡа менгәндә һәм төшкәндә камандивания илән барчаларымыз тотош бер тауыш илә менеп һәм төшкәндә ошандаҡ берчә-бер низам (тәртип) илә төшөп, өч көндә бер көнләп, бер-ике көндә бер көнләп барыр ирдек...”
“Салдат хеҙмәтенә етешендек. Атларны сатарға һәм ҡышлыҡ кейеме хәзерләргә, һәм артыҡ кейемләрне дә сатарға, һәм мендәр эчендәге йөнләрене ташлап, күлмәк-ыштан мендәргә тығарға бойоролдо. Һәм хеҙмәт бик ауыр булды. Йорт кейемләрене ташлап, урыс кейемләре кейәргә бойордылар. Йорттан киткәндәге аҡ шапкаларымыз тузды. Башларымызға картус кейеп, урыс, йәғни атлы ҡазаҡ манирынча кейенергә башладыҡ...”.
Үрҙә килтерелгән өҙөктәр XIX быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән башҡорттарҙың хәрби хеҙмәтенә бәйле ҡайһы бер хәл-күренештәргә асыҡлыҡ индереүе менән әһәмиәтле. Ҡулъяҙмала башҡорт хәрбиҙәренең мотлаҡ өйҙән, ауылдан уҡ тейешенсә кейендерелеп, ат һәм шул замандарҙағы ҡорал менән тәьмин ителеп яуға оҙатылыуы, Рәсәйҙең бүтән тарафтарындағы ғәскәрҙәр менән ҡушылғас, берҙәм кейемгә, ҡоралға күсерелеүе, хәрби поход тәртибе кеүек күренештәр ярайһы уҡ асыҡ сағылған.
Был мәҡәләлә беҙ Ғосман Ишмөхәмәт улы ҡулъяҙмаһының бәләкәй генә бер өлөшөнә байҡау яһаныҡ. Ҡомартҡыны тел-стиль, этнографик мәғлүмәттәре йәһәтенән ентеклерәк һәм тулыраҡ өйрәнеүҙе лингвистар, диалектологтар һәм этнографтар киләсәктә мотлаҡ атҡарыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Уның асылмаған серҙәре күп әле.
Ҡулланылған әҙәбиәт һәм сығанаҡтар